Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнашты. Республика етәксеһе ҡатыны менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залындағы һайлау участкаһында булды.
"Ысынында, беҙ бөгөн киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ – тыныс, алға ынтылышлы үҫеште, – тине Радий Фәрит улы, журналистарҙың һорауына яуап биреп. – Конституция ғәмәлдә барған үҙгәрештәрҙе сағылдырырға тейеш. Тормош та, йәмғиәт тә бер урында тормай. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм был даирәлә Рәсәйҙең урыны ла алмашына. Шуға ла закондар сығарыуҙа үҙгәрештәргә мохтажлыҡ барлыҡҡа килде. Улар бик ваҡытлы.
Минең өсөн Конституция – тыныслыҡ һәм үҫеш мөмкинлектәрен белеү. Күбебеҙҙең балалары, ейәндәре бар, һәм беҙ үҙебеҙҙән һуң нимә ҡалдырғаныбыҙҙы аңларға тейешбеҙ. Был киләсәгебеҙҙең нисек булырын аңлау һәм төшөнөү".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.