Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Август 2019, 16:30

Тыйыу ғына түгел, яза ла кәрәк

“Коллектив яҡлау” йәмәғәт ойошмаһы президенты Марат Аманалиев Рәсәй Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володинға, хәүефле эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн административ кодексҡа махсус статья индерергә кәрәк, тип хат ебәргән.

Билдәле булыуынса, 2018 йылда ҡабул ителгән законда ошоға ярашлы тыйыу бар, әммә бының өсөн яза әлегәсә ҡаралмаған. Йәмәғәтсе фекеренсә, был ҡанунды боҙған өсөн хайуан хужаһына 30 мең һумдан 50 меңгәсә штраф һалыу, йә иһә уны 30 сәғәткә мәжбүри эштәргә йәлеп итеү фарыз.

Күптән түгел иһә, июль аҙағында, хәүефле эттәрҙең тоҡомдарын билдәләгәйнеләр. Унда аҡбаш, америка бандогы, амбульдог, бразил бульдогы, булли кутта, алапах бульдогы (отто), бэндог, бүре-эт гибридтары, гуль дог, питбульмастиф, төньяҡ Кавказ этттәре, уларҙың метистары ингәйне. Был эттәрҙең генетикаһына агрессия, көс ҡулланыу һалынған.

2020 йылдың 1 ғинуарынан ошо эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөтөү ҡәтғи тыйыла.

Фото: ria.ru
Читайте нас: