Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
16 Апрель 2019, 19:02

Үҙенсә атланы

Дуҫыбыҙ Нияз Мәһәҙиевтең ҡырҡы уңайынан.

Дуҫыбыҙ Нияз Мәһәҙиевтең ҡырҡы уңайынан.


Юғары уҡыу йортонда алған һөнәре буйынса архитектор булһа ла, булмышы, асылы буйынса бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙенсәлекле ҡарашҡа эйә фәйләсүф, проблемаларҙы үтәнән-үтә күрергә һәләтле үткер ҡәләмле журналист, нескә тойғоло шағир ине замандашыбыҙ Нияз Бикйән улы Мәһәҙиев. Ул дөйөм ҡабул ителгән ҡағиҙә-ҡалыптарҙы һәр ваҡыт үҙ итеп тә барманы, үҙенсә йәшәргә тырышты, донъяны фәҡәт үҙенсә генә күрҙе. Бындай булмышы, әлбиттә, тормошонда ҡатмарлыҡтар ҙа тыуҙырмай ҡалманы, әммә ул ғүмеренең аҙағынаса үҙ принциптарына тоғро ҡалды. Сафта барғанда дөйөм ҡағиҙә, устав, норма һалдаттарҙан бер тигеҙ итеп баҫып атлауҙы талап итә, уның тормошондағы ҡатмарлыҡтары ана шул үҙенсә атлауында ине.


Бының туранан-тура сағылы­шына ҡатыны, күренекле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина менән бер­лектә Башҡортостан телевидение­һында алып барған “Бай баҡса” тапшырыуында шаһит булдыҡ. Шул тапшырыуҙарҙың аҙағында уның нәҡ “үҙенсә атлап китеп барышы” йығылып ятып, рәхәтләнеп көлөрлөк ине. Тапшырыу барышында ла темаға нәҡ үҙенсә, Ниязса ҡарауы проектты яңыса, зауыҡлы һәм мауыҡтырғыс итте. Фәҡәт ошо программа өсөн махсус рәүештә үҫтерелгән һаҡал-мыйығы ла Мичуриндыҡынан һис тә кәм булманы.
Нияз менән танышҡан студент осорон, артабанғы аралашып йә­шәгән йылдарҙы иҫләп ултырып, уларҙы шартлы рәүештә дүрт осорға бүлдем. Баҡтиһәң, йәшле­гебеҙ ҡыйтыҡ ҡырҡмыш тай кеүек ҡабалан-ҡарһалан сабып үтеп, унан һуңғы ғүмеребеҙ ҙә елдәй елеп уҙған икән. Тормош Нияз менән беҙҙе күпмелер ваҡытҡа ике юлдан атлатҡан да аҙаҡ тағы берләм һуҡмаҡҡа төшөргән.


Беренсе осор


Уҙған быуаттың 80-се йылдары башы. Башҡорт дәүләт педагогия институтының алтынсы дөйөм ятағының данлыҡлы 906-сы бүлмәһендә сираттағы “шиғыр кисәһе” бара. “Данлыҡлы” тиеүем шунан: ауылдан Өфөгә килеп (бигерәк тә юғары уҡыу йортонда ситтән тороп белем алыусылар), ҡуныр урынһыҙ ҡалған, ятаҡтағы ҡыҙҙар янына килеп, үҙенең торағына ҡайтырға һуңлаған кемдәр генә йоҡламаны беҙҙең ул бүлмәлә. Ул заман студенттары әле лә “906” тигән һанды ишетеүе була, ихластан йылмайып, күңелле хәтирәләргә бирелә.
Бүлмәләшебеҙ – Әбйәлил егете Радик Өмөтҡужиндың Өфө дәүләт нефть техник институтының архитектура бүлегендә уҡыған класташы Вәхит Суфиянов был юлы бер егетте алып килеп таныштырҙы. Яңы танышыбыҙ Баймаҡ райо­нының Темәс ауылынан Нияз Мәһәҙиев икән. Кем булыуына ҡарамайынса, һәр кешегә ихтирамлы, уның проблемаларына үтә иғтибарлы, асыҡ, самаһыҙ ихлас, кеҫәһенән һуңғы тинен сығарып бирерлек сумарт, парадоксаль фекерле, юморға бай Нияз тәү күргәндән барыбыҙға ла оҡшаны. Беҙҙе аптыратҡаны шул булды: Нияз үҙен шундай итеп ҡуйҙы, гүйә, әллә ҡасандан бергә йәшәп ятҡандайбыҙ, бер институтта уҡып йөрөгәндәйбеҙ.
Етмәһә, бер туҡтауһыҙ идея-фекерҙәре яуып ҡына тора. Мейене кипятильник менән ҡайнатып сығарғандай. Оҙаҡ ваҡыт сүллектә сарсап барғандан һуң көтөлмәгән оазисҡа юлығып, һыуһын ҡанғансы һалҡын һыу эскәндәй булдыҡ. Хәҙер был хәлгә шундай аңлатма бирергә булалыр: беҙ, асылда, филологтар, институтта алынған белемебеҙ, барлы-юҡлы тормош тәжрибәбеҙ менән барыбер ҙә романтик инек буғай, китапса фекер йөрөттөк. Ә ХХ быуат башында башҡорт милләтенең фекер үҙәге булған Темәстә (беренсе баш ҡала, педучилище) тыуып үҫеп, Өфөлә һынлы сәнғәт мәктәбендә уҡыған – бының өсөн малай сағында уҡ атай йортонан оло мегаполисҡа сығып киткән – хәҙер килеп беҙҙең халыҡ вәкил­дәре һирәк уҡыған нефть институтында архитекторлыҡ һөнәрен үҙләштергән Нияздың тормошто ҡабул итеүе, фекер йөрөтөүе бөтөнләй башҡаса ине.
Яңы дуҫыбыҙ Нияз Мәһәҙиев беҙгә ул кисәлә түбәндә килте­релгән һымаҡ күп кенә бер юллыҡ шиғырҙарын тәҡдим итте:

Бесәйҙең сәсе ағарған...

Тыңлаусан күбә...

Ун бишенсе ҡайын...

Рәхимовтың молекулаһы...
Ул заманда йәштәр араһында үтә лә популяр һаналған “Ваҡыт машинаһы” рок төркөмө йырҙа­рының фәлсәфәүи асылын да Нияз беҙгә үҙебеҙсә, яп-ябай башҡортса итеп аңлатып бирҙе. “Балыҡсы балыҡсыны алыҫтан таный” тигән һымаҡ, әллә был төркөмдөң етәксеһе Андрей Макаревичтың да үҙе кеүек архитектор булыуы булышлыҡ иттеме, яңы дуҫыбыҙ һәр бер әҫәрҙә, шиғырҙа һәм прозала, музыкала беҙ күрмәгәнде күрә, беҙ ишетмәгәнде ишетә ине. Саҡ ҡына һуңыраҡ барлыҡҡа килгән Виктор Цойҙың да йыр­ҙарын үҙенсәлекле итеп аңлатасаҡ әле миңә Нияз.
Бер мәл унан “архитектор ҡа­рашы”ның асылы хаҡында һо­раштым. Һәр саҡтағыса, ябай ғына итеп аңлатып бирҙе ул. Тәүҙә ҡағыҙ битенә бер һыҙыҡ һыҙҙы, саҡ ҡына ситкәрәк өсмөйөш төшөрҙө лә:

– Йә әйт, ошо ике фигура нимә аңлата? – тип һораны.
– Нимә булһын, ҡағыҙ битенә бер һыҙыҡ һәм өсмөйөш төшө­рөлгән, – тинем уның тел төбөн аңлап бөтмәйенсә.
Шунан дуҫым ошо ике фигу­раның уртаһына бер нөктә төрттө лә:

– Ә хәҙер нисек? – тине йылмайып.
– Нөктә барлыҡҡа килде...
– Дөрөҫ, өсөнсө дәлил бар­лыҡҡа килде. Нимәнелер раҫлар, иҫбатлар өсөн һәр ваҡыт өсөнсө дәлил кәрәк. Ошо нөктәнең бар­лыҡҡа килеүе генә лә һыҙыҡ менән өсмөйөштөң мөнәсәбәтен бөтөн­ләй үҙгәртә...
Ҡапыл ғына аңлап бөтөрлөк түгел ине уның дәлилдәрен. Әҙәби әҫәрҙәргә лә тап шундай үҙен­сәлекле ҡарашта ине Нияз. Дәлилдәрен килтерә башлаһа, уны аҙаҡҡаса тыңларға һәм мотлаҡ килешергә генә ҡала. Шул саҡта Ниязға шундай билдәләмә уйлап сығарҙыҡ, русса варианты бигерәк хәтәр яңғыраны: “Нияз – это не явление, а стихийное бедствие. С ним бесполезно бороться. Его надо просто пережить...”
Нияз беҙгә көн һайын тиерлек килә башланы. Ошо рәүешле ул күршеләге Башҡорт дәүләт университетында уҡыған ижадташ­тарыбыҙ Рәйес Түләк, Ҡолдәүләт, Ғәбиҙулла Зарипов, Марсель Искәндәр менән дә аралашты. Әйткәндәй, әҙәби ижад мөхите уны һәр ваҡыт үҙенә тартып торҙо. Хәйер, беҙҙе ҡайта-ҡайта осраш­тырған, бер һуҡмаҡтан атлатҡан сәбәп тә шул ижад булғандыр, моғайын.


