Башҡортостандың Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы "2019 йылдың 8 сентябрендәге Башҡортостан Республикаһы Башлығы һайлауында инвалид булған һайлаусыларға тауыш биреү тәртибе тураһындағы хәтер дәфтәре"н нәшер итте.
Баҫма күрмәгәндәр өсөн ҡабарынҡы нөктәле шрифт менән (Л. Брайл буйынса) эшләнгән. Ул республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының заказы буйынса бары 110 дана сығарылған.
Хәтер дәфтәрендә һайлау участкаһында тауыш биреүҙең төп тәртибе яҙылған. Шул иҫәптән унда бинала йәки унан ситтә һайлау тәртибен төшөндөргән айырым аңлатма бар. Брошюрала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең һайлауға хоҡуғы, барған урында теркәлеү ваҡыты кеүек нескәлектәр аңлатыла.