Кремль вәкилдәре Рәсәй Президентының Финляндияға сәфәр ҡыласағын раҫланы.
Күптән түгел Финляндияның “Илта-саномат” баҫмаһы августың һуңғы декадаһында Рәсәй етәксеһенең килеү ихтималлығы тураһында хәбәр иткәйне. Үҙ сығанаҡтарына һылтанып, гәзит төньяҡ дәүләт президенты Саули Ниинисте менән осрашыуҙың 22 авгусҡа планлаштырылыуын билдәләне.
“Финляндияға сәфәр мәсьәләһе ысынлап та тикшерелә”, – тип белдерҙеләр Ниинисте канцелярияһынан да.
Хельсинкиҙа үтәсәк осрашыуҙың датаһы әлегә билдәһеҙ. Финляндия яғы билдәләүенсә, ике сәйәсмәндең һөйләшеүҙәре ҡасан үтәсәге тураһында һуңыраҡ хәбәр ителәсәк.