Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Июнь 2022, 14:19

“Стәрлетамаҡ кешеһе”

Рөстәм Ғәзизов ҡала халҡы менән уртаҡ тел тапты.

ҡала хакимиәтенән.
Фото:ҡала хакимиәтенән.

Бынан теүәл ярты йыл элек Башҡортостандың икенсе иң ҙур ҡалаһы Стәрлетамаҡта яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде. Рөстәм Ғәзизов Өфөнән килде, шуға сит кешегә урындағы халыҡ башта һынап баҡты. Әммә Рөстәм Фәрит улы ошо бер нисә ай эсендә генә лә үҙен “Стәрлетамаҡ кешеһе” итеп таныта алды. Был хаҡта уның башҡарған эштәре һөйләй. Әммә беҙ йәш етәксегә бөгөн бөтөнләй башҡарылған эштәр буйынса түгел, башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

 

– Рөстәм Фәрит улы, Стәр­летамаҡҡа өйрәндегеҙме инде?

– Әлбиттә, башта үҙемде сит кеше итеп тойған һымаҡ инем. Яйлап өйрәндем, ҡала халҡының ихтыяжы, эске донъяһы аша урындағы тормошто аңлай башланым. Шуныһына тиҙ төшөндөм: Стәрлетамаҡта тура һүҙле, ҡыйыу, әммә әүҙем, яуаплы кешеләр йәшәй. Быға ҡыуандым ғына, сөнки, әгәр ҙә халыҡ битараф булһа, ҡала үҫеше лә тотҡарланасаҡ. Тәҡдим­дәр индерһендәр, сараларҙа ҡатнашһындар, хатта әрләһендәр, тик битарафлыҡ күрһәтмәһендәр. Был йәһәттән шундай үҙенсәлеккә тап булдым: Өфөнән айырмалы рәүештә, бында ҡаланың бер осонда йәшәгән кешеләр бөтөнләй икенсе биҫтәләге проблемалар, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Тимәк, башҡалар тормошона битараф түгелдәр.

Ғаиләм әлегә Өфөлә йәшәй, әммә уҡыу миҙгеле тамамланыу менән улар ҙа Стәрлетамаҡҡа күсеп киләсәк. Бер үҙем булғас, күп ваҡыт кистәрен урамда йәйәү йөрөйөм. Шул ваҡытта ҡала урамдарында төрлө проблемалар ҙа күренә... Ул турала шунда уҡ урынбаҫарҙарға, хакимиәттең бүлек етәкселәренә еткерәм. Ошондай мәлдәр ҙә үҙемде ҡала кешеһе итеп тойорға ярҙам итте.

 

– Ҡаланы тағы ун йылдан нисек итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?

– Әлбиттә, ҡала тормошо – тере организм. Уның көндәлек мәшә­ҡәттәре бар, шул уҡ ваҡытта алдағы ун, егерме, илле йылға ҡарата пландар менән йәшәргә лә кәрәк. Мәҫәлән, бөгөндән Стәрле­тамаҡты медицина кадрҙары менән тәьмин итергә кәрәк, юлдағы соҡорҙар йәки таҙартылмаған ихаталар һәм башҡа мәсьәләләр киҫкен. Ун йылдан тормош нисек булыр тип баш ватҡанда бөгөндән үк төҙөлөш тураһында уйлау мотлаҡ. Ҡала үҫешә, күп ҡатлы йорттар төҙөү өсөн ер аҙая бара, шуға сиктәрҙе киңәйтеү мөһим. Әлбиттә, быға тиклем дә ул мәсьәлә булған, әммә инде артабан һуҙырға ярамай.

 

– Стәрлетамаҡ сәнәғәт ҡалаһы, йәштәр ҡалаһы булараҡ билдәле. Ошо йәһәттән киләсәккә ниндәй пландар бар?

– Һүҙ ҙә юҡ, Стәрлетамаҡ – оло химия сәнәғәте магнаты. Шул уҡ ваҡытта иҡтисадтың, атап әйткән­дә, сәнәғәттең яңы технологиялар, интеллектуаль күренештәр аша ла үҫешерен теләр инем. Был йәһәттән миҫалдар ҙа бар: ҡала эшҡыуарҙары робот техникаһы өлкәһендә яңы майҙансыҡтар булдыра, эш урындары аса. Илдең төрлө төбәктәренә генә түгел, сит илгә лә продукция сығарған 3D принтерҙар етештереүселәр үҙҙәре ни тора! Беҙҙең тәү сираттағы бурыс – ошо майҙансыҡтарға бина, льготалар менән ярҙам итеү.

Йәштәргә килгәндә, күҙәтеүемсә, Стәрлетамаҡта төрлө йүнәлештә эш алып барған, төрлө ҡыҙыҡ­һыныуҙары булған төркөм-төркөм йәштәр донъяһы үҫешә. Әммә уларҙы бергә туплау, фекерҙәш, рухташ булырға саҡырған урын, идея юҡ кимәлендә. Планда булған “Йәштәр йорто” нәҡ берләштергес үҙәккә әйләнер тип ышанам. Унда асыштар ҙа, табыштар ҙа булыр тип өмөтләнәм. Кадрҙар үҫеше, идеялар, донъяуи саралар... Барыһына ла өмөт ҙур.

– Һеҙ күптән түгел такси водителе ролендә булып ҡара­нығыҙ. Пассажир­ҙарҙы (бушлай) алып барғанда ҡала проблемалары хаҡында ла белдегеҙ. Халыҡ менән тағы нисек аралашаһығыҙ?

– Тәү сиратта, социаль сел­тәрҙәрҙә килгән мөрәжәғәттәр, ялыуҙар, үтенестәр халыҡ менән бәйләнеш ысулы булып тора. Ҡабул итеүҙәр, төрлө осрашыуҙар ҙа ҙур мәғлүмәти ярҙам килтерә. Әммә киләсәктә ошондай ғәҙәти булмаған алымдарҙы тағы ла ҡулланырға уй бар.

 

– Әйткәндәй, һеҙгә тормошта ысынлап та такси водителе булып эшләргә тура килдеме?

– Атайым мәрхүм ғүмер буйы ҙур машиналарҙа, автокранда эшләне. Уның менән гел бергә йөрөп, эшенә һоҡланып, мин дә водитель булырға хыяллана инем. (Шуныһы йәл: атайҙан йөрөтөү оҫталығын ғына түгел, башҡа бик күп һөнәрҙәрҙе лә өйрәнеп ҡал­мағанмын, ул нимәгә генә тотонһа ла, ҙур оҫталыҡ һәм ҡыҙыҡһыныу менән башҡарып сығыр ине.) Үҫә төшә ниәт үҙгәрҙе: башта хәрби кеше булырға ынтылдым, һаулыҡ буйынса сикләүҙәр арҡаһында хыялым селпәрәмә килде һәм артабан үҙемде ҡотҡарыусы итеп күрҙем. Ошо йәһәттән махсус һөнәр алдым, хеҙмәт юлым да ҡотҡарыусы ро­лендә башланып китте. Әммә аҙаҡ дәүләт хеҙмәте үҙенә тартты.

Водитель булырға тура килмәне, әммә тыуған ауылда – Шишмә районында йәшәгәндә мал ҡараусы ла булып эшләнем, көтөү ҙә көттөм, студент саҡта вагондар ҙа бушаттым. Был эштәр, был тәжрибә, хатта хыялдар, спорт шөғөлө һымаҡ, артабан мине сыныҡтырҙы, эшемдә сабырлыҡҡа өйрәтте, кешеләргә ҡарата яҡшы мөнәсәбәтте нығытты.

 

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Башланғыстарығыҙ дауамлы булһын!

Рәмил МАНСУРОВ 
Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Читайте нас: