Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Июль 2019, 13:35

Төрмә уларҙы туҡтатырмы?

Дәүләт Думаһы юл-транспорт ваҡиғаһында кешеләрҙең иҫерек шофер ғәйебе менән һәләк булғаны өсөн енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы федераль закон проектын күптән түгел өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Һөҙөмтәһе нисек булыр...

Дәүләт Думаһы юл-транспорт ваҡиғаһында кешеләрҙең иҫерек шофер ғәйебе менән һәләк булғаны өсөн енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы федераль закон проектын күптән түгел өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Һөҙөмтәһе нисек булыр...


Яңы ҡанунға ярашлы, алкоголь йәки наркотик ҡулланған килеш юл-транспорт ваҡиғаһына юл ҡуйыуҙа, бының ҡорбандарға алып килеүендә ғәйепле кешегә 15 йылға саҡлы төрмәгә ултыртыу янай.


Әгәр ҙә ошондай шоферҙар ҡылған юл-транспорт ваҡиғаһы арҡаһында кеше ауыр йәрәхәтләнгән икән, уны өс йылдан ете йылға саҡлы иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал (әле ул – дүрт йылға саҡлы). Шул уҡ сәбәптән кеше һәләк булһа – был ваҡыттың биш йылдан 12 йылға тиклем булыуы ихтимал (әле – ике йылдан ете йылға саҡлы).


Был ваҡиғала ике һәм унан да күберәк кеше­нең ғүмере өҙөлһә, төрмәлә ултырыу ваҡыты һи­геҙ йылдан 15 йылға саҡлы оҙайтыла. Тимәк, ке­шене үҙ белдегең менән үлтереү өсөн язаға тиңләштерелә.


Бөгөнгө иһә бындай ғәмәл һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ҡылынған енәйәткә тиңләштерелә. Шуға күрә лә, былтырғы статистиканан күренеүенсә, иҫерек килеш кешене имгәткәндәргә бирелгән язаның 65 проценты – шартлы.


Рәсәй парламентында билдәләүҙәренсә, йыл һайын иҫерек шоферҙар ғәйебе менән илебеҙҙә дүрт мең кеше һәләк була, 20 мең тирәһе зәғиф булып ҡала. Әммә, күреүебеҙсә, төрмә менән ҡурҡытыу ундай әҙәмдәргә әллә ни тәьҫир итмәй – ундайҙар йыш ҡына ҡабат иҫерек килеш рулгә ултыра.
Читайте нас: