Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
17 Май 2019, 13:28

Кешеләргә шатлыҡ һәм ҡыуаныс өләште

Шундай тынғыһыҙ кеше ул замандашыбыҙ Рәшит Килдеғолов.

Шундай тынғыһыҙ кеше ул замандашыбыҙ Рәшит Килдеғолов.


Әлеге яҙмаларҙың исеме һеҙгә, бәлки, сәйерерәк тойолор. Хәҙер табып ҡара шатлыҡ йә ҡыуаныс өләшеүселәрҙе. Ни хәл итәйек, баҙар заманы шулай, алдан аҡса йөрөй, аҙаҡтан ғына – кеше мәнфәғәте. Рәшит Сәғит улының хәтере яҡшы, ғүмеренең һәр бер миҙгелен иҫендә тота. Оноторлоҡмо ни, күпме эштәр башҡарҙы, күпме һарайҙар төҙөп ултыртты, рәхмәтен дә күпләп ишетте, наградаларын да байтаҡ алды, шатлыҡ-ҡыуаныстарын да буйтым өләште.
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ


Рәшит ағай үҙенең атайлы, әсәйле бала сағын яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Ишәй урамдарын тиҫтерҙәре менән бер итеп уйнай торғай­нылар, Һәләүеккә төшөп һыу инделәр, ҡыштарын ярынан сана шыуҙылар, кистәрен атаһы эштән ҡайта. Сәғит ағай үҙе егәрле кеше башҡаларҙан да ең һыҙғанып эшләүҙәрен талап итә. Башҡаса сара юҡ, Ишәйҙәге хужалыҡтың рәйесе бит, өҫтәүенә партия ағзаһы, хәрби званиеһы ла бар. Бер заман донъялар үҙгәреп китте, Рәшит әле лә хәтерләгәндәй була: “Һуғыш башланды, Герман һөжүм иткән”, – тип һөйләнеләр. “III Интернационал” колхозы рәйесе булғас, Сәғит Килдеғолов бронь менән тылда ҡалырға тейеш ине, тәүге йылды, ысынлап та, фронтҡа алманылар. Аҙаҡ асыҡланды: аталары һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙған икән. Күпселек ир-атты фронтҡа алған саҡта ни йәнең менән түҙеп ятаһың инде. Ауылдаштар алдында уңайһыҙ. Ауылда ла тормош еңелдән түгел, аҙыҡ мәсьәләһе бик самалы, ярай әле ишәйҙәр үҙҙәре егәрле халыҡ, яйын табып торалар. Хужалыҡта ныҡ булғас, колхозсыларҙы икмәктән мәхрүм итмәҫкә тырыша.
1943 йылдың йәйендә Сәғит Килде­ғоловҡа ла, ниһайәт, сират етте. Рәшиттең әле лә иҫендә, атаһы бер көн йоҡонан тороуҙарына юҡ булды ла ҡуйҙы. Кисен ҡайтманы, иртәгәһенә лә. Малай ул көндө атайһыҙ тормоштоң яңы башланыуын, балалығына күмелеп, аңламай ине әле. Бик иртә балтаға тотоноу, ҡыштар оҙон, утын һәр ваҡыт етмәй, һәнәк-көрәк ҡулдан төшмәй, өйҙә лә донъя көтөргә кәрәк. Тәүҙә атайҙан бер нисә хат килде, аҙаҡ улары ла туҡталды. Иҫәндер, бәлки, яра­ланғандыр, тип өмөтләнеүҙәре аҡланманы. Өс айҙан һуң Ленинград өлкәһендә барған ҡанлы һуғыштарҙың береһендә Сәғит Килдеғоловтың батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килде. Әсәләре береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән тол ҡалды. Ярай әле әсәләре, йәне йәннәттә булһын инде, балаларын кеше араһында кәм-хур итмәҫкә тырышты. Икмәк, ашарға етмәгән саҡтар булды, ләкин берҙәмлек менән еңделәр.
Рәшит Ишәй мәктәбенә уҡырға барҙы, һәйбәт уҡыны, уҡытыусылары үҙен яратты. Етенсе класты уңышлы тамамлағас, артабан уҡырға кәңәш иттеләр. Иң яҡын урта мәктәп Әхмәрҙә, документтарын алып шунда йүнәлде. Уҡыуы күңелле, мауыҡтырғыс, егет үҙен өр-яңы донъяға килеп ингәндәй тойҙо, мәктәпкә барғы килеп тора. Тик әлеге фәҡирлек юлға кәртә булып ятты, фатир өсөн түләргә, аҙыҡ-түлекте үҙеңә табырға. Рәшиткә Ишәйгә кире ҡайтырға тура килде, тәүге йылдарҙа колхозда төрлө эштәрҙә йөрөнө, аҙаҡ эргәләге Стәрлетамаҡҡа механизация училищеһына уҡырға ебәрҙе­ләр. Шунда бер ыңғай урта белем дә алды, диплом менән ҡуша аттестат тотторҙолар.


Комбайнерҙан хужалыҡ рәйесенә тиклем


Училищенан ҡайтыу менән колхоздағы ике тракторҙың береһен уға ышанып тапшырҙылар. Йыл әйләнәһенә тракторынан төшмәне – ерен дә һөрҙө, игенен дә сәсте, һаламын да ташыны. Икенсе йылына хужалыҡҡа тәүге комбайндар ҡайтты, береһен шунда уҡ Рәшиткә ултырырға тәҡдим иттеләр. Ул йылдарҙа хужалыҡ рәйесе булып элекке фронтовик Ҡорбан Ваһапов эшләй ине, ғаиләләрҙең хәлен яҡшы аңлай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ваһапов Рәшиттең егәрле булыуына, кәрәк саҡта эште ойоштороп ебәреүенә иғтибар итте, артабан уҡырға теләгең юҡмы, тип ҡыҙыҡһынды. Ә нисек уҡырға, аҡса ҡайҙан табырға? Рәйес егетте колхоз стипендиаты итеп, хужалыҡ иҫәбенә уҡытырға булды. “Мин ғүмер буйы эшләй алмам, һинең һымаҡ кадрҙар киләсәктә кәрәгер әле”, – тине Ваһапов. Тап шулай килеп сыҡты ла, уҡып бөтөүенә Рәшит Сәғит улын “III Интернационал” хужалығының – Ишембай райо­нын­дағы иң ҙур колхоздың баш зоотехнигы итеп тәғәйенләнеләр. Эш ҡатмарлы, мал аҙығы етмәй, өҫтәүенә барлыҡ эштәр ҙә ҡул көсө менән башҡарыла. Өҫтә ултырған түрәләр, эштең ҡатмарлы барыуын күреп, хужалыҡты икегә бүләләр, Ҡарайған, Яр-Бишҡаҙаҡ, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдары “Искра” колхозы булып ойоша.

Рәшит Килдеғоловты яңы хужалыҡтың баш зоотехнигы итеп эшкә ҡушалар. Талапсан, егәрле, эш өсөн янған белгес КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының кадрҙар резервы исемлегендә торған икән. “Искра” колхозына хужалыҡ рәйесе кәрәк булғас, иң тәүҙә уның кандидатураһында туҡтал­дылар. Рәшит Сәғит улы икеләнеп, һай­ланып, һатыулашып торманы, ризалығын бирҙе. Эшләгән арала ситтән тороп Башҡортостан Ауыл хужалығы институтын тамамланы.
Үҙенең барлыҡ көсөн, оҫталығын биреп эшләне хужалыҡта Рәшит Килдеғолов. Бер нисә йыл эсендә “Искра” районда ғына түгел, республикала өлгөлөләрҙең береһенә әйләнде. Бының өсөн яңы рәйескә биш миң баш һыйыр малына иҫәпләнгән ҡеүәтле комплекс төҙөргә тура килде. Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа, Салауатҡа төҙөлөш материалдары, запчасть юллап нисә тапҡыр барыуын тик үҙе генә белә. Кирбес тә, торбалар ҙа ҡаты лимит буйынса ғына бүленгән саҡтар, һәр ерҙә танышлыҡ кәрәк. Ярай әле, үҙе һөйләшә белә, таныштары ярҙам итә. Комплекстың аҙыҡ эшкәртеү цехы, ҡаҙанлыҡ республикала иң тәүгеләрҙән булып газ ярҙамында эшләй башланы. Тынғыһыҙ Рәшит Сәғит улы үҙе лә кешенән ишетеп йөрөй, һыйырға булһа, газы бар, ә халыҡ утынһыҙ йонсой. Ошо хаҡта партияның ҡала комитеты пленумы трибунаһынан һөйләне. Тәүҙәрәк ҡырын ҡаранылар, аҙаҡ килештеләр. Кешеләр уңайлы шарттарҙа йәшәргә тейеш, ике йылда Урман-Бишҡаҙаҡ та, Яр-Бишҡаҙаҡ та тулыһынса газлы булды.
Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ...


