Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр буйынса 2 миллион 763 мең кеше (90,83%) тауыш биргән. Ҡалаларҙа был күрһәткес – 88,28, ауыл райондарында 93,73 процент тәшкил иткән. Республиканың баш ҡалаһында әүҙемлек 86,85 процент булған.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко әйтеүенсә, 2 миллион 448 мең кеше (88,68%) Конституцияға төҙәтмәләрҙе хуплап тауыш биргән. Өфө буйынса илдең Төп Законына үҙгәрештәр яҡлылар – 83, ҡалаларҙа – 86,73, райондарҙа 91,95 процент тәшкил иткән.
Шул уҡ ваҡытта республикала – 293 меңгә яҡын кеше (10,6%), Өфөлә тауыш биреүселәрҙең 16 проценты төҙәтмәләргә ҡаршы булған. 30 меңдән ашыу кеше (78,8%) йәшәгән һәм теркәлгән урынынан ситтә тауыш биргән.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһының “ҡыҙыу элемтә” телефонына 1049 шылтыратыу булған. Граждандар тауыш биреү тәртибен, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләрҙең асылын аңлатыуҙы һораған, үҙ һайлау участкаһының ҡайҙа урынлашыуы менән ҡыҙыҡһынған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй 24” федераль каналы эфирында республикала Конституцияға төҙәтмәләр биреү буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләре менән таныштырып, ҡатнашыусыларҙың 90 процент тәшкил иткәне хаҡында белдерҙе.
“Беҙҙең республика юғары сәйәси һайлау мәҙәниәте һәм халыҡтың аңлы әүҙемлеге менән айырылып тора. Был юлы ла шулай булды. Бынан тыш, беҙ саралар ҙа күрҙек, хатта коронавирус инфекцияһы шарттарында кешеләр тауыш биреүгә килһен өсөн өҫтәмә дәртләндереү саралары булдырҙыҡ. Ҡалаларға беҙҙең фермерҙар килеп, ҙур йәрминкәләр ойошторҙо. Былар барыһы ла беҙҙең граждандарҙың 90 проценты тауыш биреүенә килтерҙе”, – тине республика Башлығы.
Радий Хәбиров республика Үҙәк һайлау комиссияһынан ялыуҙар тураһында белешмә биреүҙе һораған, тик ундай хәлдәр булмаған.
“Һигеҙ мөрәжәғәт булды, ялыу түгел. Берәүҙәр тауыш биреү үҙенсәлектәре менән ҡыҙыҡһынған, икенселәр консультация алған. Тауыш биреүҙең асылы, төҙәтмәләрҙең йөкмәткеһе лә, минең ҡарашымса, бик ыңғай булды. Тауыш биреүҙең ете көн дауамында барыуы ла бик мөһим. Был санитар-эпидемиология ҡағиҙәләрен күҙәтеүҙә ныҡ ярҙам итте, аңлауыбыҙса, әле беҙ ауыр шарттарҙа йәшәйбеҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров Башҡортостанда бер нисә мең күҙәтеүсе эшләгәне тураһында ла һөйләне.
“Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советтың бөтә ағзалары ла барлыҡ муниципалитеттарҙа эшләне. Улар Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса советтағылар кеүек үк үҙ һүҙле. Эштәре өсөн беҙ барлыҡ шарттар тыуҙырҙыҡ, тип уйлайым. Төп күҙәтеүселәр Рәсәйҙең, беҙҙең республиканың Йәмәғәт палатаһы аша килде. Шуға ла был өлкәлә бурыстарҙы тулы кимәлдә үтәнек тип иҫәпләйем”, – тине Радий Хәбиров.
Райондарға килгәндә, Учалыла, мәҫәлән, һәммәһе 56457 тауыш биреүсе иҫәпкә индерелгән, шуларҙың 71 проценты алдағы көндәрҙә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса үҙ фекерен белдереп тә өлгөргән.
– Тауыш биреү кампанияһы тыныс барҙы. Коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса бар хәүефһеҙлек талаптары ла күҙәтелде: кешеләргә битлек, бирсәткәләр, айырым ручкалар бирелде, дистанция һаҡланды. Һайлау участкалары киске сәғәт 8-гә тиклем эшләне. Учалылар һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтеп, гражданлыҡ бурысын үтәне, – тине территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғарифуллина.
