Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Ғинуар 2023, 14:30

Бындай фажиғә башҡаса ҡабатланмаһын

27 ғинуар – Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Бындай фажиғә башҡаса ҡабатланмаһын
Бындай фажиғә башҡаса ҡабатланмаһын

Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путин Кремлдә Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар һәм Йәһүд общиналары федерацияһы президенты Александр Борода менән осрашты.

– Халыҡ-ара Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу көнө алдынан осрашабыҙ, илебеҙ позицияһы билдәле. Фашистар тарафынан үлтерелгән йәһүдтәрҙең күпселеге Советтар Союзы граждандары була, һәм был беҙҙең дөйөм ҡайғыбыҙ.

Бөгөн беҙҙең позицияны беләһегеҙ. Уның төп маҡсаты шунда, беҙ сикләү ваҡыты булмаған бындай енәйәттәрҙе оноторға тырышыуға ҡәтғи ҡаршыбыҙ. Һәм кешелек тарихында бындай нәмә бөтөнләй ҡабатланмаһын өсөн ошондай сәйәсәт алып барабыҙ.

Мин Рәсәйҙә йәһүд общинаһының, Израиль дәүләтенең нацизмды һәм фашизмды еңеүҙә Ҡыҙыл Армияның роле һәм әһәмиәте тураһында ҡарашын беләм һәм быны юғары баһалайбыҙ, әммә был халҡыбыҙ өсөн айырым әһәмиәткә эйә булыуын тағы бер тапҡыр ҡабатларға теләйем, – тине Владимир Путин.

Холокост — кешелек тарихындағы иң ҙур фажиғәләрҙең береһе. 12 йыл дауамында Германия нацистары һәм уларҙың төрлө илдәрҙән килгән союздаштары тотош бер милләтте — йәһүдтәрҙе тулыһынса юҡҡа сығарырға тырыша. 27 ғинуарҙа Холокост ҡорбандары иҫтәлегенә Халыҡ-ара хәтер көнө 1945 йылда Освенцим поляк концлагеры тотҡондарын азат итеү хөрмәтенә билдәләнә.

Холокост осоронда яҡынса 11 миллион кеше, шуларҙың алты миллионы йәһүдтәр, крематорияла яндырыла, атып үлтерелә, газ камераларында быуыла һәм язалауҙарҙа һәләк була. Унда 1,1 миллион бала юҡ ителә. Иң ҡот осҡос көн 1941 йылдың сентябрендә була: Киев янындағы Баби яр тарлауығында ике көн эсендә 33 меңдән ашыу йәһүд үлтерелә.

“Холокост” төшөнсәһе грек теленән килеп сыҡҡан һәм “тулыһынса яндырыу” тигәнде аңлата. Ни өсөн Гитлер йәһүд халҡын күрә алмаған, тарихсылар һаман да бәхәстәр алып бара. Власҡа килгәс, ул үҙенә бөтә йәһүдтәрҙе лә ысын мәғәнәһендә донъялағы йәһүдтәрҙе юҡ итеү маҡсатын ҡуя. Әммә нацистарҙың Холокосы Европа йәһүдтәренә генә ҡағылып ҡалмай, ә ҙур ҡолас ала.

1933 йылдан 1944 йылға тиклем фашистар поляктарҙы, сиғандарҙы, Германияның ҡара тәнле кешеләрен, совет хәрби әсирҙәрен юҡ итә. Бынан тыш, саф арий расаһын үрсетергә хыялланған Гитлер идеаль арий билдәләмәһе аҫтына эләкмәгән немецтарҙы “бракка сығара”. Нацистар инвалидтарҙы, енси аҙсылыҡты, масондарҙы, Йәһүә шаһиттарын юҡҡа сығара.

Фото: kremlin.ru, frt-assorty, YouTube  

Бындай фажиғә башҡаса ҡабатланмаһын
Бындай фажиғә башҡаса ҡабатланмаһын
Бындай фажиғә башҡаса ҡабатланмаһын
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: