Илебеҙҙә хоҡуҡи дәүләт нығына барһын өсөн ниндәй шарттар һәм саралар кәрәк?
Боронғо Европа парламентарийҙарының “Рим ҡолаһа ҡолаһын, ләкин закон тантана итһен!” тигән әйтеме беҙҙең көндәргә саҡлы килеп еткән һәм хәҙерге юристар уны, халыҡ уларҙың ғәҙеллек өсөн көрәшсе икәнен онотмаһын өсөндөр инде, йыш ҡуллана. Хоҡуҡи дәүләт төҙөү еңелдән түгел, бының өсөн быуаттар буйы ҡоролған ғәҙәт-йолаларҙы заманса йәмғиәт төҙөлөшөнә ярашлы үҙгәртергә кәрәк. Был йүнәлештә Рәсәйҙә эш нисек бара?
– Ҡараштар төрлөлөгө, эш алымдары һәм проблемаларҙы хәл итеү буйынса тәҡдимдәр ниндәй генә булмаһын, беҙҙең төп маҡсат – граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлығын тәьмин итеү, – тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең күптән түгелге сығыштарының береһендә.
Хәҙерге заман Рәсәйендә хоҡуҡ өлкәһендәге иң ҙур проблема – халыҡтың уны аңлау кимәле. Әлеге ваҡытта донъя буйынса ла, ил эсендә лә ҡатмарлы процестар бара һәм уларҙы, ил етәксеһе әйткәнсә, кеше азатлығы һум хоҡуҡтары йүнәлешенә борорға кәрәклеген һис тә оноторға ярамай.
Хоҡуҡи дәүләтте иғлан итеү генә етмәй, ҡануни нормаларҙы Конституцияла нығытыу менән генә сикләнеү ҙә йәмғиәтте үҙенән-үҙе тейешле кимәлгә сығара алмай әле. Ҡануниәтте ҺӘР ГРАЖДАНДЫҢ үтәүе һәм башҡаларҙан да шуны талап итеүе мөһим. Ғөмүмән, хоҡуҡи дәүләт төҙөү – тарихи яҡтан оҙайлы процесс, һәм идеаль рәүештә ул донъяның бер дәүләтендә лә төҙөлмәгән әле. Был эш уңышлы һөҙөмтәләр менән барһын өсөн тәүбәндәге шарттар күҙәтелергә тейеш:
* иҡтисадтың һәм мәҙәниәттең юғары үҫеше. Рәсәй шул юлдан барыуын дауам итә, әммә хәл итәһе проблемалар ҙа етерлек;
* ҡануниәттең сифаты. Беҙ республика йәки Федераль закондарға төҙәтмәләр һәм үҙгәрештәр индерелеүен йыш күрәбеҙ, сөнки властың төрлө тармаҡтары ҡабул иткән норматив-хоҡуҡи акттар бер-береһенә ҡаршы килгән йәки конституцион ҡағиҙәләрҙе боҙған осраҡтар булғылай.
Бөгөн Ер һәм Гражданлыҡ кодекстары, Хеҙмәт тураһындағы кодекс менән Дәүләт граждандар хеҙмәте тураһындағы федераль закон һәм башҡалар араһында үҙ-ара ҡапма-ҡаршылыҡлы мәлдәр бар. “Ер тураһындағы кодекста “ер” төшөнсәһе билдәләнмәгән”, – ти хоҡуҡ белгестәре, унда фәҡәт ер биләмәһенең һәм уның өлөштәренең билдәләмәһе генә бар. Файҙаланыу өсөн ер майҙаны һатып алғанда, ундағы бина һәм ҡаралтының кемгә – ер хужаһынамы, әллә элекке (һатҡан) хужаға ҡалырға тейешме икәнлеге (йәки киреһенсә – ошо майҙанда бинаны һатып алған осраҡта) буйынса ла Ер һәм Гражданлыҡ кодексы араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар бөтөрөлмәгән.
Ундай аңлашылмаусылыҡтар Хеҙмәт кодексында ла юҡ түгел. Мәҫәлән, хеҙмәт килешеүе төҙөгәндә йәки уны туҡтатҡанда, ике яҡтың да ирекле рәүештә ҡарар ҡабул итеүе күҙ уңында тотола. Ләкин “үҙ ирке” тигән төшөнсә һәм уның ысынлап барлыҡҡа килгәнен (әйтәйек, эштән киткәндә) аныҡлаған ҡануни төшөнсә шулай уҡ юҡ.
Мәғариф өлкәһендә лә проблемалар тыумай ҡалмай, бигерәк тә донъя иҡтисади бөлгөнлөк шарттарында. Хәҙерге шарттарҙа белемеңде даими үҙгәртә барыу элекке белемдең иҫкереүе, йәмғиәттең һәм хеҙмәт баҙарының талаптарына мөмкин тиклем тиҙерәк яуап биреү зарурлығы менән аңлатыла. Әммә өҫтәмә һөнәри белем һаман үҙаллы системаға әүерелмәгән. Уның бөтә төрҙәренә лә дәүләт аккредитацияһы бирелмәй, федераль дәүләт талаптарына яуап биргәндәре генә ошондай мөмкинлекте ала. Тимәк, квалификацияңды камиллаштырыу тураһындағы дәүләт танытмаһын бындай курстарҙа уҡыған бөтә кеше лә ала алмаясаҡ. Ә бит мәшғүллекте тулыраҡ тәьмин итеү һәм һөнәри оҫталыҡты заман шарттарына яуап бирерлек итеп яҡшырта барыу көнүҙәклеген юғалтмай.