Икенсе осор


Уҡыу йортон тамамлағас, тыу­ған яғыма ҡайтып, ул саҡта “Октябрь байрағы” (хәҙер “Һаҡмар”) Баймаҡ районы гәзитендә эш башланым. Редакцияға терәлеп тиерлек ултырған район башҡарма комитетында Нияз Мәһәҙиев – архитектор-баш инженер. Саҡ ҡына буш ваҡыты булһа, беҙгә йүгереп килеп етә һала. Килә лә, ниндәйҙер яңылыҡ йә шиғыр һөйләп, нисек килеп ингән булһа, шул уҡ тиҙлектә эшенә сығып йүгерә.
Уны редакцияға тартҡан көс – беҙҙә әҙәби мөхиттең, махсус әҙәби сығарылыш “Ҡыңғырауҙар”ҙың, уны сығарған Гөллирә Исхаҡо­ваның, тәржемә бүлеге мөдире Әбделхай Буранбаевтың, фотог­раф Мөнир Маннаповтың, минең булыуыбыҙ, беҙгә Сибайҙа комбинатта инженер булып хеҙмәт иткән, “Ирәндек” әҙәби берекмәһен ойошторған Наил Ғәйетбаевтың, райондың Өмөтбай мәктәбендә эшләгән Рәйес Түләктең, шабашкала йөрөгән Буранбай Исҡужин­дың, урмансы Фәнил Әбделмә­новтың, эшсе шағир Рәшит Туйсиндың һәм башҡаларҙың ингеләп йөрөүе.
Әйтергә кәрәк, был мөхит Ниязды магнит кеүек тартты. Редакцияла йышлауын етәкселәр ҙә күрмәй ҡалманы. Ярай әле, баш мөхәрриребеҙ Ғәлимйән Бай­мырҙин “әҙәби мөхит” мәсьәләһенә “йәшел юл” асты, һәр хәлдә, демократик ҡарашта булды. Ә бына яуаплы сәркәтибебеҙ Тәфтизан Ушановҡа (ауыр тупрағы еңел булһын) Нияздың беҙҙә йыш күренеүе оҡшап етмәне. Хәйер, һәр баҫманың “штаб начальнигы” вазифаһын башҡарыусылары тап шундай булырға тейештер ҙә. Нияз сираттағы мәртәбә Гөллирә апай­ҙың бүлмәһенә инеп, үҙе әйткәнсә, Рәми Ғариповтың, Рафаэль Са­финдың, Буранбай Исҡужиндың “ҡот осҡос” шиғырҙарын яттан һөйләй башлауы була, Тәфтизан ағай уның начальнигына шылтырата:

– Малайың тағы килде. Ниңә уға эш ҡушмайһығыҙ? Бында Гөллирә менән Әхмәргә эшләргә ҡамасаулай, фәлән-төгән...
Әммә Ниязды был туҡтата алманы, ул беҙгә шылтыратып, штаб начальнигының ҡайҙалыр киткән ваҡытын һағалап килә башланы. Әҙәби мөхиткә ынтылышы шул тиклем көслө булғандыр инде, тора-бара ул да беҙҙә үҙ кеше булып китеп, һуңынан редакция янында радиотапшырыуҙар ойош­торҙо. “Штаб начальнигы”ның да мөнәсәбәте йомшарҙы.

Тап шул йылдарҙа ҡәләмдә­шебеҙ Буранбай тыуған ауылына ҡайтып, йорт һалырға ҡарар итте. Ҡайһы ваҡыт уның һыңар ҡулы янына беҙ ҙә, иш янына ҡуш тигәндәй, ярҙамлашырға барҙыҡ. Дуҫыбыҙҙың тыуған ауылындағы рәсми булмаған атамаһы ла Баш­ҡортостан Фәндәр Академияһы филиалынан кәм яңғыраманы – “БФАН” тип аталды, йәғни Буранбай, Фәнил, Әхмәр, Нияз инде.
1986 йылдың 24 майында мине көтмәгәндә әрме сафына алдылар. Нияз мине баш ҡалабыҙҙың республика йыйылыу пунктына тиклем килеп оҙатып ҡалды. Беҙҙең икенсе аралашып йәшәү ваҡыты йыл ярымға өҙөлөп торҙо.


Өсөнсө осор


Әрменән ҡайтыуыма Нияз Мәһәҙиев “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләп йөрөй ине. Әҙәби мөхиткә ынтылыуы уның яҙмышын ана шулай кинәт үҙгәртеп ебәр­гәйне. Архитектор булараҡ, Баймаҡ ҡалаһында һәм районында уның проекты буйынса төҙөлгән йорттар һәм биналар бар. Икенсе мәсьәлә: Нияз республика гәзитенә эшкә килеп, архитектор хеҙмәтенән бөтөнләйгә ситләшһә лә, уның башта әйтеп үтелгән “архитектор ҡарашы” артабан журналист һөнәрендә, шиғри әҫәрҙәрендә сағылыш тапты. Баш мөхәррир Мансур Әйүпов уны махсус рәүештә Баймаҡтан саҡырып алған икән. Мин дә әрменән Өфөгә ҡайттым. Тәүге күрешеүҙә үк Нияз мине баш мөхәрриргә алып инде лә эшкә алырға тәҡдим итте. Мансур Әнүәр улы башта махсус тема тәҡдим итеп, мәҡәлә яҙып кил­терергә ҡушты. Әммә миңә ул мәҡәләне яҙырға насип булманы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәр­рире вазифаһын ваҡытлыса баш­ҡарыусы күренекле яҙыусыбыҙ Рәшит Солтангәрәевтең саҡырыуы буйынса әҙәби баҫмала эшләй башланым, унда бер аҙ хеҙмәт иткәс, Башҡортостан радиоһына эшкә барҙым.
Ниязды күрҙеләр, баһаланылар. Уны “Известия Башкортостана” гәзитенә эшкә саҡырҙылар. Бер аҙҙан ул “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары булып китте. Артабан “Комсомольская правда” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, был гәзиттең Башҡортостан вариантын сығарҙы. Сағыштырмаса шул ва­ҡытта барлыҡҡа килгән, фор­малашҡан был баҫмаларға Нияз­дың саҡырылыуын бер генә сәбәпкә бәйләп аңлатырға булалыр: уларҙың барыһына ла уның яңы идеялары, верстка өсөн яңы формалары, бер һүҙ менән әйт­кәндә, “архитектор ҡарашы” талап ителгәндер тип фаразларға ҡала.
Ә бына инде үҙе баш, үҙе түш булғас, йәғни “Аманат” журна­лының баш мөхәррире итеп тәғә­йенләнгәс, уның был асылы бар тулылығында сағылыш тапты. Нияз сыға башлағандан алып башлыса ауыл үҫмерҙәре зауығына тап килтерелеп формалашҡан журналды ҡалала тыуып үҫкән башҡорт балалары һәм үҫмерҙәре өсөн дә уртаҡ баҫма итеүгә күп көс һалды. Ул халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы “Урал батыр” буйынса заманса комикстар, төрлө маркалы сит ил машиналары, йәш сәхнә йондоҙҙарының фотолары, биографиялары тиһеңме... – барыһы ла үҫмерҙәр баҫмаһына яңы һулыш өҫтәне. Бынан тыш һәр төрлө конкурстар, баш ҡала ял парктарында, стадиондарҙа башҡорт балалары өсөн ойошто­ролған һабантуйҙар, төрлө ярыштар...
Баш мөхәррирҙең ул осорҙағы ойоштороу эшмәкәрлегенең былар бер бәләкәй өлөшө генә. Ул саҡта журнал редакциялары Өфөнөң Әй урамындағы 90-сы йортонда урынлашты. Мин “Шоңҡар” журналында эшләгәс, етмәһә, бүлмәләребеҙ ҡаршы ғына урынлашҡас, көнөнә йөҙәр тапҡыр күрешеп, даими аралашып эшләнек. Нияздың бүл­мәһендә һәр ваҡыт беҙ әле ул саҡта ишетеп кенә белгән компьютер булды. Уға бер туҡтауһыҙ ҡалала тыуып үҫкән башҡорт үҫмерҙәре, мәктәп балалары килеп йөрөнө. Компьютер янында һәр ваҡыт уларҙың береһе ултырыр ине.

Кемдең кемлеге дуҫтарына ауырлыҡ килгәндә һынала тиҙәр. Мәрхүм ҡәләмдәшебеҙ, дуҫыбыҙ Ғәбиҙулла Зарипов ауыр сиргә тарып, тыуған ауылында түшәккә йығылғас, уға иң күп ярҙам иткәне, вафатынан һуң да йыназа көн­дәрендә туғандарына ярҙам­ла­шыусы Нияз менән Зөһрә апай булды. Мәрхүмдең исемен мәң­геләштереү йәһәтенән дә улар хәтһеҙ ғәмәл башҡарҙы.


Дүртенсе осор


1995 йылдың 14 мартында Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Динис Бүләков вафат булғас: “Һуң, Әхмәр, ҡалайтабыҙ, Динис ағай үлде бит?” – тип бүлмәмә түгелеп илап килеп ингәйне Нияз. Уны тыйырлыҡ, йыуатырлыҡ, туҡтатырлыҡ түгел ине. Уға ҡушылып илап ҡына була ине. Икәүләп илаштыҡ та, ул илап сығып китте, мин илап ултырып ҡалдым.
Үтә нескә хисле, туған йәнле ине ул. Бер туған ҡустыһы Ғә­лимйән хәрби хеҙмәтен тамамлап, өйләнеп, Өфөлә йәшәй башлағас, мине уның менән таныштырған саҡта: “Ғәлимйән миңә туған, ҡусты ғына түгел, яҡын дуҫым да”, – тип ғорурланғайны. Шул осорҙа Өфө уртаһында ауылса итеп ағастан өй һалып йәшәп ятҡан атаһы Бикйән ағай менән дә, әсәһе менән дә таныштырҙы. Тағы бер ҡустыһы Фаяз, ағаһы Ғаяз менән дә күҙ­ләштерҙе. Ғаяз ағаһы минең һеңлемә өйләнеп, ҡоҙалашырға ла насип булды.
Нисектер бер мәл Нияз миңә төн уртаһында шылтыратты. Баҡ­тиһәң, улы Азаматтың ҡыҙы, ейәнсәре Сафия ауырып киткән дә шуға йән тыныслығы таба алмайынса мине борсорға булған икән.
Ана шундайын тынғыһыҙ йәнле ине Нияз дуҫыбыҙ. Беҙҙең дүр­тенсе осорҙағы аралашып йәшә­үебеҙ “Ағиҙел” журналына бәйле булды. Ул ошо баҫмала хеҙмәт итте (рәхмәт Рәлиф Мөстәҡим улына, ул Нияз менән минең әллә ҡасандан бирле бер баҫмала эшләргә ине, тигән уй-ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырырға булышлыҡ итте!) һәм ҡатыны Зөһрә Ҡотло­гилдина менән берлектә яңы баш­ланғысҡа нигеҙ һалды: “Әҙип тормошо” тигән рубрика булдырып, унда әҙиптәр, уларҙың балалары менән әңгәмәләр ҡороп, яҙыусылар шәхсиәтен, уларҙың биографияһын уҡыусыларға яҡынайтты. Был эш­мә­кәрлегенең һөҙөмтәһе була­раҡ барлыҡҡа килгән китаптың исеме “Хан һүҙенән юғарыраҡ Әҙип һүҙе” тип атала.
Нияз Мәһәҙиев сафта үҙенсә атлаған, үҙенсә атлауы арҡаһында башҡалар менән тигеҙ баҫа ал­маған билетһыҙ шағир, яҙыусы булды. Кем белә инде, бәлки, уның ситтәрәк йөрөүе лә кәрәк бул­ғандыр, ни генә тимә, күп нәмә ситтән ҙурыраҡ, әһәмиәтлерәк күренә.
Ҡараңғы гүрҙәре яҡты булһын дуҫыбыҙҙың!
Читайте нас: