“Бөтә маҡсатлы күрһәткестәрҙе бойомға ашырыу өсөн регламенттарҙы үҙгәртергә, бюрократияны тамырынан бөтөрөргә һәм идара итеү процестарын автоматлаштырыуҙы һәм цифрлаштырыуҙы тәьмин итергә кәрәк, - тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы барышындағы сығышында. - Беҙҙең маҡсат – Хөкүмәт эшен юғары һөҙөмтәле һәм хәрәкәтсән итеү”.
Санкция баҫымы шарттарында оператив ҡарарҙар ҡабул итеүҙең мөһимлеген аңлап, НПА проекттарын дүрт сәғәт эсендә “КӨРСӨККӘ ҠАРШЫ” (“АНТИКРИЗИС”) мисәте менән яраштырыу регламенты раҫланды.
Министрҙар Кабинетының бөтә коллегиаль эше үҙгәртелеп, Хөкүмәт һәм уның Президиумы ултырыштары форматы ла үҙгәреш кисергән. Бынан алда ултырыштарҙа төп иғтибар Хөкүмәт ҡарарҙары проекттарын тикшереүгә йүнәлтелде.
“Былтырҙан башлап “Республиканың әһәмиәтле проекттары менән идара итеү системаһы”нда ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу процесын автоматлаштырҙыҡ. Аҙна һайын беҙ мөһим һәм милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышын тикшерәбеҙ. Дөйөм алғанда – 150-ләп проект. Бындай ҡараш «ҡыҙыл» зоналарҙы ваҡытында асыҡларға һәм «онлайн» режимында һөҙөмтәләргә һәм маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү буйынса саралар күрергә мөмкинлек бирҙе”, - тине Хөкүмәт Премьер-министры.
Бынан тыш, ултырыштарҙа республика үҫешенең иң көнүҙәк социаль-иҡтисади проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән 52 системалы мәсьәлә ҡаралған. Хөкүмәттең күсмә ултырыштарын үткәреү практикаға индерелгән, уларҙа муниципаль берәмектәрҙең проблемалы мәсьәләләрен хәл итеүгә баҫым яһала. Былтыр Иглин, Балаҡатай райондарында, Стәрлетамаҡта һәм Межгорьела ошондай күсмә ултырыштар үткән. Һөҙөмтәлә тейешле юл карталары төҙөлгән, уларҙы ғәмәлгә ашырыу республика Хөкүмәте контроленә алынған.
Дөйөм алғанда, 2021 йылда Хөкүмәт Башҡортостан Республикаһы - Дәүләт Йыйылышына ҡарауға 35 закон проекты индергән.
Хөкүмәт әҙерләгән көрсөккә ҡаршы пакет 50-нән ашыу норматив-хоҡуҡи акттар проектын оператив ҡабул итеүҙе күҙ уңында тота. Ә был Хөкүмәт һәм депутаттар корпусы көстәрен бергә тупламайынса мөмкин түгел.
Бынан тыш, инвестициялар йәлеп итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһында махсус административ район (Калининград өлкәһе һәм Алыҫ Көнсығыштағы кеүек) булдырырға ниәтләйбеҙ, был иһә федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереүҙе талап итәсәк.
“Беҙҙең төп бурыс үҙгәрешһеҙ ҡала – йәшәү өсөн иң уңайлы төбәк булдырыу. Бының өсөн халыҡтың йәшәү кимәлен һәм сифатын һаҡлап ҡалыу; бизнес алып барыу өсөн тағы ла уңайлыраҡ шарттар булдырыу зарур”, - тине Андрей Назаров.
Фото: utv.ru