Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Март 2022, 19:00

Радий Хәбиров: "Беҙгә берҙәмлекте нығытыу һәм намыҫлы эшләү мөһим"

Республика Башлығы уҙған йылға йомғаҡ яһап, киләсәккә пландарҙы билдәләне.

Радий Хәбиров: "Беҙгә берҙәмлекте нығытыу һәм намыҫлы эшләү мөһим"
Радий Хәбиров: "Беҙгә берҙәмлекте нығытыу һәм намыҫлы эшләү мөһим"

Бөгөн Дәүләт Йыйылыш – Ҡоролтайҙа Башҡортостан Хөкүмәте 2021 йылға эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

– Хөрмәтле коллегалар!

Беҙ еңел булмаған заманалар килгәнен аңлайбыҙ. Рәсәйҙе буйһондорорға, ҡурҡытырға, башҡаларҙан айырырға теләйҙәр. Беҙҙең илгә ҡаршы, быға тиклем булмағанса, иҡтисад, мәғлүмәт һуғышы иғлан ителде.

Беҙ бирешмәҫбеҙ, тип ышанам. Рәсәйһеҙ донъяның иҡтисады, фәне, мәҙәниәте юҡ һәм булмаясаҡ. Бөгөн беҙҙең өсөн иң мөһиме – кешеләрҙең килемен, тормош кимәлен төшөрөүгә, предприятиеларҙың ябылыуына, эшһеҙлектең артыуына юл ҡуймау.

Санкция баҫымы шарттарында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте илебеҙҙең иҡтисади, финанс, техник, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген яҡлау буйынса тәүәккәллек менән ҙур саралар күрә. Президент Владимир Путин илдең ныҡлыҡ һаҡламы көслөлөгөн, үҫеш тәртибе һаҡланыуын билдәләне. Милли проекттарҙы, дәүләт программаларын ышаныслы тормошҡа ашырыу дауам ителә. Уларҙы үтәү буйынса тейешле сығанаҡтарҙы республика ваҡытында һәм тулы кимәлдә ала.

Хөрмәтле депуттар! Яуаплы гражданлыҡ ҡарашығыҙ, беҙҙең дәүләт етәксеһенең ҡарарҙарын бер һүҙҙән хуплағанығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн республика үҙен ышаныслы тойһон өсөн һуңғы йылдарҙа күп эшләнек. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса стратегик мөһим сиккә сығыуҙы көтәбеҙ – ике триллион һум вал төбәк тауарына. Сәнәғәт үҫеше 7,5 процент тәшкил итте. Сәнәғәт сәйәсәтен алып барыу буйынса илдә иң яҡшылары тип танылдыҡ. Ростех, “Газпром”, “Башнефть” һәм Урал тау металлургия компанияһы эшсе төркөмдәре менән берҙәм эшләү һөҙөмтә бирә.

Импортҡа алмаш йүнәлешендә ныҡлы эшләйбеҙ. Был машиналар эшләүгә, нефть-газ өлкәһенә, металлургияға ғына түгел, башҡа тармаҡтарға ла ҡағыла. Хөкүмәттән әлеге еңел булмаған ваҡытта сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүен, ярҙам күрһәтеүен, улар был хәлдә һаҡланып ҡала алһын өсөн индустриаль һәм технопарктар программаларын үҫтереүҙе дауам итеүен һорайым. 

Инвестициялар буйынса 5,1 процентҡа күтәрелдек, Милли инвестициялар рейтингында бишенсе урында нығындыҡ. 419 миллиард һум – был беҙҙең барлыҡ тарихтағы рекорд. “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе илдә иң ҡеүәтле үҫешкән майҙансыҡ тип танылды. Алдағы йылдарҙа уға 60 миллиард һум һалыу, бер нисә мең эш урыны булдырыу планлаштырыла. Әгәр Хөкүмәт быйылғы йыл һөҙөмтәһе буйынса ла республикабыҙға инвестицияларҙы арттырһа, һөҙөмтәлелеккә имтиханды уңышлы бирҙек тип иҫәпләйәсәкмен. Аңлайым, ул айырыуса ҡыйын буласаҡ. Әммә үҙебеҙгә ошо маҡсатты ҡуйырға тейешбеҙ.

Беҙ халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе дауам иттек. Ҡаҙағстанға, Беларусияға эш сәфәре менән барҙыҡ. Был дәүләт етәкселәре менән һөйләшеүҙәр уҙғарылды, уларҙа вәкиллектәребеҙ асылды. Хәҙер ике арала тауар әйләнешен бер нисә тапҡыр арттырырға, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте киңәйтергә кәрәк.

Йыл ауыл хужалығы өсөн айырыуса ауыр булды. Әммә беҙҙең ауыл хужалыҡтары был юлы ла үҙҙәренең иң яҡшы булыуын иҫбатланы. Аҙыҡ-түлеккә һәм сеймалға ихтыяжды тулыһынса ҡаплайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәттең иҡтисад блогына, Ауыл хужалығы министрлығына ауыл эшсәндәре алдындағы барлыҡ йөкләмәләрҙе үтәү кәрәклегенә иғтибар йүнәлтәм. Һәм иң мөһиме – ауыл хужалығын артабан яңыртыуҙы тәьмин итеү. Тәү сиратта ауыл хужалығы техникаһын алыуҙы күҙ уңында тотам. Эшкәртеү сәнәғәте буйынса Волга буйы федераль округында тәүге өс субъект иҫәбенә инеү бурысын ҡуйҙыҡ. Әле бишенсе урындабыҙ, бер йыл элек алтынсы инек.

Республика торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса тарихи юғары һөҙөмтәгә сыҡты – 2,9 миллион квадрат метр. Планға ярашлы, “алданған өлөшсөләр” мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Хәтерләүегеҙсә, был эшкә тотонған сағыбыҙҙа республикала ун меңдән ашыу “алданған өлөшсө” бар ине. Әлеге мәлдә улар 3831 кеше ҡалды. Президенттың ҡушыуы буйынса, 2024 йылға был мәсьәләне тулыһынса хәл итергә тейешбеҙ.

Авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһын ваҡытынан алда үтәнек. Әле төҙөлөш комплексы бик ауыр хәлдә ҡалды. Ышаныслы әйтә алам – федераль, шулай уҡ беҙҙең ярҙам буласаҡ. Был юлды бергә үтергә тейешбеҙ.

Былтыр республикала 15 миллиард һумға инфраструктура бюджет кредитына бирелгән ғариза ыңғай яуап алды, уны Өфөнөң һәм Нефтекаманың яңы биҫтәләрендәге инженерлыҡ, социаль объекттарына йүнәлтәсәкбеҙ. Был кредиттар сиктәрендә баш ҡаланың “Көньяҡ ишектәре” проектын эшләй башланыҡ.

Былтыр көрсөккә ҡаршы ҡулланылған саралар ярҙамында бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙәге төп күрһәткестәрҙең төшөүенә юл ҡуйманыҡ. Әйткәндәй, ябай булмаған шарттарҙа эшҡыуарҙарға ярҙам итеү өсөн айырым пакет әҙерләнек, уны алдағы көндәрҙә тәҡдим итәсәкбеҙ.

Социаль үҫеш күрһәткестәрен яҡшыртыуға өлгәшеүебеҙ мөһим. Эшһеҙлек 5,9 проценттан 4,3 процентҡа тиклем кәмене. Уртаса эш хаҡы 7,5 процентҡа үҫеп, 40 мең һумдан артты. Төп мәсьәләне артабан да хәл итәсәкбеҙ – ярлылыҡ кимәлен кәметәсәкбеҙ.

Билдәләргә кәрәк, республика башҡа төбәктәр һәм илдәр халҡында ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Һуңғы һигеҙ йылда беренсе тапҡыр миграция үҫеше 15 мең кеше тәшкил итте. Шулай уҡ 200 йылдан тәүге мәртәбә төбәк-ара миграция алты меңгә артты.

