Былтыр декабрҙә Башҡортостан Республикаһының Юғары суды бер быуатлыҡ тарихын билдәләне. Мәғлүм булыуынса, 1922 йылдың 23 декабрендә Башҡорт өлкә суды барлыҡҡа килә һәм уның составы һайлана. Нәҡ ошо көндән республиканың барлыҡ суд системаһының эшмәкәрлеге башлана.
Башҡортостан Юғары судының элекке рәйесе, әле иһә дөйөм юрисдикцияның Бишенсе кассация суды рәйесе вазифаһында эшләгән Михаил Тарасенко белдереүенсә, Башҡортостан Юғары суды алдынғы идеяларҙы туранан-тура үҙ эшмәкәрлегенә лә, район судтары эшенә лә индереүҙә ойоштороусы булып тора.
– Республикала үткән эш йылдары күңелемдә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы. Башҡортостан, һәр берегеҙ – мәңге күңелемдә. Рәсәй Федерацияһының иң эре суд системаларының береһе етәксеһе булараҡ, шуны әйтәм: формалашыу осоро, бигерәк тә тәүҙә, бик ауырға тура килде. Республиканың суд системаһын камиллаштырыу һәм үҫтереү юлында күп нәмәне еңеп сығыу бурысы торҙо. Бөгөн иһә һеҙгә рәхмәт менән мөрәжәғәт итеп, беҙ быны эшләй алдыҡ, тип әйтәм. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине. Яҙмышыма, Рәсәй Федерацияһы Юғары суды етәкселегенә, мине Башҡортостанға алып килгән ваҡиғаларға һәм кешеләргә рәхмәтлемен. Был фекерҙәштәр даирәһендә көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы йылдар, эштәр, ваҡиғалар менән тулған йылдар булды.
Республиканың Юғары судында 70 судьянан торған штатты 176 судьяға тиклем еткереп, беҙ ҡеүәтле, юғары профессиональ команда булдырыуға өлгәштек. Башҡортостан Юғары суды алдынғы идеяларҙы туранан-тура үҙ эшмәкәрлегенә лә, район судтары эшенә лә индереүҙә ойоштороусы булып тора, – тине Михаил Иванович.
Республиканың Юғары суды рәйесе бурыстарын башҡарыусы Иван Семенов та, ошо фекер менән килешеп: “Республиканың суд системаһы һәр саҡ законлылыҡты яҡлаусы – намыҫлы, ғәҙел һәм бойондороҡһоҙ булып, бер быуатҡа тиң ҙур юл үткән", – тине. Шулай уҡ ул сығышында төбәк судьяларының юғары компетентлығын, принципиаллеген, кешеләргә иғтибарлылығын билдәләне, был сифаттарҙың киләсәктә лә законлылыҡты, ғәҙеллекте яҡлауға, суд власының абруйын нығытыуға булышлыҡ итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Суд коллективына хеҙмәт бурысына тоғро ҡалғандары, үҙ эшенең оҫталары булғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Судья хеҙмәте юғары һөнәри оҫталыҡты, барлыҡ хоҡуҡи мәсьәләне хәл итеүҙе, һиҙгер ғәҙеллек хистәрен, юғары әхлаҡи сифаттарҙы талап итә – нәҡ ошо һыҙаттар эштә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итә, – ти ул.
Башҡортостандың Юғары судының юбилей айҡанлы уҙғарылған сарала “Башҡортостан Республикаһының Юғары судына – 100 йыл” миҙалдары менән бер төркөм ветерандар бүләкләнде. Шулай уҡ суд системаһының үҫешенә, хөкөм эшенең нығыныуына, камиллашыуына бар яҡлап булышлыҡ итеүгә ҙур өлөш индергән өсөн “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалдары менән Башҡортостан Республикаһының Юғары суды судьялары Дамир Яҡупов, Павел Тафинцев, Земфира Фәйезова һәм Ирина Хисмәтуллина наградланды. Ғөмүмән, был көндә үҙ эшен намыҫлы башҡарған бик күп судьяларға, хеҙмәткәрҙәргә юғары наградалар бирелде.
Сыңғыҙхан ЙӘҒӘФӘРОВ, отставкалағы почетлы судья:
– Мин сығышым менән Ейәнсура районынан. Уҡып бөткәс, адвокат булып эшләнем, һуңынан мине 1980 йылда Тәтешле районына судья итеп ебәрҙеләр. Биш йылдан һуң БАССР-ҙың Юғары судының ағзаһы итеп һайланылар. Енәйәт эштәре буйынса коллегияла эшләнем.
80-се йылдарҙан сағыштырып ҡарағанда, суд системаһында дөрөҫ үҙгәрештәр алып барыла. Уны бар яҡлап та баһаларға мөмкин. Мәҫәлән, матди өлөшөнә килгәндә, бөгөн һәр судьяның үҙенең бүлмәһе, ярҙамсыһы, секретары бар. Ғөмүмән, судьялар бар яҡлап та тәьмин ителгән, яҡланған. Был иһә уларға намыҫлы эшләргә, ике яҡты ла тыңлап, суд ҡарарҙарын ғәҙел сығарырға, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә булышлыҡ итә.
Урал МӨЛӨКОВ, отставкалағы почетлы судья:
– 1989 йылдан Башҡортостандың Юғары судында эшләнем. Ул саҡта халыҡ судьялары ине, уларҙы һайлап ҡуйҙылар. Мин Октябрьский район судында биш йылға яҡын эшләнем, һуңынан БАССР-ҙың Юғары суд ағзаһы итеп һайланылар. 1994 йылдан Юғары суд судьяһы булып эшләйем. Ул саҡта судьялар күп булмай торғайны. Мәҫәлән, Енәйәт эштәре буйынса коллегияла 25 кеше булды, ә хәҙер 50 самаһы. Судья эше һәр саҡ бик көсөргәнешле, яуаплы булып ҡала. Мин эшем буйынса түбән торған судтарҙың ҡарарҙарын тикшерҙем. Шулай уҡ командировкаларға сығып, ауыр енәйәттәр буйынса тәфтишселек итә инем.
Эшебеҙ ауыр булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ әүҙем ялға ваҡыт таптыҡ. Беҙҙең егеттәр спорт менән шөғөлләнде, ә беҙ йыл һайын балалар өсөн Шыршы байрамдары үткәрә торғайныҡ. 2014 йылдан өс тапҡыр “Фемида” таланттары конкурсын ойошторҙоҡ. Унда судьялар йыр-бейеүҙә көс һынашты. Шундай матур ваҡыттар булды.
30 йылға яҡын эшләп, 67 йәштә хаҡлы ялға сыҡтым. Кадрҙар бүлегенән әйтеүҙәренсә, һуңғы 100 йылда икенсе инстанция судьялары араһында ошо йәшкә тиклем эшләгән судья булмаған. Күпселек осраҡта 60 йәштә хаҡлы ялға киткәндәр. Әле үҙемдең яратҡан шөғөлдәрем менән булышам – мәҡәләләр яҙам, төрлө баҫмалар менән хеҙмәттәшлек итәм.
Рәмилә МУСИНА