Хәҙер ташланған, өлөшләтә һүтеп алынған, хужаһы билдәһеҙ булған автомобилдәр йыш осрай. Бигерәк тә ҡала ихатаһында. Уларҙың элекке хужаһы был машина һөлдәһен сүп-сар тапшырылған ергә алып барыу өсөн транспорт ялларға тейеш, ә уның хаҡы арзан түгел. Шуға күрә улар ихатала урын биләп, ҡамасаулап һәм йәмһеҙләп ултырыуын дауам итә.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер вазифаһын башҡарыусы-торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципалитеттарҙа ошондай автомобилдәрҙе эвакуациялау һәм утилләштереү өсөн регламент ҡабул ителәсәге тураһында хәбәр итте.
– Был – етди мәсьәлә. Һүҙ меңдәрсә машина тураһында баралыр, моғайын. Әйҙәгеҙ, бөтәһен дә ойошҡан рәүештә һәм ҡануниәткә ярашлы башҡарайыҡ, – тине Радий Фәрит улы.