Ике ауыл да Ишембай менән Стәрле­тамаҡ араһында ята, халыҡты тотоуы ҡыйын, эш эҙләп ҡалаға ҡасалар. Кешене нисек итеп эшкә йәлеп итергә? Рәшит Сәғит улы ун йыл эсендә хужалыҡ иҫәбенә мәҙәниәт йорто, ике магазин, колхоз идараһы, ҡатнаш аҙыҡ заводы, егерме фатир төҙөттө. Кешеләр эш һорап килә башланы, комплекс тулы ҡеүәтенә эшләй, йыл һайын дәүләткә 16 мең центнерҙан ашыу ит тапшырыла. Хәҙер һөйләһәң, кеше ышанмаҫ, малдарҙың уртаса иткә оҙатыу ауырлығы 400 килограмдан кәм булманы. Рәшит Сәғит улының тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланды, район советы депутаты, КПСС-тың ҡала комитеты ағзаһы итеп һайланды, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы, “Почёт Билдәһе” һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордендары менән наградланды.
Эштәр гөрләп барған саҡ, хужалыҡтан телевидение, гәзит хәбәрселәре өҙөлмәй, йыл һайын яңынан-яңы еңеүҙәр яулана, ләкин бер хужалыҡта мәңге эшләп булмай. Йәтеш кенә һылтауы ла табыла, ҡыҫҡаһы, Рәшит Килдеғоловҡа яңы барлыҡҡа килгән “Сельхозхимия” район йәмғиәтен ойош­торорға тәҡдим итәләр. Өйрәнгән эш, Рәшит Сәғит улы инәлтеп торманы, тағы ла ең һыҙғанып тотондо. Йәмғиәт бер йыл эсендә райондың иң көслө һәм төҙөк предприятиеларының береһенә әйләнде. Хәҙер ауылдарҙа, КАХОП нимә ул, тип һораһаң, берәү ҙә яуап таба алмаясаҡ. Мәғәнәһе шунда: Башҡортостанда ерҙәр әсе, йәғни татырлы, шуға күпләп эзбиз индерергә кәрәк. КАХОП – тупраҡты комплекслы агрохимик эшкәртеү дәүләт ҡаҙнаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Бының өсөн техника, аҡса бүленә. Рәшит Килдеғолов етәкләгән “Сельхозхимия” йәмғиәте бер йыл эсендә 3,5 мең гектар майҙанда тупраҡты эзбизләп, 4 мең гектар ерҙә химик утау үткәреп, яландарға 120 мең тонна тиреҫ сығарып, республикала алдынғылар сафына сыға.
“Сельхозхимия” Ишембайҙа түгел, Петровскийҙа урынлашҡан, йәш тә бара, тынысыраҡ эш кәрәк. Ошо хаҡта ҡала комитетында һөйләнгәйне, яңы эш тәҡдим иттеләр. Хужалыҡ-ара төҙөлөш ойошмаһы былтыр республикала иң аҙаҡҡы урынды алған, етәксеһен вазифаһынан алғандар. Төҙөүселәр эш хаҡы алғаны юҡ, коллектив тарҡалыу хәлендә. Шуныһы уңайлы – ойошма Ишембайҙа урынлашҡан. Бында ла байтаҡ эшләне Рәшит Сәғит улы, төҙө­лөш эштәрен яйға һалды, сифат яҡшырҙы, заказдар күренә башланы, ойошманың матди-техник базаһы нығынды. Дүрт йылдан һуң төҙөлөш ойошмаһы республикала тәүге ун биш иҫәбендә ныҡлы урын алды.
Урман-Бишҡаҙаҡта Рәшит Сәғит улын әле лә юҡһынып һөйләйҙәр. Хатта бер осор, кире ҡайт, тип һорап та килделәр. Хужалыҡ күсмә ҡыҙыл байраҡ һымаҡ ҡулдан-ҡулға йөрөп, үҙенең элекке данын юғалтып бөткәйне шул, хәҙер күтәрерлеге ҡалмағайны. Комплекста тәртип юҡ, мал аҙығы етмәй, һыйырҙар йонсоу. Хәйер, барлыҡ хужалыҡтарҙа ла шундай хәл күҙәтелә ине. Кемде ғәйепләргә, колхоз-совхоз ҡоролошо төрлө сәбәптәр арҡаһында ваҡыт һынауын үтә алманы. Ә беҙҙең “Искра”ла хәлдәр нисек һуң? Теге меңдәрсә тонна ит етештергән, һәр үгеҙҙе 400 килограмға тиклем һимерткән комплекстың эштәре нисек бара? Рәшит Килдеғолов үҙе барлыҡ күңелен биреп, көсөн һалып төҙөгән ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеһы хәҙер емерек­лектәрҙән генә тора. Кемдәрҙер (әлбиттә, Ҡафтау егеттәре) ҡулына эләктергән, барлыҡ һарайҙарҙы ҡутарған һәм берәм­ләп һатып аҡса эшләйҙәр.
Шулай ҙа аҙаҡтан булһа ла Рәшит Килдеғоловҡа Урман-Бишҡаҙаҡҡа ауыл хакимиәте башлығы сифатында ҡайтырға тура килде. Бында ла үҙен һынатманы, хакимиәт биләмәһе районда иң төҙөк­тәрҙең береһенә әйләнде, ауылдарға газ үткәрелде, торлаҡ төҙөлөшө киң ҡолас алды. Ҡарайған ауылы халҡы балалары мәктәпһеҙ йонсой ине. Рәшит Сәғит улының тәҡдиме менән бер ҡыйыҡ аҫтына мәктәп, клуб, медпункт, китапхананы алған социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә башланы, хәҙер ул ауылды йәмләп ултыра.
Бына шундай тынғыһыҙ кеше ул беҙҙең замандашыбыҙ Рәшит Сәғит улы Килдеғолов.
Читайте нас: