Быйыл 24 июлдә эш башлаған “Мобиль һайлаусы” механизмы федераль һәм төбәк кимәлендәге һайлауҙарҙа теркәүҙән төшөрөү танытмаһын алмаштырҙы һәм үҙең булған урын буйынса тауыш биреүҙе уңайлаштырҙы. Был алым ярҙамында үҙең ҡараған һайлау округы биләмәһендә, ҡайҙа теркәлгән булыуыңа ҡарамаҫтан, тауыш бирергә мөмкин. Тик һайлау көнөндә буласаҡ урындағы исемлеккә индереүҙе һорап, алдан ғариза яҙырға ғына кәрәк.
Һайлау көнөндә булған урында тауыш биреүселәр кемдәр?
“Мобиль һайлаусы” системаһы менән 2019 йылдың 8 сентябрендә теркәү урынында була алмаған, әммә Башҡортостан Республикаһы биләмәһенән ситкә сыҡмаған граждандар ҡуллана ала. Улар – командировкала булғандар, башҡа ҡалала уҡығандар, дауаханала ятҡандар, ял итергә киткәндәр, теркәү урыны буйынса йәшәмәгәндәр, башҡа һайлау участкаһында тауыш бирергә теләгәндәр.
Мәҫәлән, физик мөмкинлеге сикләнгән граждандар үҙҙәре өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙа тауыш бирә ала. Был осраҡта инеү, йәйәүлеләр өсөн йөрөү, шәхси автотранспортыңды ҡуйыу урындары, тауыш биреү сараһының беренсе ҡатта ойошторолоуы, киң ишекле лифттарҙың, пандустарҙың, махсус япмаларҙың, тактиль күрһәткестәрҙең, яҡтылыҡтың етерлек кимәлдә булыуы иҫәпкә алыныуы ихтимал.
“Мобиль һайлаусы” алымының мөмкинлектәре
Берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлаусы үҙе булған урында түбәндәге шарттарҙа тауыш бирә ала:
* Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа – Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге үҙегеҙ теләгән һайлау округында;
* Бер мандатлы һайлау округтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлауҙарҙа – үҙеңдең һайлау округы биләмәһендәге ниндәй ҙә булһа һайлау участкаһында.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау 9-сы Октябрь (Өфө ҡалаһы ҡала округының Октябрь районы) һәм 16-сы Комсомол (Нефтекама ҡалаһы ҡала округы) бер мандатлы һайлау округтарында үтә.
Ғаризаны ҡайҙа һәм ҡасан бирергә мөмкин?
Ғаризаны 24 июлдән 4 сентябргә тиклем һайлау көнөндә буласаҡ урындағы исемлеккә индереүҙе һорап яҙа алаһығыҙ:
* Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге 69 территориаль һайлау комиссияларының береһендә;
* Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Күп функциялы үҙәктәрҙең 97 филиалының һәм бүлексәһенең береһендә;
* Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында – иҫәп яҙмаһы булған осраҡта, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында.
Ә 28 августан 4 сентябргә тиклем республиканың 3397 участка һайлау комиссияһының береһендә ғариза ҡалдырырға мөмкин.
Һәр кем паспорты менән үрҙә әйтеп үтелгән ғариза ҡабул итеү пунктының береһенә мөрәжәғәт итеп, 8 сентябрҙә тауыш бирәсәк һайлау участкаһын билдәләргә тейеш. Үҙегеҙгә кәрәкле участканың адресын Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтына (
www.cikrf.ru) инеп, “Рәсәй картаһында территориаль һайлау комиссиялары һәм участка һайлау комиссиялары” һайлау инфраструктураһы объекттары интерактив картаһы ярҙамында табырға мөмкин. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында “Үҙеңдең һайлау участкаңды тап” сервисы булдырылған, ул һайлау участкаһын йәшәгән урындың адресы йәки участканың һаны буйынса табырға булышлыҡ итә.
Был сайттарға мөрәжәғәт итеү мөмкинлегегеҙ булмаһа, һайлау участкаһын асыҡлау йәһәтенән ғариза ҡабул итеү пункты операторы ярҙам итәсәк. Ғариза биргәндән һуң һайлаусыны йәшәгән урыны буйынса һайлаусылар исемлегенән төшөрөп, 8 сентябрҙә буласаҡ урыны буйынса исемлеккә индерәсәктәр. Ғаризала граждандың паспорт мәғлүмәттәре күрһәтелә. Пункт операторы барлыҡ мәғлүмәтте тикшергәндән һуң ғаризаны теркәй, уның төп өлөшөн ҡабул итеү пунктында ҡалдыра, ә йыртма талонды һайлаусыға тапшыра. Был талонда һайлаусы Берҙәм һайлау көнөндә тауыш бирәсәк участканың һаны, адресы күрһәтелгән була. Ғариза бер генә тапҡыр яҙыла. Әгәр граждан бер нисә ғариза яҙһа, уның иң тәүгеһе генә ғәмәлдә буласаҡ, башҡалары иҫәпкә алынмаясаҡ.
Ғариза биреп тә, командировка кисектерелһә...
Яңы урынға барып етмәгәнһең, ә үҙ участкаңдан һине “һыҙып” өлгөргәндәр... Бындай осраҡта һайлау көнөндә һәр кем үҙ участкаһына килә ала. Әммә тауыш биреү бер аҙ ҡатмарлашасаҡ: бының өсөн тейешле тикшереү үтергә кәрәк буласаҡ. Һайлаусының алдан планлаштырған, йәғни ғаризала күрһәтелгән участкала тауыш бирмәүе раҫланған осраҡта ғына уға үҙ биләмәһендә гражданлыҡ бурысын үтәргә рөхсәт итәсәктәр. Участка һайлау комиссияһы быны һайлаусы мөрәжәғәт иткәндән алып ике сәғәт эсендә эшләргә бурыслы.
Гражданды йәшәү урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә яңынан индереү өсөн паспорт йәки шәхесте танытыусы башҡа төрлө документ кәрәк буласаҡ.
Ҡапыл командировкаға сыҡҡанда...
Әгәр һайлаусы 24 июлдән 4 сентябргә тиклем территориаль һәм участка һайлау комиссияларының ғариза ҡабул итеү пункттары, Күп функциялы үҙәк йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биреп өлгөрмәһә, 5 сентябрҙән 7 сентябрҙең 14.00 сәғәтенә тиклем теркәү урыны буйынса участка һайлау комиссияһына килеп, тауыш биреү көнөндә буласаҡ урындың һайлаусылары исемлегенә индереүҙе һорап, махсус ғариза яҙырға тейеш. Был ғариза һайлаусының үҙендә була, тауыш биреү көнөндә ул уны гражданлыҡ бурысын үтәгән һайлау участкаһында ҡалдыра. Төрлө мутлашыуҙарға юл ҡуймау өсөн бындай ғаризаларға һаҡлау билдәһе – марка ҡуйылған.
Бер ҡайҙа ла теркәлмәгән һайлаусы ҡайҙа тауыш бирә ала?
Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәү урыны буйынса теркәүе булмаған граждандар 2019 йылдың 8 сентябрендә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа Өфөлә 119-сы участкала тауыш бирә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26.