Предприятие финанс йәһәтенән тотороҡланды, әүҙем эшкә тотондо.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов “Башҡортостан” нәшриәтенә ҡағылышлы ошондай мәғлүмәт еткерҙе. Башҡортостандың Арбитраж суды ҡарарына ярашлы, нәшриәттә бөлгөнлөк ғәмәлдәре туҡтатылды.
– Радий Фәрит улының күрһәтмәһенә ярашлы, беҙ былтыр октябрҙән алып ошо мәсьәлә менән шөғөлләндек, – тине ведомство етәксеһе. – Айҙар дауамында нәшриәт йортоноң төп кредиторы – ВТБ банк менән ауыр һөйләшеүҙәр булды, бурысты Төбәк фонды иҫәбенә ҡаплау буйынса, коллектив менән эш алып барылды, залог тәьминәте мәсьәләһе хәл ителде. Хәҙер бөлгөнлөк ғәмәлдәре туҡтатылды, предприятиеның киләсәге яҡты, тип әйтергә мөмкин.
Олег Полстовалов әйтеүенсә, ВТБ менән һөйләшеүҙәр барышында 80 миллион һумлыҡ бурыс дисконтланды, республика Төбәк фонды аша нәшриәттең төп кредиторына әүерелде. Предприятие көрсөктән сығарылды, алде яңы етәкселекте тәғәйенләү һәм табышлы эш башлау бурысы тора.