Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Июль 2020, 22:15

"Мине айырыуса Өфө халҡы ҡыуандырҙы"

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев тауыш биреүҙәге әүҙемлекте баһаланы.

Башҡортостан Дөйөм Рәсәй тауыш биреү сараһында ҙур әүҙемлек күрһәтте. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, унда исемлектәге граждандарҙың 91 проценты ҡатнашҡан.
"Үткән һайлауҙарға килгәндәр һаны бер аҙ кәм булды, 85-88 процент кимәлендә. Ә әлеге сарала мине айырыуса Өфө халҡы ҡыуандырҙы: уларҙың 87 проценты тауыш биргән, - тине Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев. - Хатта Президент һәм республика Башлығы һайлауҙарында күрһәткес 70-75 процент кимәлендә булғайны. Был - киң мәғлүмәт сараларында Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса тикшереүҙәр күп булыуының һөҙөмтәһе, тип уйлайым. Икенсе сәбәп – граждандарға өйҙә, эш урынында тауыш биреү мөмкинлеге тыуҙырылып, эште урындарға сығып ойоштороу".
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, тауыш биргәндәрҙең 88,68 проценты Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙе хуплаған, ә 10,6 проценты “юҡ” тип белдергән.
“Илдәге бер нәмәне лә ҡабул итмәгән һәм бөтәһен дә тик ҡара төҫтә генә күргән кешеләр бар, ҡаршы сыҡҡандар сама менән 10-15 процент тәшкил итә. Дөйөм алғанда, республика халҡының төҙәтмәләр кәрәклеген аңлауы менән ҡәнәғәтмен. Сәйәси һәм ғәмәлдәге тормошта үҙгәрештәр бик күп. Һәр илдең төп законы бөгөнгө ысынбарлыҡты сағылдырырға тейеш”, – тине Павел Качкаев.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: