Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Август , 19:30

БРИКС илдәренең йәш дипломаттары берләшеү яҡлы

Дипломаттар үҙҙәренең идеялары менән “БРИКС донъя иҡтисадында һәм финанстарҙа” сессияһында уртаҡлашты. 

БРИКС илдәренең йәш дипломаттары берләшеү яҡлы
БРИКС илдәренең йәш дипломаттары берләшеү яҡлы

Бөгөн баш ҡалала донъя кимәлендәге мөһим сәйәси сара үтә – “БРИКС плюс” форматында VI Йәш дипломаттар форумы бара. Ул 27 августа башланды һәм 31-нә тиклем дауам итәсәк. Өфөгә 23 илдән 100-ҙән ашыу йәш дипломат килде. Улар араһында БРИКС илдәренән тыш Әзербайжандан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Төркиәнән, Бахрейндан, Белоруссиянан, Венесуэланан, Вьетнамдан, Индонезиянан, Кубанан, Нигериянан, Сенегалдан һәм Лаостан да вәкилдәр бар ине.

Бөгөн улар тәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты һәм эшлекле ултырыш үткәрҙе.

Делегаттар өсөн йөкмәткеле эшлекле программа әҙерләнгән, ул БРИКС киңлегендә халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар һәм йәштәр хеҙмәттәшлеге, сәйәси һәм финанс-иҡтисади системала берләшмәнең роле, глобаль хәүефһеҙлек архитектураһы һәм күп полярлыҡ булдырыу буйынса сессияларҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ форумда Рәсәй һәм Башҡортостандың Сит ил эштәре министрлыҡтары вәкилдәре, күренекле сәйәсмәндәр, иҡтисади эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, БРИКС олимпиадалары һәм уйындары еңеүселәре менән “түңәрәк өҫтәлдәр” үтә. Мәҙәни программа сиктәрендә делегаттарҙы Башҡортостандың тарихы һәм йолалары менән таныштыралар.

Бөгөнгө тағы бер мөһим сара – “БРИКС донъя иҡтисадында һәм финанстарҙа” сессияһы булды. Уны республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева алып барҙы. Һөйләшеүҙең төп темаһы – илдәрҙең хеҙмәттәшлеге мәсьәләһе ине.

Ҡытай вәкиле, илдең сит ил эштәре министрлығының өсөнсө секретары Xiao Yueming үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм БРИКС-тың маҡсаттарын һәм бурыстарын нисек күреүе тураһында һөйләне.

– БРИКС-тың төп бурысы – ошо союздың бөтә илдәре өсөн иҡтисади үҫеште һәм сәскә атыуҙы тәьмин итеү. Тәү сиратта беҙгә монополяр донъяға ҡаршы әүҙем эш итергә һәм күп полярлы донъя формалаштырыу яғына хәрәкәт итергә кәрәк. Бөгөн донъяла булған глобаль финанс архитектураһы беҙҙең ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндерә алмай. Глобаль Көньяҡ илдәре әүҙем роль уйнай башлай. Әгәр беҙ үҫешеүсе илдәрҙең баҙарына ярҙам итһәк, улар базаһында үҙебеҙҙең иҡтисади һәм финанс сәйәсәтебеҙҙе тормошҡа ашыра аласаҡбыҙ, – тине ул.

БРИКС киңәйә һәм ерҙә йәшәүселәрҙең яртыһынан ашыуын үҙ эсенә ала, тип билдәләне Ҡытай вәкиле. Был партнерлыҡ глобаль индустриаль революцияға һәм сәнәғәт үҫешенең яңы алға китеүенә килтереүе ихтимал, шуға күрә өҙлөкһөҙ диалогты дауам итергә һәм берлектәге стратегиялар әҙерләргә кәрәк.

Дөйөм алғанда,бөтә уның ҡатнашыусылары өсөн дә файҙалы булған күп полярлы донъя һәм яңы финанс архитектураһын булдырыу темаһы күп спикерҙарҙың теленән сыҡты. Венесуэлла вәкиле Bordier Ernesto әйтеүенсә, уларҙың иле бер нисә быуат дауамында колониализм баҫымында йәшәгән һәм шуға күрә уларҙа күп полярлы донъя булдырыу идеяһы көслө. Улар һәр илдең суверенинетын ихтирам итеүҙе теләй.

– Венесуэла, Рәсәй кеүек үк, күптән инде санкциялар аҫтында. Һәм был санкциялар ҡайһы берҙә енәйәти сифатҡа эйә. Мәҫәлән, илебеҙҙә йәшәүселәр ковид пандемияһы ваҡытында вакцина ала алманы, диабетиктар өсөн инсулин импорты менән проблемалар булды. Быға ҡарамаҫтан, Венесуэла иҡтисади һәм сәнәғәт үҫешенә өлгәшә алды, ә санкциялар күп кенә инновациялар булдырыуҙы мөмкин итте, шул иҫәптән ауыл хужалығында ла, – тине ул. – Ҡытайҙан килгән коллегамды хуплайым, беҙгә яңы финанс архитектураһы, күп полярлы донъя кәрәк. Долларҙан ситләшергә кәрәк – ул йышыраҡ енәйәти рәүештә файҙаланыла, улар билдәләгән ҡағиҙәләр буйынса уйнамағандарҙы сикләйҙәр. Шуға күрә БРИКС-тың бер өлөшө булырға теләйбеҙ.

ӨФТУ-ның халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы мөдире Ришат Ниғмәтуллин берекмә илдәренең үҙ-ара эш итеү процесында барлыҡҡа килгән халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү һәм хоҡуҡи тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәрҙе.  БРИКС юристар өсөн ҙур эшмәкәрлек майҙаны булдыра һәм юридик фәндәр үҫешенә этәргес бирә, тип билдәләне ул.

БРИКС һәм ШОС илдәренең бизнес-инкубаторҙары директоры, Consult invest ITIC халыҡ-ара компанияһына нигеҙ һалыусы Татьяна Селиверстова ла берләшеү идеяһын хупланы.

– Беҙҙең көс берләшеүҙә, коммуникациялар өсөн төрлө майҙансыҡтар булдырырға тейешбеҙ. Беҙҙең “БРИКС бизнес-инкубаторы” программаһы йыл һайын үткәрелә, уның бурысы – эшҡыуарҙарҙы бизнес өлкәһендә халыҡ-ара проекттар алып барыу спецификаһына туплау. Быйыл программа Рәсәй, Сәғүд Ғәрәбстаны, Мысыр һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре территорияһында үтәсәк, - тине ул.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

БРИКС илдәренең йәш дипломаттары берләшеү яҡлы
БРИКС илдәренең йәш дипломаттары берләшеү яҡлы
БРИКС илдәренең йәш дипломаттары берләшеү яҡлы
БРИКС илдәренең йәш дипломаттары берләшеү яҡлы
БРИКС илдәренең йәш дипломаттары берләшеү яҡлы
БРИКС илдәренең йәш дипломаттары берләшеү яҡлы
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: