Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Август 2019, 12:55

Президентты ғүмерлеккә төрмәгә ултыртырҙармы?

Ҡырғыҙстандың элекке президенты Алмазбек Атамбаевты кеше үлтереүҙә, күмәк көс ҡулланыуҙа, тәртипһеҙлектәр ойоштороуҙа, заложниктар алыуҙа ғәйепләйҙәр.

Фото: knews.kg
Фото: knews.kg
Ҡырғыҙстандың элекке президенты Алмазбек Атамбаевты кеше үлтереүҙә, күмәк көс ҡулланыуҙа, тәртипһеҙлектәр ойоштороуҙа, заложниктар алыуҙа ғәйепләйҙәр.
Үткән аҙнала уны ҡулға алыу өсөн йортон өс тапҡыр штурмланылар. Президентты яҡлаусылар ҙа булды. Махсус тәғәйенләнештәге хәрбиҙәр менән ябай халыҡ араһында атыш сыҡты. Бер хәрби үлде, яралылар 136-ға етте.
Ахырҙа Атамбаев үҙе ҡулға бирелде. Президент шаҡтай кешеләрҙең зыян күреүе өсөн ҡайғырыуын белдерҙе. Элекке ил башлығын 26 авгусҡа тиклем тикшереү изоляторына яптылар.
Атамбаев илгә 2011 - 2017 йылдарҙа етәкселек итте. Июнь аҙағында парламент уның ҡылған енәйәттәре хаҡында прокуратураға ялыу юлланы. Уны ғүмерлеккә төрмәгә ябыуҙары ихтимал.
Читайте нас: