Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Июль 2019, 18:57

Владимир Путин менән Ҡырғыҙстан президенты Екатеринбургта осраша

Рәсәй һәм Ҡырғыҙстандың IX төбәк-ара конференцияһына әҙерләнеү өсөн ойоштороу комитетының составын раҫланылар. Унда ике дәүләттең дә президенттары – Владимир Путин менән Сооронбой Жээнбеков ҡатнашасаҡ.

Әйткәндәй, сараны Екатеринбургта үткәреү хаҡында ҡарар март айында Бешкәктә уҙғарылған һигеҙенсе конференцияла ҡабул ителгәйне. Комитет ағзалары исемлеге Свердловск губернаторы Евгений Куйвашев менән килешелгән. Уларға 2020 йылда Рәсәйҙең һәм Ҡырғыҙстандың IX төбәк-ара конференцияһын әҙерләү бурысы ҡуйыла.

Ойоштороу төркөмөнә тармаҡ министрлыҡтары етәкселәре, эшҡыуарҙар, Екатеринбург мэрияһы, вуздар, шулай уҡ таможня һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ингән.

#ВладимирПутин

Фото: tagilka.ru