Ил субъекттарында ҡабул ителгән норматив-хоҡуҡи нормаларҙың федераль ҡануниәткә тап килмәгән осраҡтары ла аҙ түгел һәм төбәк парламенттары уларҙы даими төҙәтә, йәғни федераль ҡануниәткә яраҡлаштыра бара.
Кеше һәм уның азатлығы, хоҡуҡтары буйынса халыҡ-ара нормалар дәүләттәр араһындағы килешеүҙәр нигеҙендә нығытыла. Әммә улар ошо ҡағиҙәләрҙе туранан-тура барлыҡҡа килтермәй әле, улар һәр илдең эске эшенә һәм уның Конституцияһына ҡайтып ҡала. Әммә бында ла барыһы ла ябай һәм асыҡ түгел. Мәҫәлән, Рәсәй Конституцияһының 15-се статьяһының 4-се пунктында былай тип яҙылған: “Халыҡ-ара хоҡуҡтың дөйөм танылған принциптары һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара килешеүҙәре уның хоҡуҡи системаһының состав өлөшө булып тора. Әгәр ҙә Рәсәй Федерацияһының халыҡ-ара килешеүендә, ҡануниәттән айырмалы, икенсе төрлө ҡағиҙәләр билдәләнгән икән, халыҡ-ара ҡағиҙәләр ҡулланыла”. Был иһә күп кенә бәхәстәр һәм ҡаршылыҡтар тыуҙыра, ә иң мөһиме – халыҡ-ара хоҡуҡтың милли ҡануниәткә йоғонтоһон асырлыҡ аныҡ ҡына механизм юҡ.
Рәсәйҙәге хоҡуҡи ҡоролоштоң мөһим үҙенсәлеге – кешеләр аңында ҡануниәткә ҡарата нигилизмдың ярайһы уҡ юғары кимәлдә булыуы. Был хәл хоҡуҡи дәүләт төҙөүҙә генә түгел, ә иң мөһим социаль мөнәсәбәттәрҙе көйләүҙә лә ҡаршылыҡтар тыуҙыра. Был бигерәк тә йәш быуындың үҙаңында кире сағылыш табырға мөмкин. Белгестәр раҫлауынса, әлеге мәлдә тиҙ үҙгәрә барған социаль-сәйәси һәм иҡтисади мөнәсәбәттәргә яуап бирә алырлыҡ ҡануниәт булдырылмаған.
Хоҡуҡ ижад итеүҙең телен дә яҡшыртырға кәңәш итәләр хәҙер. Боронғо Римдә һәм Грецияла ҡанундарҙы, кешеләр хәтерендә яҡшыраҡ ҡалһын өсөн, шиғыр менән дә яҙғандар икән. Пландар һәм программаларҙы, уларҙың үтәлеш мониторингын власть порталдарында күрһәтеү һәм үҙ-ара фекер алышыу өсөн дуҫтарса интерактив интерфейс булдырырға тәҡдим итәләр. Рәсәй етәксеһе В. В. Путин яңыраҡ һүҙ оҫталары йәмғиәттәренән һәм веб-дизайнерҙарҙан ошо тәңгәлдә дәүләткә ярҙам итеүҙәрен үтенде. “Һеҙҙең был өлөштө тарих юғары баһалаясаҡ”, – тине ул.
– Беҙҙең йәмғиәт бәлиғ булыуҙың ауыр юлын үтте һәм был барыбыҙға ла уны һаҙлыҡтан тартып сығарырға, халыҡ суверенитетын аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итте, – тип яҙа Владимир Путин үҙенең “Демократия һәм дәүләттең сифаты” тип аталған ҙур мәҡәләһендә.
– Бөтәһен дә беҙ демократик, конституцион алымдар менән башҡарҙыҡ. 2000 йылдарҙа алып барылған сәйәсәт эҙмә-эҙлекле рәүештә халыҡ ихтыяры менән тормошҡа ашырылды. Ул һәр саҡ һайлау һөҙөмтәләре менән раҫлана килә. Һайлауҙар араһында – социологик һорау алыуҙар менән. Беҙҙең йәмғиәт, ул дәүер менән сағыштырғанда, бөтөнләй икенсе, кешеләр белемлерәк, байыраҡ һәм талапсаныраҡ була бара. Власҡа ҡарата талаптарҙың үҙгәреүе, “урта синыф”тың үҙенең уңайлы донъяһы сиктәренән өҫкәрәк күтәрелеүе – беҙҙең көсөргәнешле эштең һөҙөмтәһе. Беҙ шул маҡсатта эшләнек тә инде. Тимәк, дәүләттең сифатын яҡшыртыуҙа граждандарҙың әүҙемлеге мотлаҡ талап ителә. Беҙгә демократия механизмдарын яңыртырға кәрәк, ул үҫә барған ижтимағи әүҙемлекте лә үҙ эсенә алырға тейеш.