Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Август 2019, 16:02

Ике Президент осрашасаҡ

Рәсми осрашыуҙан тыш, фәҡәт ике етәксенең генә осрашыуы (тет-а-тет) һәм Путин менән Макрондың матбуғат конференцияһы ла ҡаралған.

Фото: Mikhail Klimentyev/Kremlin/Reuters
Фото: Mikhail Klimentyev/Kremlin/Reuters
19 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция Президенты Эммануэль Макрон менән осрашасаҡ, ул бер көнгә Францияға эш сәфәре менән барасаҡ.


Ике дәүләт етәкселәре халыҡ-ара проблемаларҙы тикшерәсәк, Европалағы хәүефһеҙлек, Евросоюздағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә туҡталасаҡ.


Шулай уҡ Рәсәйҙең Европа Советы сараларында ҡатнашыу перспективалары ла барланасаҡ. Рәсми осрашыуҙан тыш, фәҡәт ике етәксенең генә осрашыуы (тет-а-тет) һәм Путин менән Макрондың матбуғат конференцияһы ла ҡаралған.


Лидерҙарҙың осрашыуы француз президенттарының рәсми йәйге резиденцияһында – Бергансон фортында үтәсәк.


Читайте нас: