Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Август 2019, 13:30

Бөтә ҡиммәттәрҙән ҡиммәт — тыныслыҡ

Ни өсөн мин һайлауға барасаҡмын? Бер ҡарағанда, бындай һорауҙың булыуы ла мөмкин түгел һымаҡ. Ил яҙмышы, тыуған төйәк яҙмышы, ни тиһәң дә, беҙ һайлап ҡуйған халыҡ вәкилдәренең аң-белеменән, беҙҙең мәнфәғәттәрҙе күҙәтеүенән, эште ойоштороу оҫталығынан тора.

Ни өсөн мин һайлауға барасаҡмын? Бер ҡарағанда, бындай һорауҙың булыуы ла мөмкин түгел һымаҡ. Ил яҙмышы, тыуған төйәк яҙмышы, ни тиһәң дә, беҙ һайлап ҡуйған халыҡ вәкилдәренең аң-белеменән, беҙҙең мәнфәғәттәрҙе күҙәтеүенән, эште ойоштороу оҫталығынан тора.


Минең генә түгел, балаларыбыҙҙың, ейәндәребеҙҙең яҙмышын артабан билдәләйәсәк һайлауға барыуҙы үҙемдең хоҡуғым тип кенә иҫәпләмәйем, ә мөҡәддәс бурысым итеп һанайым.


“Ил башлығы берәү булыр — мең булмаҫ,

Дәғүәселәр араһында кем булмаҫ?

Шуға күрә бер ҡат киҫер алдынан

Етмеш тапҡыр үлсәһәң дә кәм булмаҫ”, —

тигән шағирҙың һүҙҙәре менән нисек ризалашмайһың?


Мин — сабыйҙарын өҙөлөп һөйгән, улар өсөн тормош ҡото ла, ғәме лә, өй йылыһы ла, күңелгә наҙ, өмөт биреүсе күп балалы әсәләрҙең береһе. Ике ҡыҙым һәм бер улымды ғаиләлә бәпләп, тәрбиәләп үҫтереү менән бергә уларҙың киләсәге өсөн дә борсолабыҙ, уйланабыҙ.


Башҡортостанда балалыҡты, әсәлекте яҡлау буйынса ҙур эштәр атҡарылғанына барыбыҙ ҙа һөйөнәбеҙ. Бына тигән балалар баҡсалары, заманса мәктәптәр, спорт-сәләмәтләндереү объекттары арта. Республикабыҙҙың 100 йыллығына Яңауылда 160 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Икенсе объект та социаль әһәмиәтле — коррекцион мәктәп. Төҙөүселәр уны быйыл сафҡа индереү өсөн бөтә көсөн һала. Ремонттан һуң яңырған Йәштәр һарайы балаларыбыҙ өсөн ҙур бүләк булды.


Ғөмүмән, яңауылдарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән байтаҡ проекттарҙың тормошҡа ашырылыуына шаһит булдыҡ. Ошо ҡаҙаныштарҙы, хеҙмәт кешеһенә хөрмәтте һаҡлау, рухи һәм матди байлыҡтарыбыҙҙы ишәйтеү өсөн етәкселәребеҙҙең аныҡ эш итеүе, ҡыйыулығы, эшлеклелеге бик мөһим. Шуға күрә республика башлығына дәғүә иткән кандидаттарҙы күҙ уңынан үткәргәндә етдиерәк, иғтибарлыраҡ булайыҡ. Ул беҙҙең өмөттәребеҙҙе аҡларлыҡ, кәрәккәндә яҡларлыҡ шәхес, республиканы Рәсәй кимәлендә алдынғы, көслө төбәктәр рәтенә сығарырлыҡ, һүҙе эшенән айырылмаған етәксе була алырмы?


Минең өсөн барыһынан да ҡиммәтерәк ҡиммәт — ул тыныслыҡ. Күк йөҙөбөҙ аяҙ, күңелебеҙ тыныс булһын, республикабыҙ сәскә атһын өсөн беҙгә эшлекле, ябай, кешелекле, үҙ төбәген һөйгән етәксе кәрәк!



Яңауыл районы.
Читайте нас: