Башҡорт рухиәтен байытырлыҡ яңы хеҙмәттәрҙең донъяға сығыуына шаһит булған саҡта көтөлмәгәнсә елкендергес ҡыуаныс кисерәһең. Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә баҫылған “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Әҫәрҙәр. Хеҙмәттәр” (Өфө, 2016. – 295 бит) исемле китап менән танышҡанда ана шундай уй-хистәр эсендә йәшәнем мин. Уның йөкмәткеһе лә, полиграфик башҡарылышы ла бөгөнгө фәнебеҙ һәм китап баҫыу сәнәғәтебеҙҙең юғары кимәле хаҡында һөйләй.
Шәхестең бөйөклөгө – хеҙмәтендә
Китапты ҡулға алып, тышлыҡ битенә күҙ һалғас, сәйерһенеп уйлап ҡуяһың: ”Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, әйтерһең дә, үҙ ҡулдары менән ойоштороп, иң мөһим әҫәрҙәрен һәм хеҙмәттәрен һайлап алып, аңлайышлы бер системаға һалып, үҙенең туранан-тура ҡатнашлығы менән баҫтырып сығарған был китапты”.
Ә ысынында уны бөтә күңелен биреп, зиһен көсөн һалып бар итеүсе кеше – изгелекле, ысын патриот-замандашыбыҙ, арҙаҡлы ғалим-педагог, йәмәғәт эшмәкәре Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин. Ошо хаҡта китаптың эске битендә тейешле мәғлүмәт бирелгән. “Текстологик эштәрҙе башҡарыусы, төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатмалар биреүсе – филология фәндәре докторы, профессор, БФА-ның мөхбир ағзаһы Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин”.
Нәшриәттең ҡыҫҡаса аннотацияһында былай тип яҙылған: “Китапҡа бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың “Йәдкәр” (1897) һәм башҡа китаптарынан, төрлө архивтарҙа һаҡланған ҡулъяҙма фондтарҙан алынған шиғырҙары, публицистик һәм тарихи-этнографик яҙмалары, тәржемәләре, тупланған халыҡ ижады өлгөләре индерелде. Йыйынтыҡ киң ҡатлам уҡыусыларға, шулай уҡ әҙәбиәт һәм тел белгестәренә, тарихсыларға, философтарға, фольклорсыларға, аспиранттарға, докторанттарға, уҡытыусыларға һәм студенттарға тәғәйенләнә”.
Шуны ла әйтергә кәрәк: йыйынтыҡты төҙөгән күренекле ғалимдың “Шәхестең бөйөклөгө – хеҙмәттә” тигән баш мәҡәләһендә М. Өмөтбаевҡа арналған бығаса билдәле хеҙмәттәрҙең, авторҙарҙың иғтибар менән күрһәтеп, аталып кителеүе тәбиғи рәүештә тарихи ерлекле мәҙәни фон-мөхитте асыҡлай, киңәйтә.
Төплө һәм иркен яҙылған был инеш мәҡәләгә уҡыусы йыйынтыҡ менән танышыу барышында йыш ҡына әйләнеп ҡайтасаҡ, ҡабат-ҡабат күҙ һаласаҡ әле. Ғалимдың тәфсирле яҙмаларындағы күҙәтеүҙәргә, ваҡиғаларға таянып, ул М. Өмөтбаев әҫәрҙәрендәге ҡайһы бер сетереклерәк, сәйерерәк күренгән урындарҙы яҡшыраҡ һәм тулыраҡ аңлап үҙләштерергә мөмкинлек аласаҡ. Бөйөк мәғрифәтсенең тормош юлы, әҙәби ижады, фәнни хеҙмәттәре, йәмәғәт эшмәкәрлеге хаҡындағы “Шәхестең бөйөклөгө – хеҙмәттә” исемле бай йөкмәткеле был инеш мәҡәлә, ысынында, китапты аңлап, ҡыҙыҡһынып уҡырға, өйрәнергә юл асыусы киң ҡапҡа ул.
Фәнни мәғлүмәттәр ылыҡтыра
Йыйынтыҡтың төп өлөшө биш бүлектән төҙөлгән. Уларҙың иң тәүгеһе “Шиғырҙар” тип атала. Унда бөтәһе 43 шиғыр. Хәҙерге ҡараштан сығып, уларҙы шиғырҙар шәлкеме тип атарға ла мөмкин. Мәғрифәтсе шағирҙың үҙ заманында китаптарҙа, гәзит-журналдарҙа, белешмәләрҙә (справочная книга), календарҙарҙа Өфөлә, Ҡазанда баҫылып сыҡҡан, архивтарҙа ятып ҡалған тиҫтәләрсә шиғырҙары араһынан дәүер һынауҙарын үткән иң уңышлы, иң камил әҫәрҙәре һайлап алынған. Уларҙың бүлектә эҙмә-эҙлекле бирелеш тәртибе, тематик йөкмәткеһе күп нәмә хаҡында һөйләй. Иң тәүҙә тыуған ергә, уның хайран матурлығына, урман-яландарына, баҫыу-туғайҙарына, күл-йылғаларына арналған шиғырҙар теҙелгән. Артабан әҙәп-әхлаҡ, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт хаҡындағы шиғырҙар урын алған. Тиҫтәләгән шиғырҙар башҡорттоң күренекле шәхестәренә – зыялыларына, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, Рәсәй киңлектәрендәге Ҡырым, Ходынское поле, Мәскәү, Петербург, Аҡмәсет кеүек төрлө ерҙәргә, төрлө сәфәрҙәргә арналған.
Был бүлектәге әҫәрҙәр шиғриәттең төрлө жанрҙарына ҡарауы менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. Әйтәйек, тыуған ергә арналған шиғырҙар пейзаж лирикаһы, һөйөүгә, яратыуға арналғандары – мөхәббәт лирикаһы, сәйәхәт-сәфәргә арналғандары – шиғри юлъяҙма, арнау шиғырҙары мәдхиә жанры ҡанундарында ижад ителгән.
М. Өмөтбаев шиғырҙары мәшһүр замандашы М. Аҡмулла шиғырҙары менән икеһе лә бер осорҙа яҙылған. Икеһе лә бер юлы күп сауаптар, рәхмәттәр алып та, күп ыҙа-золом күреп тә йәшәгән һәм ижад иткән. Был шағирҙар поэтик ижад, манералары буйынса бер-береһенән ныҡ ҡына айырылып торһалар ҙа, ижади маҡсаттары йәһәтенән – бер туған, уртаҡ йәндәр. Улар шиғри һүҙ аша, нәғез һүҙ-мөрәжәғәт менән туған халҡын мәғрифәткә, яңыса йәшәргә, ожмах шикелле бай башҡорт ерендә етешлектә, юғары мәҙәниәтле, заманса алға киткән йәмғиәттә йәшәргә өлгәшергә өндәй һәм саҡыра. “Һәр кемдең ҡалалыр бер йәдкәре” (М. Өмөтбаев) тигәндәй, был ике мәшһүр инсандың ижади һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге туҡтау белмәйенсә, яҡты, шатлыҡлы дәүерҙәргә ышаныслы юлын дауам итә.
Китаптың “Публицистик яҙмалар” тип аталған икенсе бүлегендә үткер ҡәләмле әҙиптең үҙ дәүерендәге ғәжәйеп ҡыҙыҡлы, фәһемле тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәр тураһында 26 сәсмә әҫәр тупланған. Был яҙмаларҙа М. Өмөтбаев, бер ҡараһаң, күҙәтеүсән, зирәк аҡыл эйәһе, бер ҡараһаң, йәмғиәт тормошоноң мөһим сәйәси законлыҡтарын дөйөмләштереп күҙ алдына баҫтырырға һәләтле ғалим-философ булып аңлашыла. Уның “Йәмғиәт тәртиптәре”, “Халыҡ байыймы, әллә ярлыланамы?”, “Халыҡ мәғарифын юлға һалырға”, “Ғилми хикмәт хаҡында”, “Әҙәбиәт һәм мәғрифәт хаҡында”, “Европа халҡының һүҙҙәре” исемле әҫәрҙәре ана шундай тәьҫир ҡалдыра.
Йыйынтыҡтың артабанғы биттәрендә йәнә лә өс бүлек урын алған: “Тәржемәләр”, “Халыҡ ижады өлгөләре”, “Тарихи-этнографик яҙмалар”. Ҙур уҡымышлы, бер нисә сит телде яҡшы белгән М. Өмөтбаев әленән-әле, ҡыҙыҡһынып китеп, башҡа телдәрҙә баҫылып сыҡҡан шәп шиғырҙарҙы, сәсмә әҫәрҙәрҙе йәки әһәмиәтле тарихи-этнографик яҙмаларҙы башҡортсаға тәржемә иткән.
Профессор Ғ.С. Ҡунафиндың бик урынлы һәм тәрән мәғәнәле раҫлауҙарына мөрәжәғәт итәйек. Ул былай тип белдерә: “М. Өмөтбаев туған халҡын рус һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәте менән генә таныштырып ҡалмаған, бәлки үҙ сиратында уларҙы, беренсе нәүбәттә, күп милләтле Рәсәй йәмәғәтселеген Көнсығыш, шул иҫәптән башҡорт мәҙәниәте һәм әҙәбиәте менән таныштырыу йүнәлешендә эш алып барыуҙы ла үҙенең изге бурысы һанаған. Ул башҡорт ауыҙ-тел ижадының айырым өлгөләрен, ғәрәптәрҙең “Хикмәтле һүҙҙәрен”, “Әнуаре сохайле” тигән китаптың бөйөк Фирҙәүсигә ҡағылышлы өҙөгөн, үҙенең “Шикәйәт” шиғырын рус теленә тәржемә иткән. Уларҙың берәүҙәре донъя күрһә, икенселәре ҡулъяҙма көйөнсә ятып ҡалған. Шуларҙың береһе – “Шикәйәт” шиғыры. Уны автор 1904 йылда тәржемә иткән. М. Өмөтбаевтың бер төрөк шиғырынан яһалған тәржемәһе лә донъя күрмәйенсә, ҡулъяҙма хәлендә ятып ҡала” (281-282-се биттәр).
Китаптағы “Халыҡ ижады өлгөләре” тигән бүлектәге материалдарға ентекләп туҡталып тормаҫтан, иғтибарҙы “Тарихи-этнографик яҙмалар” бүлегендәге хеҙмәттәргә (йәмғеһе – 15 яҙма) йүнәлтәйек, сөнки улар М. Өмөтбаевтың әҙәби-фәнни эшмәкәрлегенең төп йөкмәтке асылын тәғәйен күҙ алдына баҫтыра. Ундағы хеҙмәттәрҙең ҡайһы берҙәре башҡорт халҡының боронғо тарихына арналған (“Башҡорттар”, “Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре”, “Кесе Табын халҡының бабалары һәм унан айырылған Йомран-Табын ере”). Икенсе бер төркөм яҙмаларында (“Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар”, “1755 йылғы башҡорттар восстаниеһы хаҡында”, “Әй башҡорттарының нәсәбнамәһе”, “Кесе Табын халҡының нәсәбнамәһе”, “Ағиҙел буйындағы ғөләмә вә мәшәйехтәр” һ.б.) Табын ырыуына ҡараған башҡорттарҙың элекке һәм хәҙерге замандарҙағы йәшәйешенә фәнни-этнографик күҙәтеү яһала.
Тарихи-этнографик хеҙмәттәрҙең бөтәһен бик оло хәҡиҡәти ҡараш берләштерә. Ҙур уҡымышлы М. Өмөтбаев фекеренсә, башҡорт халҡының һәм Башҡортостандың йәшәйеш тарихы Рәсәй дәүләте һәм унда йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың тарихы менән быуаттарҙан-быуаттар буйына бер-береһенә тығыҙ бәйләнештә үҫкән һәм нығынған. Был йәһәттән мәғрифәтсе Башҡортостандың үҙ ихтыяры менән Рус дәүләтенә ҡушылыу актын айырыуса юғары баһалай, бөйөк прогрессив ваҡиға тип иҫәпләй. “Рәсәй дәүләте составында – уртаҡ Ватанда йәшәүебеҙ буйынса, беҙ – башҡорттар, Рәсәй ватансылары булып торабыҙ”, тип инаныуын раҫлаған М. Өмөтбаев, шуның менән ғорурланыуын һәр саҡ асыҡ итеп белдергән.
“Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. Әҫәрҙәр. Хеҙмәттәр. (Шиғырҙар. Публицистик, тарихи-этнографик яҙмалар. Тәржемәләр. Халыҡ ижады өлгөләре)” исемле китапҡа тәғәйен ғилми, әҙәби-биобиблиографик күҙәтеү яһағандан һуң, ошондай һығымталар яһарға була:
беренсенән, күренекле мәғрифәтсенең шиғырҙары, әҙәби-публицистик яҙмалары, ғилми хеҙмәттәре башҡорт халҡы, Башҡортостан тормошондағы иң ҡырҡыу милли-сәйәси мәсьәләләрҙе сағылдырған. Ошо хәл М. Өмөтбаевты XIX быуаттың башҡорттар араһынан сыҡҡан иң күренекле мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе, ҡыйыу сәйәси эшмәкәре итеп таныта;
икенсенән, башҡорт халҡының “аҡ һәм ҡара көндәрен” аҡ ҡағыҙ биттәренә теп-тере кеүек итеп, мәңгелеккә теркәп, милләттәштәренә, әйтерһең дә, үткәндәрҙән ғибрәт һәм һабаҡ алып, алдағы көндәрҙә Рәсәй менән, уның күп милләтле халҡы менән бер төптән булып, дуҫлыҡта йәшәргә аҡыл бирә;
өсөнсөнән, был китап башҡорт халҡының бөйөк улы – мәшһүр мәғрифәтсе ғалим, аҡыл эйәһе, шағир, публицист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре М. Өмөтбаевтың яҡты шәхесен нисек бар шул көйөнсә, теләһә ҡайһы саҡта уҡып танышырлыҡ әҫәрҙәре һәм яҙмалары аша, киләсәк дәүерҙәргә ҡәҙерле йәдкәр итеп алып барасаҡ.
Дүртенсенән, ошондай юғары баһалы китапты ҙур тырышлыҡтар һалып, текстологик эштәр башҡарып, көс, түҙемлек сарыф итеп донъяға бар иткән ижади шәхес – күренекле ғалим-педагог, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡ-ара төрки академияһының академигы Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин халҡыбыҙҙың, замандаштарыбыҙҙың ихластарҙан-ихлас рәхмәттәренә лайыҡлының да лайыҡлыһы, әлбиттә.