Башҡортостан
-19 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Июль 2019, 17:37
Путин тарифтарҙы барланы
"Был мәсьәлә һәр йәһәттән хәл ителгән булһа, кешеләр “тура бәйләнеш”кә шылтыратып, зарланмаҫ ине".
Фото: kremlin.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль антимонополия хеҙмәте етәксеһе Игорь Артемьев менән осрашыу үткәрҙе, уның барышында торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙең самаһыҙ артыуы проблемаһын да күтәрҙе.
“Беҙҙең граждандар, иҫәпләүҙәренсә, Рәсәйҙәрҙең төрлө төбәктәрендә нигеҙһеҙ үҫкән тарифтарға даими иғтибар итә. Был мәсьәлә һәр йәһәттән хәл ителгән булһа, кешеләр “тура бәйләнеш”кә шылтыратып, зарланмаҫ ине”, – тип белдергән дәүләт етәксеһе осрашыу барышында.
Игорь Артемьев был проблеманы ҡануниәттең камил булмауы менән бәйләй. Әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь тармаҡҡа бәйле закондарҙың бәғзеләре үткән быуаттың 90-сы йылдарында уҡ ҡабул ителгән, уларҙы камиллаштырыу иһә күптән түгел тамамланған. Дөйөм алғанда, тарифтарҙың үҫеүенә бәйле хәл ил буйынса контролдә тотола, әммә айырым осраҡтар килеп сығып тора.
#ВладимирПутин
Читайте нас:
Новости партнеров
Яу яланында ла икмәк бешерер Баймаҡ ҡыҙы
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.