Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Юғары судында Фаил Алсыновтың* апелляция ялыуы ҡаралды. Уны 2024 йылдың ғинуарында РФ Енәйәт кодексының 282-се статьяһының 1-се бүлегенә (“Күрә алмаусанлыҡ йәки дошманлыҡ тыуҙырыу, шуның менән бергә кеше ҡиммәттәрен кәмһетеү”) ярашлы ғәйепле тип табып, дүрт йылға дөйөм режимлы колонияға ебәреүгә хөкөм иткәйнеләр. БР судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса ғәйеплегә ҡарата ҡарар үҙгәртелде: төп хөкөмдән тыш, Алсыновҡа* 2 йыл да 6 ай дауамында сайттарҙың һәм мәғлүмәт-телекоммуникация ресурстарының администраторы булырға, шулай уҡ митингылар, демонстрациялар, пикеттар, күмәк халыҡ ҡатнашҡан башҡа төрлө саралар ойошторорға, уларҙа ҡатнашырға һәм барырға ярамай.
Ә инде Фаил Алсыновты* яҡлау маҡсатында 15 һәм 17 ғинуарҙа Баймаҡ ҡалаһында йыйылып, күмәк тәртип боҙоуҙарҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алынғандарға ҡағылышлы хәл-ваҡиғалар, тикшереү эштәре әле булһа дауам итә. Уларҙың туғандары ошоғаса борсолоу-яныуҙар солғанышында йәшәй, яҡындарына нисек тә ярҙам итеү теләге менән яна, уларҙың тиҙерәк иреккә сығыуын теләй. Был аңлашыла ла: һәр кемгә үҙ туғаны, ире, балаһы – иң ғәзизе.
Бөгөн ошо ваҡиғаларҙа ҡатнашыусыларҙың күптәренең яҡындары уларҙың ҡотҡо ҡорбандары булыуын яҡшы аңлай. Хатта төрлө статьялар буйынса ҡулға алынып, һаҡ аҫтында булыусыларҙың үҙҙәре араһында ла ундайҙар юҡ түгел. Әммә эш үткән, ҡылыр ҡылыҡ ҡылынған. Беҙ һәр эшмәкәрлегебеҙ закондар менән нығытылған, хоҡуҡтарыбыҙ ҙа, бурыстарыбыҙ ҙа Конституция тарафынан аныҡ билдәләнгән хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ. Шуға күрә төрлө әҙәмдәр төрлө маҡсатта таратҡан ҡотҡоға бирелеп, законға ҡаршы килгән, ярамаған эш ҡылабыҙ икән, бының өсөн яуап бирергә тейешбеҙ. Был осраҡта ла шулай.
17 ғинуарҙа Баймаҡ район суды алдына барып баҫып, бер-береһен төрлө ярамаған алымдар ҡылыр, мәҫәлән, тәртип һаҡсыларына әйберҙәр, туңған ҡар киҫәктәре ырғытыр, уларҙың шлемдарын сисеп, ергә бәрер, мыҫҡыллы һүҙҙәр ҡысҡырыр, хоҡуҡ һаҡлау органдарының автобусы тәҙрәһен ватыр алдынан аҡылы булған һәр кем: “Ә миңә был ҡылығым өсөн закон алдында яуап тоторға тура килмәҫме?” тип уйларға тейеш ине. Әммә был кешеләр уйлап эш итеүҙән алыҫ ине. Улар менән был ваҡытта күмәк халыҡ, төркөм психологияһы идара итте.
Ә ни өсөн хәлдәр шуға барып етте? Сөнки шулай итеп ойошторҙолар. Кемдәр? “Башҡорт” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы** лидерҙары, шул иҫәптән ҡай берәүҙәр тарафынан “халыҡ улы” тип нарыҡланған Фаил Алсынов* үҙе лә. Ә улар артында кемдәр тора – быныһы инде икенсе, тағы ла сетереклерәк һәм киҫкенерәк һорау.
Эйе, интернет тултырып, ауыл чаттарын файҙаланып, ябай халыҡҡа оран ташланылар. Йәнәһе, килегеҙ, яҡлағыҙ! Ә бит аҡыл менән уйлап ҡараған һәр кем аңларға тейеш ине: законда аныҡ статья буйынса ҡаралған яза төрө күмәк халыҡ йыйылған өсөн генә йомшартылмай. Халыҡты йыйыусылар үҙҙәре лә быны яҡшы белә ине, әммә күрәләтә шул юлға барҙылар, меңәрләп кешене бер майҙанға туплап, тәртипһеҙлектәргә өндәп, уларҙы ут менән уйнаттылар.
Һөҙөмтәлә нимә булды? 80-ләп кеше һаҡ аҫтында ултыра, тикшереү эштәре дауам итә, күпме кешенең яҙмышына ҡара тап һалынды. Ә теге “Фаил Алсыновты* яҡлайыҡ!” тип лаф ороусылар, Баймаҡ район суды янындағы майҙанға саҡырыусылар ҡайҙа бөгөн? Бер өлөшө сит илдәргә ҡасты, икенсе өлөшө бында килеш боҫто. Тимәк, улар халыҡты ниндәй аҙымға этәреүен, ярамаған эшкә өндәүен һәм бының өсөн яуап бирергә тура киләсәген алдан белгән һәм сараһын да күргән. Ә ябай халыҡ уларға ышанды...
“Ижтимағи электрон гәзит” күҙәтеүсеһе “Фаил Алсыновты* ни өсөн хөкөм иттеләр?” тигән мәҡәләһендә бына нимә тип яҙа: “Кешеләр был хәлдең ни өсөн килеп сығыуын әле лә аңлап етмәй. Фаил Алсыновтың* кем икәнен дә белмәйҙәр. Йыйылған халыҡтың 90 проценты “ул – еребеҙ, телебеҙ, динебеҙ тип йөрөгән кеше!” тиеүҙән ары бер нимә лә әйтә алмаясаҡ. Асылда бында хатта ялғанлау ҙа юҡ, проблемалар тап шул мәлдә халыҡты ҡуҙғытыу өсөн күтәрелде, һәм ул мәсьәләләрҙе нисек хәл итеү Алсыновты* бөтөнләй ҡыҙыҡһындырманы. Дөрөҫөн әйткәндә, ул үҙе лә был һорауҙарҙа бер нимә лә аңламай. Популистар башҡа төрлө эшләмәй, улар ауыҙҙарынан төкөрөк сәсеп нейрохирургия йәки ядро энергетикаһы тураһында бәхәс ҡора ала, тик тыңлаусы ғына булһын. Был уларға популизм (хайп) өсөн кәрәк.
Алсынов* һәм уның “Башҡорт”** йәмәғәт ойошмаһындағы фекерҙәштәре халыҡты “һары” киң мәғлүмәт саралары, ауыл-ҡалаларҙың, райондарҙың чаттары аша ҡуҙғыта, ә иң мөһиме – Алсынов* хаҡында дүрт бала атаһы һәм үҙ халҡының ябай патриоты тигән нарратив (бәйән) булдыра алды”.
Эйе, кешемен тигән кешегә ауыр хәлдә ҡалғанды йәлләү, хәленә инә белеү, ихлас рәүештә ярҙамға ташланыу хас. Күптәр Фаил Алсыновты* ана шул “ауыр хәлдә ҡалған дүрт бала атаһы”, “еребеҙ, телебеҙ, динебеҙ тип йөрөгән кеше”, “халыҡ улы” тип майҙанға сығырға ашыҡты. Ә бит халыҡ улы булыр кеше иң тәү сиратта халҡын бәләгә тарытмау хаҡында уйлар ине. “Килмәгеҙ, йөрөмәгеҙ! Үҙем сығыш яһағанмын икән, үҙем яуап бирәм. Бер-берегеҙҙе ҡотортоп, тәртипһеҙлектәр ҡылып ташламағыҙ, бәләгә тарып ҡуймағыҙ!” тип сығыш яһар ине. Юҡ, ул үҙе лә, уның хөсөтсөләре лә улай итмәне, “Килегеҙ, күберәк йыйылығыҙ!” тип тура эфирҙар үткәрҙе, бая әйткән ауыл-район чаттарын тултырҙы.
Фаил Алсыновты* йәлләп, үҙҙәре лә аңлап етмәйенсә, тәртипһеҙлектәр ҡылып, законды боҙоп, һаҡ аҫтында булыусылар бөгөн үҙҙәре йәл. Ысын мәғәнәһендә, кешеләрсә йәл, сөнки уларҙы ошондай ярамаған аҙымға этәрҙеләр, аңдарын томаланылар, алданылар. Ошо ҡылыҡтары менән улар үҙҙәренең дә, балаларының да киләсәгенә ҡара мөһөр таҡты. Әммә, нисек кенә ауыр булмаһын, һәр ҡылған эш өсөн яуап бирергә, халыҡ әйткәнсә, ҡулың менән ҡылғанды иңең менән күтәрергә тура килә...
Бөгөн илебеҙ еңел булмаған осор кисерә. Уның именлегенә, бөтөнлөгөнә хәүеф янай. Ошондай шарттарҙа берҙәмлек тигән ҡиммәтең баһаһы ла, мәғәнәһе лә бермә-бер арта. Тышҡы дошмандар тынғы бирмәгән шарттарҙа, илебеҙ сигендәге биләмәләр тәүлектең һәр сәғәтендә утҡа тотолоу ҡурҡынысы аҫтында булғанда, күрше генә ятҡан республикаға дрондар һөжүм иткәндә эске дошмандарҙың халыҡ араһында ҡотҡо таратыуына, емергес эштәр алып барыуына аңлау ҙа, яҡлау ҙа юҡ!
Эйе, беҙҙең кешеләргә ябайлыҡ, ихласлыҡ, миһырбанлыҡ хас. (Был төбәктәрҙә махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса йәйелдерелгән иҫ киткес ҙур эшмәкәрлектә лә асыҡ сағыла). Әммә халыҡтың ошо матур сифаттарын үҙҙәренең мәкерле мәнфәғәтендә файҙаланырға теләүселәр ҙә табылып тора. Ҡотҡоға бирелмәйек. Янып ятҡан утлы һарайға ташланған һарыҡ көтөүе ише булмайыҡ, аңлы, берҙәм халыҡ булайыҡ!
Фекерҙәр
Тимур ВӘЛИТОВ, БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының өҫтәмә белем биреү һәм инновациялы үҫеш департаменты начальнигы:
- Махсус хәрби операция барған, милли именлеккә хәүеф янаған, террор ҡурҡынысы артҡан шарттарҙа хоҡуҡ һаҡлау һәм суд системаһы ҡәтғи алымдарҙа эш итә башлай. Фаил Алсыновтың* һәм протест акцияларын ойоштороусыларҙың халыҡты майҙанға саҡырған ваҡытта был хаҡта белмәүе мөмкин түгел ине. Хис-тойғоға бирелеп, яңылыш аҙым яһаған кешеләр ныҡ йәл. Башҡорт йәмәғәтселеге өсөн Фаил Алсыновтың* яҙмышы артыҡ мөһим дә түгел, сөнки ул маҡсатлы рәүештә енәйәти аҙымға барҙы. Мине, яңылыш юлға баҫып, протест ойоштороусылар менән бергә күмәк тәртип боҙоуҙарға бәйле енәйәт эшенә йәлеп ителгән кешеләрҙең яҙмышы нығыраҡ борсой. Һис шикһеҙ, улар законға ҡаршы барҙы, әммә тикшереү, артабан суд ошо фактты, йәғни уларҙың яңылышыуын иҫәпкә алһын ине тигән теләктәмен. Бәғзеләренең күп балалы, бығаса суд тарафынан яуаплылыҡҡа тарттырылмаған булыуы, протест ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашмауы уларға ҡағылышлы ҡабул ителәсәк ҡарарҙы йомшартыр, тигән ышаныс бар.
Сергей ЛАВРЕНТЬЕВ, политолог, тарих фәндәре кандидаты:
– Баймаҡ ваҡиғалары республика тормошонда ярайһы уҡ ҙур резонанс тыуҙырған хәл булды. Митингыға сығыусылар шуны аңларға тейеш: кем законды боҙған – шул шәхсән рәүештә яуап бирә. Һәм был осраҡта шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: майҙанға сығып ҡына суд барышына, уның ниндәй ҡарар ҡабул итеренә тәьҫир итеп булмай. Закон – ул закон.
Барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ: бөгөн ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа йәшәйбеҙ. Халыҡты бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, берҙәмлекте ҡаҡшатырға маташыу, төрлө башбаштаҡлыҡтарға өндәү – ул дошман силәгенә һыу ҡойоуға бәрәбәр.
* - Фаил Алсынов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.
** - “Башҡорт” ойошмаһы 2020 йылдың 22 майында Башҡортостан Республикаһы Юғары суды ҡарары менән экстремистик ойошма тип танылды һәм Рәсәй биләмәһендә уның эшмәкәрлеге тыйылды.
Фото: “Башинформ” агентлығы.