Беренсе башҡорт летчигы ҡайҙа тыуған? Мораҙымда!
Башҡортостан ерендә тыуып үҫкән, Ватан именлеге өсөн ҙур эштәр башҡарған шәхестәребеҙ бик күп. Ҡайһыларының исемдәрен, байтаҡ йылдар үтеүенә ҡарамаҫтан, ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, онотола төшкәндәре лә, хәтерҙән юйылғандары ла, үкенескә ҡаршы, етерлек.
Ә бына мораҙымдар ул яҡтан күптәргә өлгө була ала. Михайловка ауыл биләмәһе башлығы Нил Закир улы Ҡоҙашов, Мораҙымдағы күп тармаҡлы социаль-мәҙәни үҙәк менән таныштыра-таныштыра, ауылдың яҡты биттәрен яҙған арҙаҡлы шәхестәре, яҙыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт алдынғылары портреттары эленгән стендтар янына алып килде. 25 быуынға еткән шәжәрәне эшләү ҙә – үҙе бер маҡтауға лайыҡлы миҫал. Имам Харрас Әхсән улы Смаҡовтың 1917 йылда “Аҫаба башҡорт ҡәүеме тарихы” яҙмаһы – үткән быуаттан беҙҙең көндәргә килеп еткән ғәжәп ҡомартҡы. Ябай ғына ауыл музейы һаҡлаған экспонаттар аша ла мораҙымдарҙың, башҡорт халҡының көнкүрешен, тарихи үҫешен, данлы ла, шанлы ла һуғыш юлдарын үткән ауылдаштары яҙмышын күҙалларға була.
Ошонда донъяға килгән тәүәккәл, отҡор егеттең беренсе башҡорт летчигы булараҡ, илдең оборона ҡеүәтенә ҙур өлөш индереүе, ул үҫтергән, уҡытҡан бөркөттәрҙең һуғыш осоронда иҫ киткес ҡаһарманлыҡ күрһәтеүе тарихта яҡшы билдәле. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең иҫтәлектәренән күренеүенсә, Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы Ишмырҙин үҙ ғүмерендә 24 Советтар Союзы Геройын уҡытҡан, осоусы һөнәре нескәлектәренә өйрәткән, илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән.
1903 йылда тыуған егет 1920 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, Кавказ төбәгендә баҫҡынсыларҙы ҡыйратыуҙа ҡатнаша, ҡыҙыл командир курстарын үтә, Борисоглебск ҡалаһында летчиктар мәктәбен тамамлай, аҙаҡ үҙе лә авиация өсөн осоусылар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Тарихтан күренеүенсә, 1934 йылда Өфө аэроклубы етәксеһе вазифаһында уның эшмәкәрлеген тергеҙеү, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Дәүләкән ҡалаларында аэроклубтар асыу менән бөтә күңелен һалып шөғөлләнә.
Нил Закир улы тарихи хәтерҙе яңыртыу өсөн Мораҙымда башҡарылған эштәр, батырҙарҙың рухын хөрмәтләгән, уларҙың данлы исемдәрен һаҡлаған ауылдаштары хаҡында иҫтәлектәре менән таныштырҙы.
Беренсе башҡорт летчигы Ғәлимйән Ишмырҙиндың 100 йыллығы уңайынан, 2003 йылдың йәмле йәйендә ауырғазылар Ҡыҙыл тауында ҡаһарман, илһөйәр ауылдаштары һәм Ҡаҙморон ауылында тыуып үҫкән йәнә бер летчик Мөҙәрис Аҡбулатов хөрмәтенә иҫтәлекле мемориал аса. “Күккә ынтылған самолет” тип атала ул. Шулай итеп, батыр шәхестәрҙең исемдәре ошо һәйкәл йөҙөндә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ауырғазылар Рәсәй оборона спорт-техник ойошмаһының республика советы менән берлектә данлы осоусыларҙың исемен мәңгеләштерә.
Һәйкәл ябай түгел. Таҡтаташҡа летчиктарҙың фотоһы һәм 5,5 метр бейеклектәге суйын бағанаға ел ыңғайына әйләнеп торған “Як-52” самолеты ҡуйылған. Ваҡыт аяуһыҙлығы һәм тәбиғәт ҡырыҫлығы һөҙөмтәһендә уңған һүрәттәрҙе һәм яҙыуҙарҙы яңыртаһы бар. “Ғәлимйән Ишмырҙин Өфө янындағы Сергеев зыяратында ерләнгән. Уның ҡәберлеген тәртипкә килтереү бурысы ла алда тора әле. Улы Марат Ғәлимйән улы менән хәбәрләшеп торабыҙ, ошо изге эште лә еренә еткерергә кәрәк”, – ти Нил Закир улы.
Тау башындағы “Күккә ынтылған самолет” мемориалы әллә ҡайҙан сәләмләп, мораҙымдарҙы яңынан-яңы изге эштәргә, матур ҡаҙаныштарға әйҙәп торғандай. Уның эргә-тирәһенә ултыртылған ҡарағай үҫентеләре инде буй еткереп, күркәм паркты хәтерләтә.
Беренсе башҡорт летчигы иҫтәлегенә арнап районда үткәрелгән көрәш бәйгеһе быйыл Мең ырыуы вәкилдәрен – Миәкә, Әлшәй, Дәүләкән, Өфө һәм Ауырғазы райондары батырҙарын бер келәмгә йыйған. 13 ауырлыҡ үлсәмендә бил бирмәй алышҡан еңеүселәр “Мең ырыуы батыры” исеменә лайыҡ булған. “Был күркәм традицияны артабан да һаҡлаясаҡбыҙ, үҙ батырҙарын тыуған ер, яҡташтар онотмаясаҡ”, – ти Михайловка ауыл биләмәһе башлығы Нил Ҡоҙашов.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.