Көҙ коронавирус пандемияһы ҡоторған саҡта бергә ҡаршы торҙоҡ. Барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән 8,5 мең инфекция койкаһы булдырҙыҡ. Яңы госпиталдәр селтәрен төҙөнөк. Дөйөм вакцинацияны тәьмин иттек. Дөйөм алғанда, республикала һаулыҡ һаҡлау системаһын һиҙелерлек нығыттыҡ. Ышаныслы әйтә алам, һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөү темпы һәм күләме бер ваҡытта ла бындай күләмдә булғаны юҡ. Быйыл кардиоүҙәкте сафҡа индерергә тейешбеҙ. Икенсе йыл – балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген. Туғыҙ поликлиника төҙөргә, яңы һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары госпиталенең проектын эшләй башларға. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт фельдшер-акушерлыҡ пункттарын, ауыл дауалау амбулаторияларын төҙөү темпын арттырыуға ла иғтибар бирһен.

Беҙ киләсәк тураһында уйлайбыҙ. Пандемия һәм бюджеттың мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, мәктәп, балалар баҡсалары төҙөүҙе дауам иттек. Һәләтле йәштәребеҙгә ярҙам күрһәттек, педагогтарҙы бүләкләнек. Евразия фәнни-белем биреү үҙәген донъя кимәленә тиклем үҫтерҙек. Юғары уҡыу йорттары араһында студенттар кампусы, йәштәр лабораторияһы булдырыу проектын Рәсәй Хөкүмәте хупланы. Беҙҙең алдынғы университеттар “Өҫтөнлөк 2030” федераль программаһы буйынса бер миллиард һумдан ашыу күләмдә гранттар алды.

Былтыр уңайлы мөхит булдырыуҙа һиҙелерлек алға киттек. Планға ярашлы, республиканың һәр муниципалитетында ошо йәһәттән үҙәктәр булдырабыҙ, үҙәк майҙандарҙы реконструкциялайбыҙ. Беҙҙең паркттар парк сәнғәтенең юғары стандарттарына яуап бирә башланы. Хөкүмәттән, бер нәмәгә лә ҡарамайынса, Өфөләге, Башҡортостандың башҡа ҡалаларындағы, район үҙәктәрендәге паркттарҙы реконструкциялау буйынса барлыҡ пландарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеүҙе һорайым.

Бер йылда республикала 146 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелде. “Башҡорт ихаталары” проекты сиктәрендә 140 ихата биләмәләре яңыртылды. 834 йортҡа һәм 312 подъезға капиталь ремонт эшләнде.

Эре инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам иттек. Тәү сиратта Өфөнән сыҡҡан Көнсығыш юлы, Бөрө – Тастүбә – Һатҡы автомобиль юлын төҙөүҙе дауам иттек. Баш ҡалаға ингән Көньяҡ юлындағы күперҙе, Ә. Вәлиди урамындағы айырсаны сафҡа индерҙек. “Көньяҡ экспресс” тиҙ йөрөшлө поезын Өфө – Күмертау маршруты буйынса ебәрҙек, уны Ырымбурға тиклем оҙайттыҡ. Приютҡа тиклем “Көнбайыш экспресс” ебәрелде, ә 1 апрелдән ошо маршрут буйынса яңы “Ласточка” юлланасаҡ.

“Башавтотранс”ты һәм, ғөмүмән, Өфөләге, республика ҡалаларындағы, райондарындағы пассажирҙар ташыуҙы үҫтереүгә, нығытыуға айырыуса ҙур иғтибар бирҙек. Был эш һөҙөмтәһендә Өфөнөң автобус паркы Волга буйы федераль округында иң йәше булды. Ә был – граждандар өсөн уңайлылыҡ. Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәткә һәм Өфө мэрына транспорт сараларының сифатын арттырыу йәһәтенән ҡала маршруттарында даимилыҡты, иң ҙур ихтыяж булған маршруттарҙа етерлек состав йөрөүен тәьмин итеү бурысын ҡуям.

