Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге быйыл апрель аҙағында һәм майҙа ғәмәлгә ингән закондарға аңлатмалар әҙерләгән.
27 апрелдән СССР-ҙың һәм фашист Германияһының Икенсе донъя һуғышындағы ролен асыҡ рәүештә тиңләштергән өсөн административ яза ҡаралған: граждандар өсөн – бер меңдән ике мең һумға тиклем штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу; вазифалы кешеләр өсөн – ике меңдән дүрт мең һумға тиклем штраф, ойошма-предприятиелар өсөн – 10 меңдән 50 мең һумға тиклем штраф. Әгәр ҙә хоҡуҡ боҙоу тағы ҡабатланһа, яза ҡатыланасаҡ.
Рәсәй ҡағыҙҙарына сит ил биржаларында делистинг үткәрергә (ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы биржалағы әйләнештән алыу): 27 апрелдән 5 майға тиклем компаниялар сит ил майҙансыҡтарында депозитар распискаларҙы урынлаштырыу тураһындағы килешеүҙәрҙе өҙөргә тейеш. Компанияның депозитар программаһын һаҡлап алып ҡалырға теләүселәр 5 майға тиклем ошондай үтенес менән Рәсәйҙең Финанс министрлығына, был ҡарарҙың мотлаҡ икәнлеген нигеҙләп, мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә булды.
Инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия алған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау көсәйтелә: быға тиклем инвалидлыҡ һәм ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия алған үҫмерҙәр мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса эшкә урынлаштырылғанда пенсияға социаль түләүҙәрҙән мәхрүм ителгәйне. Яңы ҡағиҙә буйынса был түләү һаҡлана. Бынан тыш, уға төп белем биреү программалары буйынса көндөҙгө бүлектә белем алған йәштәрҙең 23 йәше тулғанға тиклем хоҡуғы бар.
1 майҙан 8 – 17 йәшлек балалар өсөн яңы пособие: уртаса йән башына килеме төбәктәге йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләр 8 – 17 йәшлек балалар өсөн ай һайын аҡса аласаҡ. 1 майҙан Дәүләт хеҙмәттәре порталында, Рәсәй Пенсия фондында йәки күп функциялы үҙәктәрҙә ғариза яҙырға мөмкин. Аҡса апрель һәм май өсөн бер юлы биреләсәк. Пенсияның база күләме – төбәктәге балаға йәшәү минимумының 50 проценты. Уны алғас та, ғаиләнең уртаса йән башына килеме йәшәү минимумына етмәй икән, өҫтәмә түләүҙе 75 процентҡа тиклем арттырасаҡтар. Әгәр был түләүҙәр ҙә етмәһә, 100 процентҡа тиклем күбәйтәсәктәр.
1 майҙан социаль түләүҙәрҙе тартып алыуҙан һаҡлайҙар. Бер тапҡыр бирелгән түләүҙәрҙән һәм даими бирелгән социаль пособиеларҙан башҡарма производство барышында кредит түләмен ҡаплай алмаясаҡтар. Заемға биреүсе риза булған осраҡта ғына был эшләнергә мөмкин. Аҙ килемлеләргә түләүҙәр ҙә шулай уҡ яҡланасаҡ. Әгәр кеше түләүҙе бурысты ҡаплауға тотонорға теләмәһә, ул 14 көн эсендә үҙ аҡсаһын кире ҡайтара ала. Иҫәптән алыу тыйылған социаль түләүҙәр исемлеге менән “Башҡарыу производствоһы тураһында”ғы закондың 101-се статьяһында тулыраҡ танышырға була.
1 майҙан тиҙ түләүҙәр системалары өсөн сикләүҙәр аҙайҙы: был системалағы операция буйынса максималь күләм 600 мең һумдан бер миллион һумға тиклем арттырыла.
4 майҙан һанлы системаларҙы ойоштороу ябайлаштырылды. Санкциялар осоронда Хөкүмәт Рәсәйҙең юғары технологиялы сәнәғәт продукцияһын етештереү өсөн һанлы платформалар ойоштороуға дәүләт субсидияһы алған IT-компанияларға иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү өсөн талаптарҙы йомшартты. Субсидиялар бирелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты ике йылға оҙайтылды. Программа тәьмин итеү өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған компаниялар ғәмәлдәге килешеүҙәр буйынса тәьминәтте өҙгән өсөн штраф санкцияларынан азат ителеү мөмкинлегенә эйә.
17 майҙан торлаҡ йортта йәшәүселәр үҙҙәренең йортонда рекламаны тыя ала. Бина милекселәренең ризалығы булмаһа, урындағы властар йорттарға реклама ҡоролмаларын тыясаҡ. Был ризалыҡ Рәсәйҙең Торлаҡ кодексына ярашлы булырға тейеш. Килешеүҙе милекселәрҙең дөйөм йыйылышы ҡарарын белдереүгә хоҡуҡлы кеше төҙөй ала.
26 майҙан Рәсәй Хөкүмәте контролгә алынған тауарҙар һәм технологиялар исемлеген экспорт контроленә ярашлы раҫлаясаҡ. Был ғәмәлдәге процедураны ҡулайлаштырыу өсөн кәрәк.
Айһылыу НИЗАМОВА.