Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөн үтеп барған йыл етди имтихан булды, тип әйтергә мөмкин. Был ил һәм донъя кимәлендәге сәйәси ваҡиғаларға ла, республика әһәмиәтендәге мөһим мәсьәләләргә лә бәйле. Шуныһы ҡыуандыра: төбәк етәксеһе бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтте.
Ғөмүмән, Радий Фәрит улы ҡатмарлы осорҙа республикаға идара итеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Өс йыл рәттән бар донъяны һәм халыҡты коронавирус пандемияһы һынай. Инфекцияға ҡаршы көрәш бар тармаҡтарға ла зыян килтерҙе. Иҡтисад, социаль өлкә ауыр шарттарҙа эшләне, әммә республика етәкселеген былар ҡурҡытманы. Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып ковид-госпиталдәр төҙөнөк, халыҡтың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау өсөн бар көстө һалдыҡ. Был афәтте инде еңеп сығып, еңел тын ала ғына башлағайныҡ, донъя кимәлендә сәйәси хәл-ваҡиғалар башланды.
Донъяның ярайһы уҡ өлөшө бар илебеҙгә ҡаршы булған саҡта, быға тиклем сит илдәр менән әүҙем эшләгән, инвестициялар йәлеп иткән Башҡортостан да санкциялар баҫымы аҫтында ҡалды, тик әле аптырап, ҡул ҡаушырып ултыра торған ваҡыт түгел. Радий Хәбиров үҙенең бар идара итеү командаһына яңыса эшләргә, яңы партнерҙар табырға ҡушты. Һәм улар табылды ла. Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, ғөмүмән, БДБ илдәре менән эш бығаса булмағанса әүҙемләште. Беҙ Ҡытайға йөҙ бора башланыҡ, төрөктәр менән эшмәкәрлекте әүҙемләштерҙек. Һөҙөмтә бар, республика әле һаман инвестициялар йәлеп итеүҙе тотороҡло алып бара. Күрше төбәктәрҙән, сит илдәрҙән яңынан-яңы инвесторҙар табыла, улар беҙҙең республикала ҙур проекттар башларға ҡурҡмай. Быйыл да яңы заводтар, етештереү цехтары асылды, бизнес-миссиялар ойошторолдо, ҙур-ҙур килешеүҙәр төҙөлдө. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең ҡеүәтле иҡтисадыбыҙ аяғында ныҡлы баҫып тора.
Был эшмәкәрлектең ыңғай һөҙөмтәләрен бөгөн асыҡ күрәбеҙ. Бик күп тармаҡтарҙа күрһәткестәр түбән төшкәндән-төшә, ә беҙҙә Рәсәйҙәге уртаса кимәлдән артығыраҡ булғандары ла бар. Мәҫәлән, ауыл хужалығы 30 йылдан ашыу булмаған күрһәткескә өлгәште – биш миллион тонна иген йыйып алдыҡ! Торлаҡ төҙөлөшө тармағы ла йылдың-йылы рекордтарын ҡуя.
Тағы шуныһы: быйыл Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән төбәктәрҙең инвестициялар йәлеп итеү рейтингында бишенсе урынға сыҡты. Ул был һөҙөмтәне икенсе йыл рәттән һаҡлап килә. Эксперттар аңлатыуынса, Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингы – республика етәкселеге эшмәкәрлегенең төп күрһәткесе. Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәге идара итеү командаһының заманса эшлекле мөхит булдырыуҙағы уңыштарын билдәләне.
Махсус хәрби операция шулай уҡ илебеҙгә яңы һынауҙар ҡуйҙы. Рәсәйгә хәүеф янағанда Башҡортостан халҡы ситтә ятып ҡала алмай, әлбиттә. Егеттәребеҙ доброволецтар батальондарына ла берләште, өлөшләтә мобилизациянан да ситтә ҡалманы. Ә республика етәкселеге уларҙың ғаиләләрен, балаларын ҡанаты аҫтына алды. Башҡортостан Башлығы ҡарары менән бөгөн республикала хәрбиҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә 30-ҙан ашыу ярҙам төрө күрһәтелә. Уларҙың ҙур өлөшө балалы ғаиләләргә ҡағыла. Ул да булһа – белем биреү учреждениеларында бушлай туҡланыу, унда сиратһыҙ урынлаштырыу, юл йөрөү, колледждарҙа дәүләт иҫәбенә уҡыу, балаларҙың һаулығын нығытыу һәм башҡалар. Ярҙам саралары араһында сүп-сарҙы сығарыу өсөн түләмәү, ҡайһы бер төр һалымдарҙан азат ителеү, “Һөт кухняһы” ризыҡтарынан файҙаланыу, газ үткәреү өсөн сертификаттар ҙа бар. Ә Яңы йыл байрамы алдынан Радий Фәрит улы мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына яңы ярҙам төрө тураһында иғлан итте – яугирҙәргә һәм ҡатындары менән балаларына 20-шәр мең һум аҡса биреләсәк. Республика ирекмәндәре ғаиләләргә әүҙем ярҙам күрһәтә – утынын да яра, кәрәк-ярағын да килтереп бирә.
Быларҙан тыш, Башҡортостан гуманитар ярҙам күрһәтеү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Республикабыҙ тәүгеләрҙән булып “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” девизы менән Луганск Халыҡ Республикаһына шефлыҡ ярҙамы күрһәтә башлағайны. Ошо көнгә тиклем унда оҙатылған гуманитар ярҙамды иҫәпләп тә бөтөп булмайҙыр. Беҙҙең кешеләр әйбер менән генә түгел, үҙҙәре лә барып ярҙам итә. Табиптарыбыҙ дауалай, төҙөүселәр емерек йорттарҙы йүнәтә, юлдар һала. Чиновниктар ҙа, аҙна һайын тиерлек командировкаларға барып, урындағы халыҡ менән аралаша, хәрбиҙәребеҙҙең хәлен белеп, кәрәк-яраҡ алып барып тора.
Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостан халҡы үҙенең лидеры янында берләште, тупланды. Был хәлдәрҙән бер кем дә ситтә ҡалманы. Һалдаттарға хаттар яҙып торған балаларҙан алып күҙ йылыһын йәлләмәй бейәләйҙәр бәйләп ебәргән инәйҙәргә тиклем ярҙам итә. Машиналар, башҡа көнкүреш кәрәк-ярағы ебәреп торған эшҡыуарҙар тураһында әйтәһе лә түгел.
Көнбайыштың ҡайһы бер илдәренең санкциялары беҙҙең бик күп матур пландарға ҡамасау булды, әлбиттә. Әммә көндәлек бурыстарыбыҙ онотолманы. Дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә, ихаталар һәм подъездар ремонтлана. Бик күп ҡала һәм райондарҙа йәмәғәт урындары яңыртыла, капиталь ремонттар эшләнә.
Бынан тыш, республика милли проекттарҙы үтәү, федераль үҙәк аҡсаһын йәлеп итеү, ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндереү, тормошто мөмкин булғанса матурыраҡ итеү өҫтөндә эшләй. Бының өсөн Хәбировтың командаһы мөмкин булған барлыҡ конкурстарҙа һәм программаларҙа ҡатнаша.
Радий Фәрит улы Башҡортостанды Рәсәй генә түгел, донъя кимәлендә танылыу яулаған төбәккә әйләндереү өсөн тырыша. Ошо маҡсатта төрлө ҙур саралар үткәрәбеҙ. Быйыл ғына күпме мөһим ваҡиға булды беҙҙә.
Радий Хәбиров — илебеҙҙәге иң көслө, тәжрибәле, абруйлы сәйәсмәндәрҙең, төбәк башлыҡтарының береһе. Был буш һүҙҙәр түгел, уны халыҡ-ара кимәлдәге рейтинг агентлыҡтарының баһалары ла, йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәктәренең тикшеренеүҙәре лә әленән-әле дәлилләп тора.
Иҡтисади, сәйәси, социаль, ғөмүмән, бөтә яҡлап быйылғы ауыр йыл Башҡортостан Башлығының компетентлығын, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүен тағы бер тапҡыр раҫланы. Радий Хәбировҡа ышаныс һәм ихтирам артҡандан-арта. Етәксебеҙгә ошо яуаплы эшмәкәрлегендә артабан да уңыштар теләйбеҙ.