Бөтә яңылыҡтар

Пенсияғыҙҙан бурысты тотмаһындар тиһәгеҙ...

Үҙгәрештәр алимент түләмәй ҡасып йөрөгән граждандарға ла ҡағыла.

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ошо көндәрҙә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур МӘХМҮТОВ менән            осрашып,          суд пристав­тары эшенә ҡағылышлы ғәмәлгә ингән ҡануниәт буйынса әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Илнур Әнүәр улы, мәғлүм булыуынса, 1 февралдән бурыслы граждандар үҙ аҡса­һының бер өлөшөн суд прис­тавтарының иҫәптән алыуынан яҡлай ала. Был мөмкинлектән файҙаланыр өсөн ни эшләргә кәрәк?

– Бының өсөн приставҡа ғариза биреү ҙә етә – йәшәү минимумы кү­ләмендәге аҡса, тейелгеһеҙ булараҡ, иҫәптә ҡаласаҡ. Был яңы закон хәҙер, элекке тәртиптән айырмалы, оҙайлы судтар һәм файҙаһыҙ үтенестәрһеҙ эшләй. Ул кредит, расписка буйынса бирелгән, коммуналь бурыстары булғандарға ҡағыла.

Эксперттар баһалауынса, был яңылыҡ бурыслының һәм креди­торҙың мәнфәғәттәрен мөмкин тиклем тигеҙләргә булышлыҡ итә. Атап әйткәндә, беренсеһе бер кем дә тартып алырға тейешле булмаған йәки иҫәптән сығара алмаған айырым сумма менән эш итәсәк.

Законға ярашлы, юғарыраҡ кимәл алына. Бөгөн Рәсәйҙең эшкә һәләтле кешегә ҡарата йәшәү минимумы 13026 һум тәшкил итә, шуға иҫәп тотабыҙ ҙа инде. Айҙың тулы булмаған егерме көнөндә 1200 самаһы ғариза килгән дә инде. Уларҙың барыһы ла тиерлек ҡәнәғәтләндерелде, сөнки ҡуйылған бөтә талаптарға ла улар яуап бирә.

Бындай хоҡуҡтан ҡулланыу өсөн бурыслыға башҡарыу эшен алып барған суд приставтары бүлегенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ айлыҡ килеме булыуын раҫлаған документтар һәм уның хаҡында мәғлүмәттәр тапшырырға кәрәк. Аҡса хеҙмәттең вазифалы кешеһенең талаптарын үтәп тотонола: банк йәки башҡа кредит ойошмаһы тейелгеһеҙ суммаға арест һала алмаясаҡ.

Ғаризала кешенең фамилияһы, исеме, атаһының исеме, граждан­лығы, шәхесте, йәшәгән йәки килгән урынын раҫлаған документ реквизиттары, бәйләнеш өсөн телефон номеры, башҡарма производство­ның датаһы һәм номеры, социаль категорияһы күрһәтелергә тейеш. Бынан тыш, бер банк иҫәбенең реквизиттары ла булһын. Унда йәшәү минимумы күләмендә аҡса һаҡларға кәрәк, шулай уҡ банктың исеме һәм адресы ла күрһәтелергә тейеш.

 

– Аңлауыбыҙса, хәҙер пен­сио­нерҙарҙың пенсияһын тулы кимәлдә тотоп ҡала алмайҙар?

– Эйе. Мәҫәлән, бер пенсионер айына 16 мең һум ала. Уның 120 мең күләмендә кредиты буйынса бурысы бар. Быға тиклем ай һайын пенсияның яртыһын банк файҙа­һына тотоп килгәндәр. Хәҙер иһә ул ғариза яҙасаҡ һәм пенсияһының 13 мең һумын үҙендә һаҡлап ҡалыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, ә кредит иҫәбенә банкка айына өсәр мең һум ғына күсереләсәк.

 

– Был бөтәһенә лә ҡағыла­мы?

– Алиментын ваҡытында түлә­мәү­­селәр һәм енәйәт ҡылыу һөҙөм­тәһендә һаулыҡҡа зыян йәки матди зыян килтергән өсөн аҡсалата компенсация түләүселәр йәшәү минимумын һаҡлап ҡала алмай.

Дәүләт хеҙмәттәре порталынан да файҙаланырға мөмкин. Был – иң тиҙ һәм уңайлы ысул. Унда шулай уҡ тейешле бүлектә ғариза тултырыла. Документтарҙы почта аша ебәрергә йәки приставтар хеҙ­мәтенә илтергә мөмкин.

Ғаризаның нисек бирелеүенә ҡарап, пристав ҡарары ун эш көнөнән һуң Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша шәхси кабинетҡа йәки почта аша киләсәк.

Әгәр бурыслының балалары һәм уның ҡарамағында башҡа кешеләр бар икән, ул закон буйынса уларға билдәләнгән йәшәү минимумынан артыҡ аҡсаны һаҡлап ҡалыу тураһында ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡлы.

Әгәр йәшәү минимумы тотонол­маһа, банк уны ай аҙағына тиклем иҫәптә тота. Файҙаланылмаған аҡсаны киләһе айҙың башында бурыс иҫәбенә күсерәләр. Сираттағы ҡабул итеү килгәс, финанс учреж­дениеһы йәнә ай аҙағына тиклем йәшәү минимумын һаҡлап ҡаласаҡ.

 

– Быйылдан алиментсы­ларға ҡағылышлы закондар ҙа ғәмәлгә инде. Уларға ла туҡталып үтәйек...

– Йыл башынан Рәсәй Феде­рацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 5.35-се статьяһына индерелгән төҙәтмәләр һәм Рәсәй Федера­цияһының Енәйәт кодексының 157-се статьяһындағы үҙгәрештәр ғә­мәл­гә инде – ул алимент түләмәй ҡасып йөрөгән граждандарға ҡағыла.

Хәҙер алимент буйынса бер аҙ ғына бурысы булғандар яуап­лылыҡҡа тарттырыласаҡ. Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы­ның 157-се статьяһындағы төҙәт­мәләргә ярашлы, баланы йәки эшкә яраҡһыҙ ата-әсәһен ҡарауға аҡсаны ике ай һәм унан да күберәк ваҡыт күсермәгән өсөн яуаплылыҡ ҡарал­ған. Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 157-се статьяһындағы үҙгәрештәр ҙә ғәмәлгә инде – ул алимент түләмәй ҡасып йөрөгән граждандарға ҡағыла. 2022 йылдың 10 ғинуарынан суд ҡарарында йәки нотариаль килешеүҙә күрһәтелгән күләм тулыһынса түләнмәһә, бурыс­лыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.

 

– Йәғни алиментсы элекке кеүек исем өсөн 1-1,5 мең һум түләп кенә яуаплылыҡтан ҡасып ҡотола алмаймы?

– Эйе, яуаплылыҡҡа тарттыр­маһындар өсөн тәүҙә төп бурысты тулыһынса ҡапларға кәрәк, ә һуңынан законға ярашлы ҡаралған ваҡытта даими рәүештә аҡса күсереп тороу талап ителә. Алимент түләү тәртибе башҡарыу документында күрһәтелә: был – бурыс­лының айлыҡ килеменән процент йәки бурыслының матди хәленән сығып, суд билдәләгән аныҡ күләм­дәге аҡса.

 

– Административ һәм Енәйәт кодекстарында яза төрө үҙ­гәрҙеме?

– Юҡ, яза саралары элеккесә ҡалды. 150 сәғәткә тиклем мәжбүри эшләтеү йәки 10 – 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу, йәки 20 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡаралған.

Шулай уҡ 10 ғинуарҙан Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы­ның 157-се статьяһы буйынса бурыслы алиментты өлөшләтә генә түләгән осраҡта ла, етди сәбәп булмаған хәлдә, ундай ата-әсәне бер йылға холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп итеүҙәре йәки өс айға тиклем ҡулға алыуҙары, йәки бер йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал. Шуға ла ошондай ҡыйын хәлгә ҡалмаҫ өсөн, алиментты ваҡытында түләп барырға кәрәк. Закондан, яуаплылыҡтан ҡасып ҡалыу мөмкин түгел.

 

– Илнур Әнүәр улы, әңгәмә өсөн рәхмәт.

 Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: