Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Февраль 2022, 19:30

Һүҙ ҡуйыртыуҙың ваҡыты үткәндер

Илгиз Солтанморатов: "Беҙ Рәсәй Президентына ышанырға, илгә тышҡы яҡтан килгән һөжүмгә ҡаршы йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлеген мөмкин тиклем нығыраҡ күрһәтергә тейешбеҙ".

Һүҙ ҡуйыртыуҙың ваҡыты үткәндер
Һүҙ ҡуйыртыуҙың ваҡыты үткәндер

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн иртәнсәк телевидение аша Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте. Ил етәксеһенең был сығышынан һуң беҙ социология фәндәре кандидаты Илгиз Солтанморатовтан ошо хәлгә ҡарата фекере менән уртаҡлашыуын һораныҡ.

– Бөгөнгө Украиналағы хәл-ваҡиғалар, әлбиттә, бик сетерекле, әммә кисә, унан алдағы көндә генә тыуған мәсьәләләр түгел. Ул аҙаҡҡы 30 йыл, тағы ла тәрәнерәк ҡараһаҡ, бер нисә быуат алып барылған эштең һөҙөмтәһе. Ул эш беҙҙең илгә, йәмғиәтебеҙгә ҡаршы йүнәлтелгән. Уны дөйөмләштереп, Көнсығыш илдәре, көстәре тип әйтәбеҙ. Әммә бер нәмәне аңларға кәрәк: ул илебеҙҙең үҙаллылығын бөтөрөүгә табан алып барылған сәйәсәт.

Рәсәй ғәскәрҙәренең Украина сиктәренән аша үтеүе лә бары тик Украина халҡын яҡлау маҡсатында эшләнә. Ул тәүге сиратта беҙҙең үҙебеҙҙең Рәсәй халҡын һәм Рәсәй дәүләтен яҡлауға йүнәлтелгән, сөнки Төньяҡ Атлантика Альянс илдәре (НАТО) йәки, башҡаса әйткәндә, хәрби-сәйәси блогы Советтар Союзы тарҡалғандан бирле беҙҙең яҡҡа табан килеүе бер ҡасан да туҡтаманы. Төрлө сәбәптәр табып, улар үҙҙәренең эшен дауам итеп килде һәм хәҙер ошо процестарға ҡаты яуап бирергә, туҡтатырға ваҡыт еткәндер.

Ахыр сиккә еттек, сөнки улар Украина аша Рәсәй сигенә етеп, артабан да беҙҙең илгә һөжүм итергә әҙерләнеп ята. Ниндәйҙер кимәлдә, алдан, ябай рәүештә беҙҙең ғәскәрҙең Украина иленә инеүе ул ошо әҙерләнгән һөжүмгә алдан, бик ваҡытлы ҡаршы тороуҙы аңлата. Әгәр ҙә беҙ һаман да һуҙып, нимәгәлер өмөтләнеп, уларҙың һүҙҙәренә ышанып көткән булһаҡ, улар үҙҙәренең көстәрен туплап, тағы ла иҡтисади ысулдары менән илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың хәлен насарайтыуға килтереп, шул мөмкинлек менән ҡулланып, ысынлап та, үҙҙәренең һөжүмен бары тик һүҙ, иҡтисад өлкәһе аша ғына түгел, бәлки, хәрби юл аша ла башҡарырлыҡ мөмкинлектәр табыр ине. Шуға бөгөн бөтәбеҙ ҙә аңларға тейешбеҙ: әгәр ҙә илебеҙ ошо аҙымға бармаған булһа, Рәсәйҙең тышҡы сәйәси урыны, тышҡы ваҡиғаларға йоғонтоһо күпкә кәмер ине.

Әлеге ваҡытта инициатива, башланғыс беҙҙең яҡтан булһа ла, төрлө яҡтан, төрлө илдәрҙән төрлө фекерҙәр ишетәбеҙ. Бигерәк тә Рәсәйҙе, Президентыбыҙҙы насар итеп күрһәтергә тырышһалар ҙа, беҙҙең Президент Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Юғары баш командующийы һәм унда разведка еткергән бөтә мәғлүмәттәр бар, шуға ла бөгөнгө аҙым кәрәк булғандыр. Беҙ дәүләтебеҙ етәксеһенә ышанырға, Рәсәйгә тышҡы яҡтан килгән һөжүмгә ҡаршы үҙ йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлеген мөмкин тиклем нығыраҡ күрһәтергә тейешбеҙ.

“Мәсьәләне килешеү юлы менән хәл итеп булмаҫ инеме?” тигән һорауға килгәндә, әгәр ҙә тышҡы сәйәсәт менән бер аҙ ҡыҙыҡһынған кеше булһа, ул белә: аҙаҡҡы 30 йылда ниндәй генә килешеүҙәргә ҡул ҡуйылманы, шулай уҡ Минск килешеүҙәренә лә. Ләкин күрәбеҙ: былар барыһы ла ваҡытты һуҙыуға ғына йүнәлтелгән ниндәйҙер мәкерле ысулдары. Шуға ла һүҙ ҡуйыртыуҙың ваҡыты үткәндер, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Илгиз Солтанморатов.

Фото: echomskufa.ru   

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: