Башҡортостан Федераль мәғлүмәт адреслы системаһын тулыландырыу йәһәтенән илдә — өсөнсө, Волга буйы федераль округында иһә беренсе урынды биләй. Республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Андрей Солнцев ошо турала белдерҙе.
Объекттарҙың — адреслы системала теркәлергә тейешле биналар һәм ҡоролмалар адрестары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе индереү буйынса эште әүҙемләштереү һөҙөмтәһендә ошондай күрһәткескә өлгәшелгән. Быйыл ете ай эсендә системаға 957,7 мең адрес индерелгән. Уны ер участкалары буйынса тулыландырыу кимәле 20 проценттан 92 процентҡа тиклем, капиталь төҙөлөш объекттары буйынса иһә 90-дан 98 процентҡа тиклем күтәрелгән. Был Башҡортостандың йыйылма бюджетына һалым кеременең артыуында ла сағыла.
Шул уҡ ваҡытта күрһәткестәр бөтә муниципалитеттарҙа ла ыңғай түгел. Өҫтәүенә системаға адресһыҙ индерелгән күсемһеҙ милек объекттары ла юҡ түгел. Ошоға бәйле һалым идаралығы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы менән берлектә урындағы үҙидара органдары өсөн консультацияларҙы даими үткәрә.
Төбәк етәксеһе ҡала һәм район башлыҡтарының иғтибарын системаға мәғлүмәт индереүҙе тиҙләтеүгә йүнәлтте.
— Эште сентябрь аҙағына тиклем тамамларға тейешбеҙ, — тине Радий Хәбиров.