Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Август 2019, 14:30

Ҡатын 4,5 миллион һумға... ағас ҡырҡҡан

Белоретта крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе суд алдына баҫты.

Белоретта крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе суд алдына баҫты.


Уны Ишле урман хужалығы участкаһында законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыуҙа ғәйепләйҙәр. Килешеү ҙә, рөхсәт документтары ла булмауға ҡарамаҫтан, ул 300 кубометр ағас әҙерләп һата. Зыян 4,5 миллион һумдан ашҡан.


Суд уны шартлы рәүештә 2,5 йылға иркенән мәхрүм итте һәм зыянды ҡаплау бурысын йөкмәтте. Енәйәтсенең “КамАЗ” машинаһын тартып алыу тураһында ҡарар сығарылды.


Фото: КP.ru
Читайте нас: