Башҡортостандың балалар омбудсмены Ольга Панчихина, Рәсәй авиацияһы, йәнәһе лә, Мариуполдәге бала табыу йортона һөжүм итте, тигән яңылыҡ ни бары кешеләрҙең хис-тойғоһонда уйнау ысулы ғына, тип иҫәпләй.
“Мәғлүмәт ағымы шул тиклем ҙур: ҡайҙа дөрөҫлөк, ә ҡайҙа ялған, тип ҡайһы берҙә үҙебеҙ ҙә шикләнеп ҡуябыҙ. Был осраҡта, ысынлап та, фейк булған. Йөклө ҡатындар менән постановка кадрҙары эшләнгән, ҡайһы бер ҡыҙҙар бер юлы бер нисә ролдә күренеп китә. Өҫтәүенә учреждение үҙе күптән ябылған. Уны милләтселәр нығытылған объект итеп файҙаланған. Бөгөн һәр мәғлүмәтте яңынан тикшерергә, ярты һүҙҙән ышанмаҫҡа, алданмаҫ өсөн бар нәмәгә мониторинг эшләргә тырышыу мөһим тип иҫәпләйем. Сөнки балалар, ғаиләләр, оло быуын менән бәйле барлыҡ мәсьәләләрҙе халыҡ һәр саҡ киҫкен ҡабул итә һәм аяҡ аҫтынан ер киткәндәй була”, – тигән ышаныста Ольга Панчихина.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Украина яғынан Мариуполдәге бала табыу йортон Рәсәй хәрбиҙәре ҡыйратыуы, һөҙөмтәлә бәләкәй балаларҙың һәм бала табыусыларҙың имгәнеүе тураһында ялған яңылыҡ бик тиҙ таралды. Рәсәй Оборона министрлығы белдереүенсә, был – әҙерләнгән провокация. Күп кенә аңлашылмаусанлыҡтарҙың уның уйлап сығарылғанлығын дәлилләй:
- Беренсенән, авиаһөжүм тураһында яңылыҡ көн уртаһында билдәле булды, зыян күргән бәпесләүселәр менән кадрҙар селтәрҙә һуңыраҡ – 9 мартта кискеһен таралды. Әгәр унда ысынлап та ҡатын-ҡыҙҙар, ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм тәүгеләрҙән булып урынға килгән шаһиттар булһа, ғәҙәттән тыш хәл урынынан үҙенең телефондарына фотоға төшөр ине.
- Икенсенән, был дауаханала персоналдың да, пациенттарҙың да булмауы тураһында 8 мартта уҡ Рәсәйҙең БМО ҡарамағындағы рәсми вәкиле Василий Небензя: “Урындағы халыҡ, Мариуполь ҡалаһындағы 1-се бала табыу йортоноң бөтә персоналын ҡыуып сығарып, унда утлы позиция ҡорғандар, тип хәбәр итә”, - тине ул.
Бынан тыш, эксперттар һығымтаһына ярашлы, соҡорҙоң формаһы һәм ҙурлығы фотолағы бинаны, автомобилдәрҙе боҙоуға тап килмәй.
Техник һәм визуаль тап килмәүҙәр был яңылыҡтың тик бер генә маҡсаты – Рәсәйҙе бөтә донъя берләшмәһе алдында дискредитациялау, тигән һығымта яһарға мөмкинлек бирә, тип ышана эксперттар.
Фото: "Башинформ".