Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Июнь 2022, 14:34

Улар – граждандар мәнфәғәте һағында

Республика адвокатураһының бер быуатлыҡ тарихы бар.

Нәсих Хәлисов фотолары.
Фото:Нәсих Хәлисов фотолары.

Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы һәм Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы беҙҙең төбәктә иң ҙур юридик ойошмаларҙан һанала. Палата бөтәһе 1650 адвокатты берләштерә. Улар 33 коллегияла, алты адвокат бюроһында, 239 адвокат кабинетында эшмәкәрлек алып бара. Адвокаттар юридик яҡлауға, ғәҙеллеккә өлгәшергә теләгән кешеләргә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.

 

Хеҙмәттәшлек – беренсе урында

 

Һәр эштә уңышҡа өлгәшеү өсөн хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөһим. Был йәһәттән Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы ҙур эшмәкәрлек алып бара – дәүләт власы органдары, дәүләткә ҡарамаған ойошмалар, йәмәғәт берлектәре һәм киң мәғлүмәт саралары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырыуға өлгәшкәндәр, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөгәндәр. 2021 йылдың октябрендә Адвокаттар палатаһының вице-президенты Дмитрий Киселев Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил ҡарамағындағы Йәмәғәт эксперт советы составына индерелгән. 

Адвокаттар палатаһының һәм Башҡортостанда Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институтының әүҙем хеҙмәттәшлеге адвокатураға эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеге менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыуға мөмкинлек бирә, хоҡуҡи даирәлә уларға ярҙам итә. Бынан тыш, ике яҡ тарафынан төҙөлгән килешеү нигеҙендә, Адвокаттар палатаһы, эшҡыуарҙарҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында, уларҙың мөрәжәғәте буйынса ҡала һәм райондарҙа тикшереүҙәр ойоштора.

 

Социаль эшмәкәрлек мөһим

 

Адвокатураның социаль йәһәттән эшмәкәрлеген уңышлы ғәмәлгә ашырыу, граждандарға квалификациялы юридик ярҙам күрһәтеү өсөн Адвокаттар палатаһы Рәсәй юристар ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Күп адвокат уның ағзаһы булып тора. Улар был йәмәғәт ойошмаһының район һәм ҡалаларҙағы бүлектәрендә граждандарҙы ҡабул итә. Бынан тыш, Палата менән Ассоциация хоҡуҡи ярҙамдың һәм юридик белемдең сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ халыҡтың хоҡуҡи мәҙәниәтен үҫтереү буйынса берҙәм эшмәкәрлек алып бара.

Республиканың Адвокаттар палатаһы советы ике тиҫтә йыл дауамында йәмғиәттә адвокат һөнәренең абруйын күтәреү йүнәлешендә эшләй. Адвокаттар Рәсәй Президентының Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлегенең Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшендә ҡатнаша: аҙнаһына ике тапҡыр дежур торалар һәм граждандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтәләр. Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы менән берлектә район һәм ҡалаларға сығып граждандарҙы ҡабул итәләр.

Төҙөлгән килешеүҙәр нигеҙендә, Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы учреждениеларында тотолған граждандарҙың үтенестәрен тикшерәләр. Адвокаттар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә йыл һайын меңәрләгән кеше квалификациялы бушлай юридик ярҙам алыу хоҡуғынан файҙалана, законһыҙ һәм нигеҙһеҙ эҙәрлекләүҙән ғәҙел яҡлау таба.

Һөнәргә йәштәрҙе йәлеп итәләр

 

Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы юридик белем биреү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итеү йүнәлешендә лә әүҙем эшләй. Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Г.В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисади университеты кеүек юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек студенттарҙы адвокат һөнәренә юғары кимәлдә әҙерләүгә йоғонто яһай. Мәҫәлән, 2021 йылдың ғинуарында шул саҡта Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты вазифаһын биләгән Артур Насиров һәм БДУ-ның Хоҡуҡ институты директоры Руслан Зәйнуллин хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Хоҡуҡ институтында магистратура программаһына ярашлы, “Адвокатлыҡ һәм хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеге” буйынса белгестәр әҙерләнә. Республиканың Адвокаттар палатаһы  студенттарға уҡыу һәм производство практикаһын үтеүгә булышлыҡ итә. Бергә эшләү һөҙөмтәһендә йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу ҙа ҡаралған. 

Йәш белгестәр – буласаҡ адвокаттар. Маҡсатлы һәм амбициялы студенттарҙы һөнәргә йәлеп итеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырылған. 2011 йылда, Башҡортостандың Адвокаттар палатаһына Булат Йомаҙилов етәкселек иткән саҡта, унда йәштәр өсөн ташламалы программа буйынса шарттар булдырыла. Быйыл иһә стажировканы йәки ярҙамсы сифатында эште уңышлы үткәндәр, хеҙмәт стажы бер йыл да алты айға тулмағандар өсөн мотлаҡ түләүҙәр башҡа дәғүәселәргә ҡарағанда өс тапҡырға кәмерәк. Ғөмүмән, Адвокаттар палатаһы йәш белгестәргә артабан үҫеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырған.  

Палата советы ағзалары, адвокаттар килеп тыуған киҫкен мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойоштора. Был сараларға дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре йәлеп ителә. Кәңәшмәләр үткәреү өсөн Адвокаттар палатаһында техник яҡтан йыһазландырылған конференц-зал булдырылған.

Республиканың Адвокаттар палатаһы бөгөн дә берҙәм, әүҙем, алдынғы ҡарашлы һәм тотороҡло берләшмә булып ҡала. Был, һис шикһеҙ, Палата етәкселегенең һәм республика адвокаттарының берҙәм уңышлы эше һөҙөмтәһе. Палата киләсәктә лә Башҡортостан адвокатураһының барлыҡ ыңғай өлгөләрен һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы тағы ла арттырыу өҫтөндә эшләр.

2018 йылдан яҡлаусыны тәғәйенләү буйынса автоматлаштырылған система индерелгән, 2020 йылдың 1 июленән “электрон ордер” ғәмәлдә. Һанлаштырыу процесы яҡлау системаһының сифатын арттырған, шулай уҡ адвокаттар һәм енәйәт суд производствоһы органдарының эшен еңеләйткән.

 

Бушлай юридик ярҙам күрһәтелә

 

Башҡортостан адвокатураһы халыҡҡа бушлай квалификациялы юридик ярҙам күрһәтеүгә тос өлөш индерә. Палата адвокаттары, социаль яуаплылыҡты аңлап, дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған программалар буйынса эш итә.

“Башҡортостан Республикаһында бушлай юридик ярҙам тураһында”ғы Законға ярашлы, адвокаттар республика биләмәһендә бушлай юридик ярҙам күрһәтеү дәүләт системаһында ҡатнашыусы булып тора. Был системаға ингән адвокаттар исемлеге йыл һайын яңыртыла. Әле унда 140 адвокат дәүләт яҡлаусыһы сифатында эшмәкәрлек алып бара.

Хоҡуҡ һаҡсылары, дәүләткә ҡарамаған программаларға ярашлы, төрлө мәсьәләләр буйынса ла бушлай юридик ярҙам күрһәтә, кәңәштәр бирә.

– Бушлай ярҙам һәм хәйриә эшмәкәрлеге – адвокаттарҙың һөнәри мәҙәниәтенең, йолаларының бер өлөшө. Ошо рәүешле беҙ кешеләргә хеҙмәт итеү йәһәтенән бурысыбыҙҙы тормошҡа ашырабыҙ, – тип белдерҙе Адвокаттар палатаһы президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Булат Йомаҙилов.

Мәҫәлән, Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы советы республикаға Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан эвакуацияланған кешеләргә бушлай ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Бынан тыш, улар, “Бөтә Рәсәй бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө” программаһына ярашлы, Асыҡ ишектәр форматында ла граждандарға булышлыҡ итә. Йыл һайын Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнөн ойоштора. Унда бала хоҡуғын яҡлауға ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Рәсәй Федераль адвокаттар палатаһы советының ҡарарын үтәп, йылына ике тапҡыр – Рәсәй адвокатураһы көнөндә (31 майҙа) һәм Юристар көнөндә (3 декабрҙә) республика адвокаттары Бөтә Рәсәй “Адвокаттар – граж­дандарға” бушлай юридик ярҙам көнө үткәрә.

Ошондай саралар барышында аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың хоҡуҡи ярҙамға мохтажлығын күреп, был эшмәкәрлекте илдең һәм республиканың адвокаттар йәмәғәтселеге хуплай.

Булат ЙОМАҘИЛОВ,

Башҡортостан Адвокаттар палатаһы президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы,

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:

 

– Быйыл Башҡортостан адвокатураһының 100 йыллығын билдәләйбеҙ.

Һис шикһеҙ, Башҡортостан адвокатураһы тарихы нигеҙенә уның хәлен нығытыу буйынса ҙур эшмәкәрлек һалынған, ә абруй һәм хөрмәт яулауы – көндәлек тынғыһыҙ эш һөҙөмтәһе. Тиҫтәләрсә йыл дауамында ата-бабаларыбыҙ туплаған тәжрибәне дауам итәбеҙ, ветерандарҙы хәстәрләүгә, йәштәргә тәжрибә уртаҡлашыуға, фәнни, методик һәм белем биреү эшмәкәрлегенә, адвокатураның көслө корпорацияға әйләнеүенә айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Беҙҙең эшмәкәрлек граждандарҙың хоҡуғын, азатлығын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға, ҡануниәтте аңлатыуға, тәфтиш эшендә һәм суд эшмәкәрлегендә ҡатнашыуға һәм башҡа хоҡуҡи ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Адвокаттар был эштә ҙур уңышҡа өлгәшә һәм меңәрләгән кешенең яҙмышына ыңғай йоғонто яһай, шуға күрә лә Башҡортостан адвокатураһы халыҡта ышаныс яулаған һәм Рәсәйҙә лә абруй ҡаҙанған.

-  Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: