Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Июль 2019, 12:16

Һайлау комиссияһының эшенә ҡамасаулаған өсөн

Мәскәү ҡалаһының Тәфтиш комитетының Баш тәфтиш идаралығы һайлау комиссияһының эшмәкәрлегенә ҡамасаулаған өсөн енәйәт эше асты.

Мәскәү ҡалаһының Тәфтиш комитетының Баш тәфтиш идаралығы һайлау комиссияһының эшмәкәрлегенә ҡамасаулаған өсөн енәйәт эше асты.
Быға Мәскәү һайлау комиссияһы бинаһы алдында рөхсәтһеҙ митинг ойоштороу нигеҙ булған. Шулай уҡ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Панфилова ла теркәлмәгән кандидаттар менән осрашҡанда уларҙың һайлау ҡануниәтен ныҡлап белмәүен һәм хөрмәт итмәүен белдерҙе.


Әле был осраҡ буйынса Рәсәй Федерацияһының 141-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр акция ҡала һәм округ һайлау комиссияларына баҫым яһау маҡсатында ойошторолған тип белдерә. Митинг барышында һайлау комиссияһы ағзаларына янауҙар ҙа булған.


Фото: ЦИК РФ.