Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Февраль 2023, 15:45

Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде

3 февралдә Йәрмәкәй районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөт малсылығын үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде
Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде

3 февралдә Йәрмәкәй районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөт малсылығын үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул “Төньяҡ Нива Башҡортостан” фермаһы майҙансығында уҙҙы, уның эше менән төбәк етәксеһе танышты.

Фекер алышыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, райондар башлыҡтары, шулай уҡ тармаҡ бизнесы вәкилдәре ҡатнашты. Көн тәртибендә – малсылыҡ хужалыҡтары эшенең һөҙөмтәлелеген арттырыу, шулай уҡ агросәнәғәт комплексының һөтсөлөк йүнәлешенә ярҙам сараларын үҫтереү мәсьәләләре.

Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында һөт секторының 2022 йылдағы эшенә йомғаҡ яһаны һәм киләсәккә төп бурыстарҙы билдәләне.

- Малсылыҡ - ауыл хужалығының көслө тармағы, ул төбәк агропродукцияһының яртыһынан күберәген бирә. Башҡортостан малсылыҡтың тулайым продукцияһы күләме буйынса Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инә, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙҙең хужалыҡтарҙа – 850 мең баш эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән һыйырҙар - 360 мең баштан ашыу. Былтыр республика 1,6 миллион тоннаға яҡын һөт етештергән. Дөйөм һауым һәм һыйырҙар һаны буйынса беҙ - илдә икенсе урында.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, тармаҡты үҫтереүҙең юғары күрһәткестәре – ул малсылыҡта ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе.

– 2018 йылдан һөт тармағында дөйөм 12 миллиард һумлыҡ 18 ҙур проект тормошҡа ашырылған. Бөгөн был яңы предприятиелар республиканың һөт тауарының өстән бер өлөшөн етештерә, – тине Радий Хәбиров. – Былтыр «Төньяҡ Нива Башҡортостан» һәм «Уңыш» предприятиеларының индустриаль «Һөт проекттары» тамамланды, улар йыл һайын 90 мең тоннаға тиклем һөт бирәсәк.

Башҡортостан Башлығы һөт малсылығы өлкәһендә алдынғы муниципалитеттарҙы билдәләне. Беренсе урында - Саҡмағош районы, ул тәүлегенә 200 тонна һөт етештерә, ә 2022 йыл йомғаҡтары буйынса 66,7 мең тоннаға еткән. Артабан Илеш (50,4 мең тонна), Ауырғазы (45 мең тонна), Дүртөйлө (42,5 мең тонна) һәм Стәрлетамаҡ (39,8 мең тонна) райондары килә.

- Тармаҡтың яҡшы эш һөҙөмтәләре өсөн ҙур рәхмәт! Әммә, һис шикһеҙ, артабанғы үҫеш өсөн мөмкинлектәребеҙ бар, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һөт етештереү буйынса беҙҙең потенциал уртаса 60 процентҡа ғына файҙаланыла. Мал аҙығы базаһы, заманса технологиялар беҙгә күберәк һөт етештерергә мөмкинлек бирә. Яҡын арала 15 миллиард һумға тағы 14 һөт комплексы төҙөйәсәкбеҙ. Ә биш йыл эсендә бындай фермалар һанын 50-гә еткерергә кәрәк.

Төбәктә һөт производствоһын үҫтереү буйынса амбициялы пландар республиканың эшкәртеүсе ҡеүәттәренең ни бары 60 процентҡа тулыланыуына ла бәйле. Башҡортостандың 50 төп заводы йылына 1 миллион тоннаға тиклем сеймал эшкәртә ала, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. Шуға күрә республика малсылыҡҡа ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк.

- Беҙҙә федераль һәм төбәк ярҙам инструменттары бар. Уҙған йылда һөт малсылығын үҫтереүгә субсидиялар күләме 1,3 миллиард һумдан ашҡан, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Быйыл һөт етештереүҙе үҫтереүгә һәм тоҡомло мал һатып алыуға тағы 1 миллиард һум йүнәлтәсәкбеҙ.

Шуның менән бәйле Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселеген инвесторҙар эҙләү, тармаҡ проекттарын үҫтереү, файҙаланылмаған биләмәләрҙе әйләнешкә йәлеп итеү менән әүҙемерәк шөғөлләнергә саҡырҙы.

– Һөт - ул стратегик продукт, һәм беҙ уны етештереүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек. Ләкин әүҙемлекте кәметмәү һәм алға барыуҙы дауам итеү мөһим, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

***

Республика вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов төбәктә һөт малсылығы өлкәһендәге проекттарҙы үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында һөйләне.

Уның билдәләүенсә, һөҙөмтәле эшләү өсөн 50 индустриаль ферма 550 мең гектар сифатлы мал аҙығы базаһы әҙерләргә тейеш.

– Был ерҙәрҙе файҙаланыу стратегияһын аныҡ аңлау һәм һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтарға йүнәлеш тотоу мөһим, - тине Илшат Фәзрахманов. – Был осраҡта беҙ эске баҙарҙы һөт менән тулыһынса тәьмин итә һәм республиканан ситкә оҙатыуҙы үҫтерә аласаҡбыҙ.

Иң яҡшы инвесторҙар эҙләүҙә һәм уларҙы төбәккә йәлеп итеүҙә етәкселәрҙең, министрлыҡ һәм ведомстволарҙың, муниципаль идарасыларҙың шәхси башланғысы мөһим, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.

- Республика күп йүнәлештәр буйынса эшҡыуарҙарға ярҙам итергә әҙер, әлбиттә. Ләкин дәртләндереү сараларынан тыш, һәр ҡайһыбыҙҙың әүҙемлеге һәм яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһыныуы кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығының фекере менән «ЭкоНива» компанияһы президенты Штефан Дюрр ҙа килешә. Ул республика етәкселегенә һәм Радий Хәбировҡа бөтә мәсьәләләр буйынса конструктив диалог өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Беҙҙең өсөн эшҡыуарҙар өсөн шәхси ҡатнашыу, әхлаҡи ярҙам бик мөһим. Был осраҡта инвесторҙар үҙҙәрен уңайлы тоя, - тине Штефан Дюрр. - Проекттарға иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы.

«ЭкоНива» компанияһы президенты Рәсәйҙә һөт малсылығын үҫтереү перспективалары тураһында фекере менән уртаҡлашты. Ул иҡтисади һөҙөмтәлелектең күбеһенсә проекттарҙың күләмлелеге менән билдәләнәсәген әйтте. Ә киң биләмәләр Рәсәйҙә тап ҙур комплекстар төҙөргә мөмкинлек бирә.

- Иҡтисад - эшмәкәрлегебеҙҙең нигеҙе. Мин Ҡытайҙа булдым, унда, мәҫәлән, ситтән килтерелгән аҙыҡ. Был продукцияның үҙҡиммәтен арттыра, - тине Штефан Дюрр. - Әммә шулай уҡ заманса технологияларға һәм ҡорамалдарға нигеҙләнгән хужалыҡтарҙың яҡшы етештереүсәнлеге лә мөһим.

***

Милли һөт етештереүселәр союзының генераль директоры Артем Белов һөйләүенсә, һөт етештереү секторы Рәсәйҙә 10 йыл самаһы элек әүҙем үҫешә башлаған. Был ваҡыт эсендә етештереү күләмдәре һәм һөт продукцияһының сифаты һиҙелерлек артты, ә импорт, киреһенсә, кәмене.

Эксперттар күҙаллауынса, киләсәктә донъя һөт баҙарҙары үҫәсәк, һәм илебеҙ етештереүселәренең был йүнәлештә күләмле проекттарҙы үҫтереү мөмкинлеге бар.

– Башҡортостанда заманса юғары продуктлы һөтсөлөк фермаларын төҙөү өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Һүҙ тәү сиратта технологик ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар хаҡында бара, – тип билдәләне Артем Белов. - Был тәжрибә киләһе йылдан федераль кимәлдә таратыласаҡ.

Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов Семен-Макар ауылында малсылыҡ фермаһын төҙөү буйынса «ЭкоНива» проектының һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Ул быға тиклем вахта ысулы менән эшләгән республика халҡының күбеһенең урындағы предприятиеларҙа яйлап эшкә урынлашыуына иғтибар йүнәлтте.

Башҡортостандың ит етештереү союзы рәйесе Виктор Фрейдин иҡтисади үҙенсәлектәргә һәм тармаҡ проекттарын тормошҡа ашырыуҙың финанс механизмдарына туҡталды. Уның фекеренсә, бындай предприятиеларҙы юғарыраҡ кимәлгә сығарыу өсөн уртаса бизнесҡа ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүлергә кәрәк. Был тотош ауыл хужалығын үҫтереү өсөн мөһим һөҙөмтә бирәсәк.

«Россельхозбанк»тың төбәк филиалы директоры Алексей Самсонов банктың профилле продукттары һәм малсылыҡ проекттарын финанслауҙың иң ҡулай варианттары, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын да файҙаланып, хаҡында һөйләне.

Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларҙың барыһына ла һөҙөмтәле диалог өсөн рәхмәт әйтте һәм агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә өлөш индергәндәре өсөн республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

- Беҙ еңел булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ. Бөгөн күп нәмәне күҙаллауы ҡыйын. Ләкин ауыл хужалығына ярҙам итеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала, – тине Радий Хәбиров. – Ғөмүмән, Башҡортостанда ғәйәт ҙур ҡеүәт – ҙур, көслө уйынсылар менән бергә килгән ер, хеҙмәт ресурстары, компетенциялар.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161493.html

Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде
Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде
Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде
Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде
Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде
Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде
Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде
Һөт малсылығын үҫтереү буйынса төп бурыстар билдәләнде
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: