Рәсәй һәм Төркиә президенттары Владимир Путин менән Рәжәп Тайип Эрдоган Сочиҙа осрашып һөйләшергә ниәтләй. Осрашыуҙа Сүриәләге хәл-шарттар төп тема буласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, әле Төркиә хәрбиҙәре был илдә ҡурд отрядтарына ҡаршы һуғыша. 17 октябрҙә АҠШ менән Төркиә Сүриә ҡурдтарын Төркиә сигенән алып китеү өсөн операцияны 120 сәғәткә (биш тәүлеккә) туҡтатып торорға килешкәйне. Был ваҡыт бөгөн кис үтә.
Дүшәмбе иһә Эрдоган: “Владимир Путин менән һөйләшкәндән һуң, Сүриә буйынса “артабанғы аҙымдарҙы” билдәләйәсәкмен”, -тигәйне.
Төркиә Президенты Путин менән шулай уҡ Сүриәнең төньяғында хәүефһеҙлек зонаһын булдырыуҙың киләһе этабы буйынса фекер алышмаҡсы.