Сибай халҡы Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең һуңғы көнөндә айырыуса дәррәү ҡатнашты.
Хәйер, ҡалала күптәр уңай мөмкинлекте файҙаланып, һайлау комиссияһы ағзаларын өйҙәренә, фатирҙарына саҡырып, йә иһә участкаларға үҙҙәре килеп, алдан тауыш биреп өлгөргәйне. Шуға күрә Сибайҙағы 23 һайлау участкаһында ла мөһим кампания бер ниндәй тәртип боҙоуһыҙ, сиратһыҙ үтте. Иң мөһиме – һәр урында санитар-эпидемиологик талаптар һаҡланды, килгәндәргә бирсәткәләр, битлек, ручка тапшырылды, уларҙың тән температураһы үлсәнде, тейешле дистанция күҙәтелде.
638-се һайлау участкаһында тауыш биреүселәрҙе бер-береһенән айырып торған махсус семәрле рәшәткәләр урынлаштырылғайны. Ни тиһәң дә, пандемия шарттарында һаҡланыуҙың һәр алымын ҡулланыу ике яҡ өсөн дә файҙалы, тине ойоштороусылар. 12-се мәктәптә урынлашҡан 833-сө һайлау участкаһының комиссия рәйесе Елена Ишбирҙина белдереүенсә, һәр ваҡыттағыса, бөгөн дә оло йәштәгеләр тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын үтәгән. “Сулпылар” балалар баҡсаһындағы хеҙмәткәрҙәр ирекмәндәр булып эшләгән, улар тауыш биреүселәргә бирсәткә, битлек һәм ручка таратҡан, уларҙың тән температураһын үлсәгән. Ошонда уҡ сауҙа нөктәләренә ташлама менән ҡулланыу өсөн “Рәхмәт!” талондары, браслеттар таратылған.
Әйткәндәй, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Сибай Дөйөм Рәсәй тауыш биреү сараһында республика буйынса алдынғылар рәтендә. Ни тиһәң дә, һис ҡасан алдынғылыҡты бирмәгән таусылар ҡалаһы халҡы был юлы ла мөһим кампанияла һынатманы.
Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә Йылайыр халҡы ла дәррәү ҡатнашты. Улар өсөн 37 һайлау участкаһы эшләне.
Район буйынса 11550 кеше тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булһа, шуның 165-е тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәне. Алдан тауыш биреүҙә 8288 кеше ҡатнашып өлгөргән, был 71,76 процент тәшкил итә. Райондың ике һайлау участкаһында КОИБ-тар урынлаштырылғайны.
Пандемия шарттарында һәр саҡ уяу торған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең тауыш биреүҙә әүҙемлеге маҡтауға лайыҡ. Район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов белдереүенсә, коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл осоронда, эштәренең ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, аҡ халатлылар үҙ ваҡытына ҡарап, алдан һәм бөгөн тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан.
Юлдыбай ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны Сәлимә Абдуллина үҙ тауышын һайлау участкаһына килеп биреүҙе хуп күргән. “Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү көн дә була торған эш түгел, мөһим кампанияла ҡатнашып, сараға үҙ өлөшөмдө индерә алыуым менән бәхетлемен. Балаларымдың, ейән-ейәнсәрҙәремдең киләсәге тап бөгөнгө сараға бәйле”, – тине ул.
Күгәрсен районының Мораҡ ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтйән Рәхим улы Кәримов өсөн бөгөн икеләтә байрам – аҡһаҡалға 100 йәш тулды, шулай уҡ ул Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү кеүек оло тарихи ваҡиғала ҡатнаша.
“Мораҡ ауылының 2415-се һайлау участкаһы ағзалары ветеранға өйҙә тауыш биреү мөмкинлеген тыуҙырып, ул йәшәгән йортҡа барҙы. Әхмәтйән Рәхим улын 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, сәскә бүләк иттеләр. Ветеран иһә тыныс, һаулығы өсөн хәүефһеҙ шарттарҙа бөгөнгө сараға үҙ ҡарашын белдерҙе”, – тип яҙа “Күгәрсен хәбәрҙәре” гәзите.