Республика ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов төбәктә “Номер” иҫкәртеү операцияһы башланыуы хаҡында хәбәр итте. Ул 6 сентябргә тиклем барасаҡ.
Рейд барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре автомобилдәрҙәге ялған теркәү номерҙарына ныҡлап иғтибар итәсәк.
“Ялған номер ҡуйған өсөн 2500 һумдан 500000 һумға (физик һәм юридик шәхестәргә) тиклем штраф ҡаралған”, – тип иҫкәртте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Динар Ғилметдинов.