Хөрмәтле коллегалар!

Әле баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына әүҙем әҙерлек бара. Көрәш үҙәге төҙөүгә тотонабыҙ, Ҡурсаҡ театры реконструкциялана башлай, Ағиҙел аша аркалы күпер һалынасаҡ. 2024 йылға Инорста ишеү слаломы үҙәге төҙөйбөҙ, ә Затондағы спорт әҙерлеге үҙәге эргәһендә – Фехтование үҙәген. Евразия китапханаһының проектын тамамлайбыҙ – үҙенсәлекле объект, ул фән һәм мәҙәниәт өсөн оло ваҡиғаға әйләнер, тип ышанам. Хөкүмәттән Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек буйынса пландарҙы тормошҡа ашырыуҙы тәү сиратта тәьмин итеүҙе һорайым.

Хөрмәтле депутаттар!

Беҙ һеҙҙең менән мөһим тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булып торабыҙ. Еңеүҙән һуң 77 йыл үткәс, илебеҙ йәнә нацизмға ҡаршы көрәшә. Әле Рәсәй яугирҙәре Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын азат итеү өсөн батырҙарса алыша. Әйткәндәй, теүәл ике йыл элек Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был өлкәләрҙе азат иткән генерал Шайморатовҡа, үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикабыҙҙан сыҡҡандар араһында ла  юғалтыуҙар бар. Уларҙың батырлығын һәр саҡ иҫтә тотасаҡбыҙ.

Федераль кимәлдә хәрби хеҙмәткәрҙәргә, һәләк булған геройҙарҙың ғаиләләренә бик етди финанс һәм матди булмаған ярҙам саралары ҡабул ителгән. Республика ла үҙ сиратында уларға ярҙам итергә тейеш тип иҫәпләйем.

Бөгөн мин “Һәләк булған (мәрхүм) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә ярҙам саралары тураһында”ғы закон проектын индерәм. Һүҙ махсус хәрби операция барышында бурысын үтәгәндә һәләк булған (вафат булған) хәрби хеҙмәткәрҙең һәр ғаилә ағзаһына тигеҙ өлөштә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә ике миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам хаҡында бара. Һеҙ был саралар менән килешерһегеҙ, тип уйлайым. Бөгөн ошо законды тикшереүегеҙҙе һәм, ризалашҡан осраҡта, уны бөгөндән үк ҡабул итеүегеҙҙе һорайым. Геройҙар, уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек күреү – беҙҙең бурыс. Һәм уны үтәйәсәкбеҙ.

Хөрмәтле коллегалар!

Беҙ киләсәккә ышаныслы ҡарайбыҙ. Ул ябай булмаясаҡ. Республиканың Көрсөккә ҡаршы штабы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Һәр кем үҙ урынында бурыстарын лайыҡлы үтәй. Был ябай булмаған һынауҙарҙан тағы ла көслөрәк, тәжрибәлерәк, белдеклерәк булып сығасаҡбыҙ.

Сығышымды тамамлап, иң тәүҙә республика халҡына сыҙамлыҡтары, беҙҙең изге башланғыстарҙы хуплағандары өсөн рәхмәт белдерәм. Хөрмәтле депутаттар, Башҡортостаныбыҙҙы үҫтереү буйынса төбәк етәкселеге эшмәкәрлегенә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Төбәк Хөкүмәтенә, республиканының үҫешен тәьмин иткән муниципаль берәмектәр башлыҡтарына рәхмәт.

Рәсәй һәм Башҡортостандың бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан йәшәйәсәгенә, сәскә атасағына ышанам. Берҙәмлекте нығытыу һәм намыҫлы эшләү – төп саҡырыу һәм бөгөнгә бурыс.  

Иғтибарығыҙға ҙур рәхмәт! - тине сығышында Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: