Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Башҡортостан Республикаһында илһөйәрлек тәрбиәләүҙе норматив хоҡуҡи көйләү проблемалары тураһында”ғы парламент тыңлауҙары үткәрелде. Ултырышта йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү, армияға хәтлем әҙерләү, социаль селтәрҙәрҙең йоғонто яһау мәсьәләләре тикшерелде. Сара аҙағында парламент тыңлауҙары ҡануниәт, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары, ғилми берекмәләр һәм хәрби комиссариат өсөн тәҡдимдәр ҡабул итте.
Һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала
Тема буйынса фекер алышыуҙа, республика парламенты депутаттарынан тыш, Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышындағы һәм Хөкүмәттәге тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары, мәғариф идаралығы һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге етәкселәре, йәмәғәтселек ойошмалары ҡатнашты.
– Бөгөнгө парламент тыңлауҙары өсөн тәғәйенләнгән тема бер ҡасан да көнүҙәклеген юғалтмаясаҡ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, инеш һүҙе менән сығыш яһап. – Бөгөн, Рәсәй алдында Донбасс, Херсон һәм Запорожье өлкәләре биләмәләрен һаҡлау буйынса ябай булмаған бурыстар торған осорҙа, ватандаштарыбыҙға беҙҙең хәүефһеҙлекте ҡулға ҡорал тотоп яҡларға тура килгәндә, Көнбайыш теләһә ниндәй юлдар менән булһа ла Рәсәйҙең көслө һәм бойондороҡһоҙ дәүләт булып йәшәүенә юл ҡуймаҫҡа маташҡанда, ҡаты мәғлүмәти һәм иҡтисади баҫымға ҡаршы торған шарттарҙа илһөйәрлек һәм патриотик тәрбиә мәсьәләләре үтә киҫкен төҫ алды һәм айырым әһәмиәткә эйә. Илебеҙ Президенты Владимир Путин бер нисә тапҡыр билдәләп үтеүенсә, илһөйәрлек Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙ ташы булып тора. Ватанға мөхәббәт беҙҙә һәр саҡ булды, бар һәм буласаҡ, ул тойғо хәл иткес мәлдәрҙә шунда уҡ ҡалҡып сыға.
Йәштәрҙә әхлаҡи ҡиммәттәр, халҡыңдың тарихына һәм йолаларына, мәҙәниәтенә, төрлө халыҡтар һәм телдәрҙең тыныс һыйышып йәшәү принциптарына ихтирам тәрбиәләү – аңлы һәм яуаплы граждандар тәрбиәләп үҫтереүҙең башланғысы. Халҡыбыҙҙың, дәүләтебеҙҙең киләсәге ошо быуынды нисек тәрбиәләүебеҙгә бәйле.
Маҡсатлы эш кенә һөҙөмтәле
Граждандарҙа юғары илһөйәрлек аңы, Тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса гражданлыҡ бурысын үтәргә әҙер булыуҙы тәрбиәләүгә беҙ дәүләт власы, белем биреү ойошмалары, гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм ғаиләнең берҙәм, үҙ-ара аңлайышлы һәм маҡсатлы эш итеүе һөҙөмтәһендә генә өлгәшә алабыҙ, тип билдәләне парламент тыңлауҙарында ҡатнашыусылар.
Сығыштарҙа әйтеп үтелгәнсә, граждандарҙа илһөйәрлек тәрбиәләү системаһын нығытыу һәм үҫтереү буйынса федераль һәм төбәк кимәлдәрендә күп нәмәләр эшләнде һәм эшләнә:
l 2001 йылдан алып патриотик тәрбиә буйынса дүрт дәүләт программаһы тормошҡа ашырылды;
l “Мәғариф” милли проектына ярашлы, дөйөм һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында тәрбиә-илһөйәрлек эшен үҫтереүгә йүнәлтелгән “Патриотик тәрбиә” федераль проекты ғәмәлгә ашырыла;
l быйыл 14 июлдә “Рәсәйҙең балалар һәм йәштәр хәрәкәте тураһында”ғы 261-се Федераль закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, ошо хәрәкәттең маҡсаттарының береһе – балаларҙа һәм йәштәрҙә донъяға илһөйәрлек рухындағы ҡараш булдырыу;
l 2018 йылдан алып беҙҙең республикалағы “Башҡортостан Республикаһында физик культураны, спортты һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә төбәгебеҙҙә илһөйәрлек һәм рухи-әхлаҡи, ирекмәнлек хәрәкәтен булдырыу;
l Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы башланғысы менән 2021 йылдың 1 мартынан мәктәптәрҙә тәрбиә буйынса советник вазифаһы индерелде, бөгөн Башҡортостанда патриотик тәрбиә биреү өлкәһендә ике меңдән ашыу советник эшләй;
l быйыл 1 сентябрҙән республиканың барлыҡ мәктәптәрендә һәр дүшәмбелә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын күтәреү тантанаһы уҙғарыла. Бының өсөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагы тураһында”ғы Законға быйыл июлдә үҙгәрештәр индерҙе.
Был тулҡынға ҡаршы торорға тейешбеҙ
– Һуңғы йылдарҙа беҙ илебеҙгә ҡаршы ойошторолған, гибрид һуғыштың асылын тәшкил иткән психологик һәм мәғлүмәт операцияларының шаһиты булып торабыҙ, – тине Раил Әсәҙуллин үҙенең сығышында. – Рәсәйгә ҡарата бик ҙур яла яғыу һәм ғәҙел булмаған ғәйепләүҙәр тулҡыны ябырылды. Русофобтар Көнбайышта йәйелдергән идеологик һуғыш тарихты боҙоп күрһәтергә маташыусыларға ҡаршы һөжүмле көрәште яңынан көнүҙәк итте, уларҙың теорияларының реакцион асылын грамоталы фашлау талап ителә, илебеҙ граждандарында ялғанға һәм ғәйбәткә ҡаршы ныҡлы иммунитет булдырырға кәрәк.
Ил граждандарының хәҙерге быуыны яңы социаль ысынбарлыҡ аралашсылары менән бәйләнеш тота. Тормош ҡиммәттәрен улар бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул итә, элекке йолаларға һәм инаныуҙарға ла башҡаса ҡарай. “Йәмғиәтебеҙҙә традицион Рәсәй илһөйәрлек рухы һәм тәртибенең аҡрынлап юйыла барыуы үҙен һиҙҙерә”, – тине Раил Әсәҙуллин.
Илһөйәрлек, шәхесте үҫтереүҙең төп мәғәнәүи йәҙрәһе булараҡ, һис һүҙһеҙ, власть институттарына ла, социалләшеү субъекттарына ла яңыса талаптар ҡуя, яңыса эш итеүҙе көтә. Патриотлыҡ темаһы илдең барлыҡ халҡын, уларҙың дини һәм милли, социаль сығышына һәм рухи үҫеш кимәленә ҡарамай, тулыһынса солғап алырға тейеш. Был эшмәкәрлек үткән ҡаҙаныштарға нигеҙләнергә, шул уҡ ваҡытта үҫеп килгән быуын аңында илһөйәрлек рухын булдырыу өсөн кәрәкле технологияларҙы тыуҙырырға тейеш.
Башҡортостан патриотик йолаларға бай булыуы менән билдәле, тарих төпкөлөнән килгән был традицияларҙың йәнле көсө бөгөн дә һаҡлана. Республикала хәҙерге йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәһен формалаштырыу эше лә элек-электән бара. Был тәжрибәне тәфсирләп өйрәнәһе бар әле. Хәрби-патриотик йүнәлештәге структураларға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Ирек Сәғитов идара итә. Был ойошмаларҙағы ултырыштарҙа ағымдағы мәсьәләләр буйынса тыуған проблемаларҙы хәл итеү буйынса кәңәштәр бирелә.
– Әммә шул уҡ ваҡытта, беҙҙең ҡарашҡа, системалы эш итеү һәм мәсьәләләр комплексын киләсәкте күҙ уңында тотоп хәл итеү өсөн патриотик тәрбиә биреү буйынса республика координация советын тергеҙергә кәрәк, – тине Раил Әсәҙуллин. – Өфөлә 2002 йылдың авгусында уҙғарылған педагогик совет үҙ тәҡдимдәре рәүешендә был проблеманы билдәләгәйне инде, бөгөнгө шарттарҙа ошо мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтеү талап ителә.
– Хәрби комиссариаттар эшмәкәрлегендә йәштәрҙе армияла хеҙмәт итергә саҡырылғанға тиклемге әҙерлек ойоштороуҙа патриотик тәрбиә айырыуса ҙур урын ала бара, – тине Башҡортостандың Хәрби комиссариатының хәрби-патриотик эш бүлеге етәксеһе Альберт Ғилманов. – Республиканың һәм муниципаль берекмәләрҙең хәрби комиссариаттары йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү, уларҙы Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итергә әҙерләү мәсьәләләрен хәл иткәндә республиканың бөтә кимәлдәге дәүләт власы органдарының, хәрби частарҙың, ДОСААФ-тың төбәк бүлексәһенең, “ЮНАРМИЯ” хәрәкәтенең, республиканың дини конфессияларының, ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаларының ярҙамына таяна. 2020 йылда республиканың хәрби комиссариаты Алкин-2 хәрби часы, “Башҡортостан Республикаһында патриотик тәрбиә һәм йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем әҙерләү үҙәге”, “ЮНАРМИЯ”ның төбәк штабы менән дүрт яҡлы килешеү төҙөнө. Йыл һайын берлектәге был эштең календарь планы төҙөлә, бөтә яҡтар ҙа уны тейешенсә үтәй.
Альберт Рәшит улы әйтеүенсә, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабының конкурс комиссияһы йомғаҡтарына ярашлы, 2020 йылда Башҡортостан граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды алды. Быйыл да беҙҙең республика был йәһәттән алдынғылар сафында.
– Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер хоҡуҡ яҡлау ойошмалары армиялағы хеҙмәткә кире ҡараш тыуҙырырға тырыша, хатта призывниктарға хеҙмәттән тайпылырға ярҙам иткәндәре лә осрай, – тине Альберт Ғилманов депутаттар алдындағы сығышында. – Бындай эшмәкәрлектә ошондай ойошмалар яғынан ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуймау, тәртип булдырыу, аңлатыу эше алып барыу талап ителә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыу йәшенә еткән граждандарҙың һаулыҡ һәм физик әҙерлек күрһәткестәре йылдан-йыл түбәнәйә бара. Шул сәбәпле хәрби хеҙмәттең тәүге айҙарында егеттәрҙең бер өлөшөнә физик һәм әхлаҡи-психологик көсөргәнешлек ауырға тура килә.
Парламент тыңлауҙарында “Мәғариф системаһында патриотик тәрбиәгә комплекслы ҡараш” темаһына Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин сығыш яһаны. Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдуктың сығышы ла шулай уҡ йәштәрҙе гражданлыҡ-илһөйәрлек рухында тәрбиәләү системаһын булдырыуға арналғайны.
Валерий ШӘРИПОВ,
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостандың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе:
– Күптән түгел республиканың Ветерандар советында илһөйәрлек йүнәлешендәге ветерандар ойошмалары етәкселәренең Башҡортостанда патриотик тәрбиә биреүгә арналған кәңәшмәһе булып уҙҙы. Унда ҡатнашыусылар хәтерләүенсә, 2017 йылда ла Ветерандар советының илһөйәрлек тәрбиәләүгә арналған пленумы уҙғарылды, сарала ул саҡтағы йәштәр сәйәсәте һәм спорт, мәғариф министрҙары, башҡа хеҙмәттәштәр йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһағайны. Унда йәштәрҙе патриотик рухтан айырмау өсөн фәҡәт күмәкләп, йәғни йәмәғәтселек менән власть бергәләп эш итергә кәрәклеге ҡаҡшамаҫ уртаҡ фекер булып яңғыраны.
Биш йыл уҙыуға, махсус хәрби операция һәм глобаль янауҙар шарттарында, был пленумда күтәрелгән мәсьәләләр тағы ҡырҡыуыраҡ яңғырай. Ветерандар ойошмалары етәкселәре түбәндәге тәҡдимдәрҙе индерә:
– мәктәптәргә башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен ҡайтарырға;
– мәктәптәргә һәм башҡа уҡыу йорттарына Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, күренекле шәхестәр исемдәрен биреүҙе дауам итергә. Геройҙар иҫтәлегенә спорт ярыштары уҙғарырға;
– хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙы ла, мәктәп уҡыусылары һәм йәштәр менән эшләүгә даими йәлеп итергә;
– Батырлыҡ дәрестәре һәм “Мөһим әңгәмә” патриотик дәрестәре ойоштороуға бөтә төр ветерандарҙы саҡырырға;
– уҡыу йорттарында күргәҙмә агитация (байраҡтар, плакаттар, баннерҙар һ.б.) булдырырға. Һәр мәктәптә “Беҙҙең геройҙар” стенды ойошторорға;
– “Патриот” хәрби-патриотик паркы мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланырға, уға мәктәп уҡыусылары һәм студенттарҙы даими килтереп торорға, бының өсөн бушлай транспорт менән тәьмин итергә;
– уҡыусыларҙы ирекмәнлек эшенә, Донбасстағы тиҫтерҙәре өсөн гуманитар ярҙам йыйырға йәлеп итергә;
– йыл һайын уҡыу йорттары музейҙарына конкурс үткәрергә. Музейҙарҙа экспозицияларҙы даими яңыртып торорға, балаларҙы ғаиләнең һәм тыуған яҡтың героик тарихына ҡағылышлы булған тикшеренеү эштәренә ылыҡтырырға;
– тарих, әҙәбиәт һәм башҡа гуманитар предметтар буйынса уҡыу программаларын ҡабат ҡарап сығыу тәҡдиме менән сығыш яһарға. Балалар уҡыуы өсөн әҙәбиәт исемлегенә “Четвертая высота”, “Молодая гвардия”, “Повесть о настоящем человеке”, “Улица младшего сына” кеүек әҫәрҙәрҙе индерергә;
– мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы фильмдарҙы даими ҡарауҙы, артабан уларҙың сюжеттары һәм геройҙары буйынса һөйләшеү ойошторорға.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН