Бөгөн Өфөлә “Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – заманыбыҙ йүнәлеше” VIII дөйөм Рәсәй юридик форумы үтә. Уның түңәрәк өҫтәле эшен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты. Иң башта ул үҙенең коллегаларын һөнәри байрам – Юристар көнө менән ҡотланы. Юрист һөнәре бик мөһим һәм ул һәр ваҡыт иң яҡшы кешелек сифаттарын, юғары компетенцияларҙы, һөнәри бурысҡа тоғролоҡто кәүҙәләндерәсәк, тип билдәләне ул.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе быйыл үҙенең 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй, үҙ ваҡытында уны ойоштороуға Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров менән ул үҙе ҙур көс һалған.
– Бөгөнгө көнгә – ул федераль коллегалар юғары баһалаған ныҡлы ассоциация, беҙҙең төбәк бүлексәһе даими рәүештә беренсе урындар яулай. Кешеләргә реаль ярҙам күрһәткән төбәк бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә һәм ассоциация ағзаларына рәхмәт әйткем килә. Һуңғы йылдарҙа коронавирус инфекцияһына, санкцияларға, махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле саҡырыуҙар күп булды һәм кешеләргә, һис шикһеҙ, аҡыллы юридик ярҙам кәрәк ине. Һеҙ халҡыбыҙға ошондай ярҙам күрһәттегеҙ, яңы биләмәләрҙә йәшәгәндәргә, күсенергә мәжбүр булғандарға, ғаиләләргә, уларға үҙҙәренә, ирекмәндәргә булышлыҡ итәһегеҙ, бик кәрәкле эш менән шөғөлләнәһегеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 15 йыл эшләү дәүерендә республиканың 45 мең самаһы кешеһенә бушлай юридик консультациялар күрһәткән. Шул иҫәптән 2022 йылда биш мең кеше бушлай хоҡуҡи ярҙам алған.
Һуңғы йылда бүлексә иғтибарын мәжбүри күскенселәр менән эшләүгә йүнәлтте. Улар өсөн хоҡуҡи брошюра сығарылды, унда Рәсәй гражданлығын алыу буйынса аңлатмалар бирелде, гражданлыҡ, ғаилә, енәйәт хоҡуҡтарының төп моменттары билдәләнде, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мәғлүмәт күрһәтелде.
Республика Башлығы “Рәсәй юристары ассоциацияһы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сергей Степашинға Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
Үҙ сиратында Сергей Степашин Башҡортостандың һәм Татарстандың беренсе президенттары Мортаза Рәхимов менән Минтимер Шәймиевтың үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Рәсәйҙең бөтөнлөгөн һаҡлауға индергән ҙур өлөшөнә юғары баһа бирҙе.
– Бөгөн гуманитар хоҡуҡ йәһәтенән көн тәртибе бик көнүҙәк булып тора. Бөгөн республиканың нимә менән шөғөлләнеүе бик мөһим. Иртән Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың һәм Башҡортостандың ҡыйыу яугирҙәренең һәйкәлен ҡараным, улар мине тетрәндерҙе. Бөгөн беҙҙең төп бурыс – кешеләргә һүҙ менән түгел, ә эш менән ярҙам итеү. Был мобилизацияланған, яраланған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итеү. Был махсус хәрби операция ғына түгел, ике идеология, система һәм донъяға ҡараштар көрәше икәнлеген аңларға тейешбеҙ, – тине Сергей Степашин.
Уның фекеренсә, республикала иң яҡшы юристар ассоциацияларының береһе, улар кешеләр өсөн эшләй.
Фото: "Башинформ".