Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Март 2022, 20:00

Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде

Муллайән Халиҡов һәм уның фекерҙәштәре халыҡ хужалығын тергеҙеүгә өлгәшә, ул үҙе башҡорт мәҙәниәтен, телен, республиканың рухи мираҫын һаҡлауға ҙур өлөш индерә.

Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде

“Бөгөн Бүздәктә Муллайән Халиҡовҡа һәйкәл астыҡ. Ул бик сағыу һәм аҡыллы сәйәсмән булған. Уның ҡултамғаһы БАССР-ҙы булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡуйылған. Муллайән Халиҡовтың Башҡорт АССР-ы Совнаркомы рәйесе вазифаһындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә беҙҙең республиканың административ сиктәре ҙурая, ә баш ҡаланы Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсерәләр.

Ауыр замандар булыуға ҡарамаҫтан, Муллайән Халиҡов һәм уның фекерҙәштәре халыҡ хужалығын тергеҙеүгә өлгәшә, ул үҙе башҡорт мәҙәниәтен, телен, республиканың рухи мираҫын һаҡлауға ҙур көс индерә. Нәҡ шул заманда заманса Башҡортостандың уңышлы үҫеше өсөн ныҡлы нигеҙ һалына”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге диуарында.

Ысынлап та, бөгөн Бүздәк районында иҫтәлекле ваҡиға булды –  Башҡортостандың бөйөк дәүләт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының  тәүге етәкселәренең береһе Муллайән Халиҡовҡа бюст асылды.

Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты (конгресы) рәйесе Юлдаш Йосопов, Муллайән Халиҡовтың туғаны Флүрә Вәхитова ҡатнашты.  

Бүздәк ауылының 1-се мәктәбе биләмәһендә ҡуйылған бюстың авторы - Башҡортостандағы билдәле скульптор Владимир Дворник.

– Муллайән Халиҡовтың яҙмышы бик ҡыҙыҡлы, сағыу һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыҫҡа. Ул бары 43 йыл йәшәгән. Һәм беҙ, ысынлап та, уның тураһында әҙ беләбеҙ. Ә ул бит Совет Башҡортостаны автономияһын танытыу өсөн көрәшкән кеше. Уның тырышлығында бөгөнгө административ сиктәрҙәге республикала йәшәйбеҙ. Яңыраҡ беҙ Өфөлә Ҡайтарылған исемдәр музейын булдырырға ҡарар иттек. Ул беҙ иҫләгән, әммә тейешле кимәлдәгесә танылмаған, ә йәштәр бөтөнләй белмәгән кешеләргә бағышланасаҡ. Улар иҫәбендә – Кәрим Хәкимов, беҙҙең хәрби етәкселәр, Беренсе донъя һуғышы генералдары һәм беҙҙең тарихта булған башҡа үҙенсәлекле шәхестәр. Яҡташыбыҙ Муллайән Халиҡов – исемлектә беренсе.

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев билдәләүенсә, Муллайән Халиҡовтың исемен мәңгеләштереү өсөн муниципалитетта күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, 2009 йылда тыуған ауылы Иҫке Аҡтауҙа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Бүздәк ауылындағы урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә. Урындағы музейҙа Муллайән Халиҡов тураһында китаптар һәм мәҡәләләр, уға бәйле документтарҙың төп нөсхәһе һаҡлана. 2018 йылдан Бүздәк районында “Халиҡов уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов белдереүенсә, үҙ ваҡытында Муллайән Халиҡов быуыны заман ҡуйған саҡырыуҙарға лайыҡлы яуап биргән. Шуға ла бөгөнгө Башҡортостан хулҡы уның республиканы үҫтереүгә индергән өлөшөн белергә тейеш.

Муллайән Халиҡовтың туғаны Флүрә Вәхитова туғандары тураһында яҡты хәтер һаҡлағандары өсөн республика Башлығына һәм Бүздәк районы халҡына рәхмәт белдерҙе.

Муллайән Дәүләтша улы Халиҡов 1894 йылдың 24 ғинуарында (яңыса 4 февралдә) Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенең Аҡтау ауылында тыуған (хәҙерге – Бүздәк районының Иҫке Аҡтау ауылы). “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһен тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. 2015 йылда Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында уҡытыусы, һуңынан Темәс ауылында китапхана мөдире булып эшләй.

1917 йылда ул башҡорттарҙың I һәм II съездары эшендә әүҙем ҡатнаша, унда тулы вәкәләтле орган булдырыла – Башҡорт өлкә шураһы (советы), уның составына инә. III Бөтә башҡорттар съезы республиканы булдырыу тураһында ҡарарҙы раҫлай һәм милли хөкүмәт булдырыла, уның составына ла Муллайән Халиҡов индерелә.

1918 йылдың июлендә ул Учредителдәр йыйылышы комитеты ағзалары менән Башҡорт автономияһын таныу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, сентябрҙә республика хөкүмәте исеменән тейешле килешеүгә ҡул ҡуйыла.

1919 йылдың ғинуарында Өфөнө колчаксыларҙан азат иткәндән һуң, Муллайән Халиҡов ҡалаға башҡорт частарын Ҡыҙыл Армия яғына сығарыу буйынса губерна ревкомы менән һөйләшергә килә. 1919 йылдың мартында үҙәк Совет власы менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет Автономияһын төҙөү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Муллайән Халиҡовтың уңышлы дипломатик һөйләшеүҙәр үткәреүе һәм уның шәхсән ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә автономия таныла.

1919 йылдың майынан ул – Көнсығыш фронты (Һамар) армияһының Көньяҡ төркөмө штабындағы Башҡорт хәрби-револиция комитеты вәкиле. Уны аҡтар яғында ҡалған башҡорт частарын Ҡыҙыл Армия яғына күсергә өгөтләргә ебәрәләр.

Граждандар һуғышынан һуң Муллайән Халиҡов яуаплы вазифалар биләй – Тамъян-Ҡатай кантоны ревкомы рәйесе, социаль тәьминәт наркомы, Башҡорт АССР-ының мәғариф наркомы була.

1921 йылдың июлендә 27 йәшлек Муллайән Халиҡов Башҡорт АССР-ының Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Ошо осорҙа уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 1922 йылдың 14 июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты “Башҡорт Автономиялы Социалистик Совет Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында”ғы декретты ҡабул итә. Был документ буйынса Өфө губернаһы биләмәһе БАССР-ға бирелә, ә уның баш ҡалаһы Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсерелә. Шулай итеп, Муллайән Халиҡов – Башҡортостан Республикаһын бөгөнгө сиктәрендә булдырыусы.

1925 йылда ул Мәскәүҙә Рәсәй ауыл хужалығы банкы идараһында, һуңынан РСФСР-ҙың Финанс халыҡ комиссариатында бюджет идаралығында эшләй. 1933 йылда Ҡыҙыл профессура иҡтисад институтын тамамлай.

1937 йылдың 25 июлендә Муллайән Халиҡовты ҡулға алалар, ә 27 сентябрҙә аталар. 1958 йылда ул үлгәндән һуң аҡлана.

2020 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ы хөкүмәтенең беренсе резеденцияһы урынлашҡан Милли музейы бинаһы фасадында Муллайән Халиҡовҡа иҫтәлекле мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.  

Әйтергә кәрәк, Бүздәк районында сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәренә бюст асылыуы – Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалыусыларға ихтирам билдәһе һәм тарихи шәхестәрҙең исемдәрен ҡайтарыу буйынса республика етәксеһе тарафынан эҙмә-эҙлекле алып барылған эш һөҙөмтәһе.

Ысынлап та, республикала тарихҡа, данлы үткәнебеҙҙе тергеҙеүгә иғтибар арта бара. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре һәм уның легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү өсөн бик күп эштәр атҡарылды. Быйыл баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында һәйкәл асылыуы көтөлә. 

Рәмил РӘХИМОВ, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе:

– Республика өсөн бик мөһим ваҡиғала ҡатнаштыҡ – Бүздәктә Муллайән Халиҡовҡа бюст астыҡ. Ул үҙ ваҡытында онотолған шәхес була, әммә сәйәси сәбәптәр арҡаһында онотола, сөнки ул репрессия ҡуласаһына эләгә һәм бөтөнләй нигеҙһеҙ ғәйепләнә. Ул – халыҡ өсөн күп яҡшылыҡтар эшләгән кеше. Мәғариф наркомы етәксеһе лә була, нәҡ ул, Өфө Башҡортостандың баш ҡалаһы буласаҡ, тигән ҡарар ҡабул итә һәм уның баш ҡала статусын булдыра. Муллайән Халиҡов бик күп башланғыстар башында тора, Хөкүмәт менән етәкселек итә һәм 1921 йылғы көслө аслыҡ һәм Граждандар һуғышы емереклектәре ваҡытындағы бик ауыр заманда беҙҙең республиканың дәүләтселеген һәм иҡтисадын күтәрә. Шуға ла Башҡортостаныбыҙҙың был күренекле дәүләт эшмәкәре һәм ысын илһөйәре тураһындағы хәтер бөгөн ошо күркәм бюста мәңгеләштерелде. 

Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты (конгресы) рәйесе:

– Муллайән Халиҡов – республикабыҙ, тарихыбыҙ өсөн бик мөһим шәхес. Ул – үҙ заманының, үҙ быуының бик сағыу вәкиле. Ул саҡта ла, әлеге ваҡыттағы кеүек үк, беҙҙең илебеҙ, йәмғиәтебеҙ, цивилизация һынылыш алдында торған. Ижад итергә, эшләргә әҙер булған кешеләргә күп нәмә бәйле булған. Әлбиттә, нәҡ ошондай кешеләр алғы планға сыға. Муллайән Халиҡов тап шундайҙарҙан була ла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡулланыусы кеше образы өҫтөнлөк итә. Хәҙер нәҡ ошо Муллайән Халиҡов кеүек образдар аша беҙ тарихыбыҙ тураһында уйланырға һәм бөгөн йәшәгән йәмғиәтебеҙҙе танып белергә тейешбеҙ. Был беҙҙең артабанғы үҫешебеҙ өсөн бик мөһим.

Муллайән Халиҡовтың ҡултамғаһы бөтә ойоштороу документтарында тора. Ул беренсе Мәғариф наркомы була. Был беҙҙең өсөн мөһим мәл – нәҡ мәғариф, мәғрифәтселек аша яңы йәмғиәт, ил, цивилизация булдырыла.

Радий Фәрит улы тарихи шәхестәрҙе ҡайтарыу буйынса ҙур эш башланы. Беҙгә Миңлеғәле Шайморатов, Муллайән Халиҡов менән генә туҡталырға ярамай, ә тағы ла эҙләнергә, яңы исемдәрҙе асырға кәрәк.

Фото: Башҡортостан башлығы сайтынан.

Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Муллайән Халиҡовтың исеме мәңгеләштерелде
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: