Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
18 Июнь 2019, 14:09

Йылғаның яры икәү…

Мостай Кәрим тураһында мөһим дөйөмләштереүҙәр яһарлыҡ мәҡәлә яҙырға тип ҡулға ҡәләм алғас, ирекһеҙҙән 2005 йылда бөйөк шағир һәм шәхесте юғалтыу ҡайғыһын кисергән саҡта абруйлы шәхестәрҙең йөрәктән әйтелгән һүҙҙәре иҫкә төшә.

Мостай Кәрим тураһында мөһим дөйөмләштереүҙәр яһарлыҡ мәҡәлә яҙырға тип ҡулға ҡәләм алғас, ирекһеҙҙән 2005 йылда бөйөк шағир һәм шәхесте юғалтыу ҡайғыһын кисергән саҡта абруйлы шәхестәрҙең йөрәктән әйтелгән һүҙҙәре иҫкә төшә.


Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев:

– Мостай Кәрим әҙәбиәтебеҙҙә тотош бер дәүерҙе тыуҙырып китте. Бындай шәхестәр быуаттарға бер тыуа, һәм уларҙың китеүе милләт өсөн быуаттарға бер килә торған ил юғалтыуына, халыҡ ҡайғыһына әйләнә… Хәҙер иң ҡатмарлы мәлдәрҙә Мостай Кәримһеҙ дөрөҫ ҡарарға килергә кәрәк буласаҡ. Ул бер әйтеп ышандыра торғайны. Хәҡиҡәтте унһыҙ аңлатыр өсөн, бәлки, ҡат-ҡат ҡабатларға тура килер. Халыҡ шағирының аҡыллы фекерҙәре һәр саҡ ватандаштарыбыҙ өсөн кәңәш буласаҡ, – тине.


Ә Мортаза Рәхимов, күңелгә һеңдерерлек итеп, былай тине:

– “Башҡортостанды – тыуған бишегебеҙҙе, уның ҡаҙаныштарын, бойондороҡһоҙлоғон, уртаҡ Рәсәйҙәге юғары абруйын һаҡлағыҙ!” – аҡһаҡалыбыҙ, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең васыят һүҙҙәре был. Бынан да анығыраҡ нимә әйтәһең!


Сикһеҙ ҙур юғалтыу һәм тәрән ҡайғы һүҙҙәре. Мостай Кәрим феноменын бөтә тәрәнлегендә баһалау, дөйөмләштереү – киләсәк эше. Бынан ары уға бәйле һәр яңы һүҙ ана шул изге, сауаплы эштең бер тамсыһына әүереләсәк.


Халҡын һәм Ватанын ҡурсалаусы


Мостай Кәрим был яҡты донъяла һикһән алты йыл ғүмер үтте. Ошо ғүмеренең ҡырҡ ике йылы “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем алғас (1963) йәшәлгән. Башҡортостан тарихында Мәжит Ғафури (1923), Рәшит Ниғмәтиҙән (1959) һуң ул – өсөнсө халыҡ шағиры. Әҙип был юғары исем менән күкрәк һуҡмайынса, сикһеҙ ҙур талант көсөн, аҡыл-зиһенен биреп, халыҡсан әҫәрҙәр ижад итте. Олпатлыҡ, дәрәжәлек менән халыҡ, ил хәстәрен дауланы һәм ҡурсаланы.


Бөгөн икеләнмәйенсә шуны әйтә алабыҙ: айырыуса ғүмеренең һуңғы тиҫтә ярым йыл арауығында Мостай Кәрим бөтә Башҡортостанды аяҡҡа баҫтырған иң ҡырҡыу милли-сәйәси ваҡиғаларҙың уртаһында торҙо. Нәҡ ошо осорҙа ул милләттең аҡыл эйәһе булып күтәрелде.


1990 – 2000 йылдар башында башҡорт халҡы тарихына мәңгелеккә инеп ҡалырлыҡ илаһи, бөйөк өс ваҡиға тормошҡа ашты: суверенитет яулау, башҡорт теленә дәүләт статусы биреү, үҙебеҙҙең президентыбыҙҙы һайлау. Бөтәбеҙҙең дә хәтерендә: был ваҡиғаларҙың һәр береһе сәйәси-милли тотороҡлолоҡ бына-бына шартлап өҙөлөргә етешкән көсөргәнешле шарттарҙа барҙы. Көрәш, бәхәс иң ҡырҡыу нөктәгә еткән саҡта Мостай Кәримдең аҡыллы, ялҡынлы һүҙҙәре яңғыраны. Аҡһаҡалдар уйсанлығы, сәсәндәр теле ана шул өс хәҡиҡәтте асып бирҙе: башҡорт ошо ерҙә донъяға килгән, ошонда ғүмер итәсәк, башҡорт үҙаллы дәүләт төҙөп, үҙ телендә һөйләшеп, үҙ президенты етәкселегендә йәшәр өсөн донъяла бер генә урын бар, ул – Башҡортостан!


Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1992 йылдың 31 октябрендә “Башҡортостан Президенты ике телде – рус һәм башҡорт телдәрен белергә тейеш” тигән мәсьәләне икенсе тапҡыр (беренсеһендә хәл ителмәй) тикшерергә йыйылған депутаттар алдында сығыш яһап, Мостай Кәрим былай ти: “Беләһегеҙ, ер шундай нәмә – уны кем дә булһа берәү тыуҙырмаған, уны тәбиғәт үҙе бар иткән. Әммә теге йәки был ерҙе ҡайһылыр бер халыҡ үҙләштерә, ҡурсалай, һаҡлай. Ер һәр саҡ ҡәҙер итеүгә мохтаж. Ошо еребеҙҙе үҙләштергән, һаҡлаған тәүгеләр – башҡорт ырыуҙары. Тик улар, ихтимал, миллион булмағандыр, ләкин улар күпме бар, шулай булған – аҙ ҙа, күп тә түгел. Аҙаҡтан аҙсылыҡҡа ҡалғандар икән – уларҙың ғәйебе юҡ. Бөгөн теге йәки был милләттең тарихи хоҡуғын проценттар менән иҫәпләү ғәҙел булыр, тип уйламайым, сөнки проценттар башҡорт халҡы файҙаһына түгел. Ләкин мин, өлкән башҡорт шағиры, ышандыра алам: башҡорт милләтенең башҡаларға бер ниндәй үпкәһе һәм дәғүәһе юҡ. Тарих менән судлашмайҙар... Тик юғарыраҡ ғәҙеллек тураһында, йәғни төп милләттең иң кәрәкле, иң мөһим, иң донъяуи хоҡуҡтары хаҡында һүҙ бара.


Әгәр президент итеп һайланасаҡ кеше боронғо милләттең телен, тарихын, холҡон, рухи донъяһын, йолаларын, һуңғы сиктә – ысын булмышын белергә тейешме, тигән һорау тыуа икән, был һорауҙы мин урынлы тип иҫәпләмәйем. Ә башҡаса нисек?


Күп һүҙ һөйләп тормайынса, мин һиңә, юғары йыйылыш, бик юғары йыйылыш, бер үтенес менән мөрәжәғәт итергә теләйем: үҙ ҡулдарың менән шундай төйөн төйнәмә, һуңынан тешең менән дә һүтә алмаясаҡһың! Уйлағыҙ, хөрмәтле туғандар һәм ҡарындаштар!


Ҡайһы берәүҙәргә был һорау бигүк әһәмиәтле күренмәй, ә ул ябай түгел, хәҙерге телдә әйткәндә, шартлау хәүефенә эйә. Уның эҙемтәләре – һеҙҙең намыҫығыҙҙа. Минең ҡарашымса, һеҙ – Башҡортостандағы бөтә милләттәрҙең, ҡатламдарҙың иң алдынғы вәкилдәре, сәйәси маневрҙар яһау оҫталығына ғына түгел, ә тарихи намыҫҡа, алдағы көн, алдағы киләсәк алдында намыҫлы булыуҙы аңлауға эйә кешеләр. Шулай хәл итегеҙ, иртәгә, ун йыл үткәс, йөҙ йылдан һуң намыҫҡа тап төшөрөрлөк, оялырлыҡ булмаһын. Иртәгә һеҙ үҙегеҙ йәшәйәсәкһегеҙ, ун йылдан һуң да йәшәрһегеҙ. Йөҙ йылдан һуң бала-сағағыҙ йәшәйәсәк. Һеҙҙең бөгөнгө яңылышлыҡ ул саҡта яуызлығығыҙ булып әүереләсәк”.


Мостай Кәрим телмәренең тәьҫир көсөн, һөҙөмтәһен шул ултырыштың шаһиты депутат Гүзәл Ситдыҡова былай тип тасуирлай: “Мостай ағайҙың был тиклем дә тулҡынланғанын күргәнем юҡ ине... Драматизм менән һуғарылған киләсәгебеҙ хәл ителгән ошо миҙгелдә тап бына интернационалсы Мостай ағайҙың һүҙе үтемле булды.

Президент ике телде – рус телен һәм башҡорт телен белергә тейеш! Яңынан тауыш биргәндә, күпселек ихтыяры буйынса был төҙәтмә законға инеп китте. Тап ошо статьяға таянып, һуңғараҡ телебеҙгә дәүләт статусы яуланыҡ, Башҡортостан Республикаһының Конституцияһында ла тейешле статья үҙ урынын алды... Хәҙер туған телебеҙ дәүләт теле статусы алып, мәктәптәрҙә өйрәнелә, ҡулланыу даирәһе киңәйә. Президент ҡына түгел, бик күп дәүләт эшмәкәрҙәре ике телде лә белә, иркен һөйләшә икән – был йәһәттән барған оҙон-оҙаҡ аҡыл көрәшендәге тәүге еңеү ташы Мостай ағай ярҙамында теге тарихи сессияла һалынды”.


Шулай итеп, республикабыҙ, халҡыбыҙ тормошондағы иң ҙур милли, ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙа – Башҡортостанға дәүләт суверенитеты, башҡорт теленә дәүләт статусы яулап алыу, президенттың ике телде, рус һәм башҡорт телдәрен, белеү зарурлығы тураһындағы Законды ҡабул итеү – Мостай Кәримдең ныҡлы, тайпылмаҫ тормош позицияһы, иң кәрәк саҡта әйтелгән тәрән мәғәнәле, ялҡынлы һүҙе баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Ысынында был ҡаһарманлыҡҡа тиң.


Үҙенән-үҙе шундай һорау тыуа: ҡурҡыу белмәҫ бындай сая тәүәккәллеккә ҡайҙан көс алды һуң Мостай Кәрим? Төп таяныс, әлбиттә, Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтары араһында уның тарафынан яуланған ҙур абруй. Хәреф таныған баланан алып аҡһаҡал ҡорондағыларҙың һәммәһе өсөн нисәмә йыл буйы Башҡортостандың иң билдәле яҙыусыһы һәм шәхесе ине ул. Бик күптәр уны үҙенең иң яҡын кешеһе шикелле күрҙе, үтенестәре менән мөрәжәғәт итте, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашты.


Ҡырмыҫҡалы районының Һәүәләй ауылы мәҙәниәт йортонда Мостай Кәрим ошондай сәйерерәк бер хәлгә тарый. РСФСР Юғары Советына депутатлыҡҡа кандидат сифатында һайлаусылар менән осрашыу бара. Мәҙәниәт йорто шығырым тулы. Мостай Кәрим трибунанан сығыш яһай. Шул саҡ өлкән йәштәге бер инәй (ысын исеме – Әсмә Яманһарова, ауыр тупрағы еңел булһын), халыҡ араһынан сығып, трибуна янына килеп баҫмаһынмы. Улай ғына түгел, шымарып бөткән нәҙек таяғын трибунаға туҡылдатып, төртөп-төртөп алмаһынмы.


Президиумдағы, залдағы кешеләр, тын алырға ла ҡурҡып, нимә булырын күҙәтә. Инәй, яҡыныраҡ килеп, бөйөк шағирға текләй.

– Мостай Кәрим туған, һин әйт: ҡайҙа иткәннәр нимесләр минең иремне?! Берлиндә һуғыш бөткәнкә инде күпме ғөмөр! Нейә һаман ҡайтармайлар?.. Һиңә наказ: минең ҡартымны ҡайтар!


Шул һүҙҙәрҙе әйткәс, Әсмә инәй таяғын туҡыл­дата-туҡылдата урынына барып ултыра. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был хәлгә Мостай Кәрим ҡапыл ғына ни тип әйтергә белмәй, өнһөҙ ҡарап тора. Шунан талғын тауыш менән шиғыр һөйләп алып китә:

Өсөнсө көн епшек ҡар яуа,

Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн

Әрней минең иҫке бер яра,

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Тимер ярсыҡ яра төбөндә,

Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә...

Икебеҙгә тейҙе бер юлы

Бер минаның ике ярсығы.

Береһе ҡалды сержант Фоминда,

Текә яр ситендә, ҡәберҙә,

Икенсеһе минең тәнемдә.

Ун ике йыл әрней шул яра,

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.


Шағир туҡтай. Тынлыҡ. Шылт иткән тауыш юҡ. Кешеләр шым ғына, бер-береһенә күрһәтмәйенсә, күҙ йәштәрен һөртә.


Мостай Кәрим ошо ваҡиғаны, сал сәсле инәйҙең тәү ҡарашҡа бик сәйер күренгән ҡылығын, моғайын, һис ҡасан иҫенән сығармағандыр. Инәйҙең уйҙарын ул шунда уҡ аңлап алғайны бит. Ул, бәлки, халыҡ шағирын, етмәһә, депутат буласаҡ кешенең, үҙенең барса теләктәрен, хатта улар тормошҡа ашмаҫтай булһа ла, үтәй ала тип иҫәпләгәндер. Киң ғаләмгә танылған кешегә ышаныс ана шулай сиктән ашҡан була шул. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һөйөклө ирен көтөп ала алмаған тоғро ҡатындар яҙмышын тағы бер тапҡыр ана шулай үҙ күҙҙәре менән күреп тетрәнеү кисерә фронтовик-шағир. Ҡаһарман яугирҙәр иҫтәлегенә арнап яҙған шиғырын һөйләп, Әсмә инәй күңелендәге мәңгелек өмөткә тере һыу бөркөп киткәйне ул...


Тасуир ителгән ике генә ваҡиға ла Мостай Кәрим ижадының, йәмәғәтселек эшмәкәрлегенең тәрән халыҡсанлығы, ҙур яңғырашы хаҡында һөйләй. Ул халҡын, Башҡортостанын хәстәрләп һәм ҡурсалап йәшәне, халыҡ шағиры тигән исемгә ысын-ысындан лайыҡ ижадсы һәм шәхес булды. Башҡортостандың бөтә яҙыусылары өсөн, айырыуса бөгөн халыҡ шағиры, халыҡ яҙыусыһы исемдәрен йөрөткән ҡәләмдәштәргә Мостай Кәримдең яҙыусылыҡ һәм гражданлыҡ фиҙакәрлеге әйҙәүсе юғары өлгөгә әүерелһен ине.


Кешегә теләктәшлек


Мостай Кәрим ижадының хәл иткес рухы – кешегә теләктәшлек. “Яңғыҙ ҡайын” (1980) драмаһының үҙәгенә ҡуйылған Мырҙахан Шәүҡәтов, ваҡиғаларға ҡарағанда, кире герой булырға тейеш, сөнки ваҡ колхоздарҙы эреләтеүгә ҡаршы сыға. Тик драматург уға ҡара мөһөр һуғырға ашығып бармай. Автор Шәүҡәтовты аңларға теләй: бөтә тирә-яҡта ваҡ хужалыҡтарҙы берләштереү бара, бының зарури, файҙалы икәнлеге лә ап-асыҡ, халыҡ та хуп күрә шикелле был башланғысты, ә бына Мырҙахан Шәүҡәтов ҡаршылаша. Ни өсөн? Сәбәп нимәлә?


Баҡһаң, мәсьәлә тәрәндә ята. Ошо “Яңғыҙ ҡайын” колхозын күтәреү, районда алдынғылар рәтенә сығарыу өсөн рәйес Шәүҡәтов ғүмеренең иң матур йылдарын биргән. Хәҙер килеп ошо донъяны ике аяғына ла аҡһаған “Түңәрәк” колхозына ҡушырға кәрәк. Ә “Түңәрәк”те аяҡҡа баҫтырыу өсөн күпме көс түгергә тағы?! Мырҙахан Шәүҡәтовтың ҡаршылашыуы бына ҡайҙан килә. Был драматик характер үҙендә совет йәмғиәте үҫешендәге бөтөн бер һынылышлы дәүерҙе дөйөмләштерә.


Уҙған быуаттың 50-се йылдарында партия һәм хөкүмәт ҡарарҙары буйынса ауылда ваҡ колхоздарҙы бергә ҡушып, эре хужалыҡтар төҙөү сәйәсәте үткәрелде. Бынан “икенсе коллективлаштырыу” тип тә атарға мөмкин, сөнки был осраҡта ла милек бүлешеү, гражданлыҡ татыулығы юғалыу, берәүҙәр иҫәбенә икенселәрҙең өҫкә сығыуы һәм башҡалар күҙәтелде. Ошо хәрәкәт меңәрләгән кешенең тормошона киҫкен һынауҙар, көтөлмәгән үҙгәрештәр алып килде. Хужалыҡ рәйестәренә таяҡтың йыуан башы төштө: үҙ донъяһы һымаҡ күреп хәстәрләгән колхозын, үҙ ғаиләһе кеүек күргән колхозсыларын башҡа ҡулдарға тапшырыу кемгә еңел?


Мырҙахан Шәүҡәтов “Яңғыҙ ҡайын” менән “Түңәрәк”те берләштереү заман талабы икәнлеген аңлауын-аңлай, шулай ҙа бик яҡын, үҙеңдекенә әүерелгән донъянан айырылыу еңел бирелмәй. Ошондай драматик хәлдең ҡорбаны Мырҙахан Шәүҡәтов. Тәрән уйланыуҙар, киҫкен кисерештәр аша үткәреп, драматург уны аңларға тырыша. Икеләнеү, эҙләнеү ғазаптары кисергән геройға яҙыусының теләктәшлеге ярылып ята. Мостай Кәримдең Мырҙахан Шәүҡәтовты ана шулай тормошсан дөрөҫлөгөндә кәүҙәләндереп биргәне өсөн бик күптәр күңеленән кинәнес кисергәндер. Донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған кешеләр тураһында һүҙ бара, әлбиттә.


Ҙурҙаныраҡ яҡын килһәң, Мырҙахан Шәүҡәтов образы – башҡорт әҙәбиәтендәге яңы ҙур башланғыс та ул. Әле 50-се йылдарҙа ла совет әҙәбиәтендә әҙәби персонажды йә тулыһынса ыңғай, йә башкөллө кире итеп күрһәтеү өҫтөнлөк итә. Шундай заманда ыңғай тип әйтергә лә, кире тип баһалау ҙа мөмкин булмаған образ оло әҙәби яңылыҡ ине. Социаль-сәйәси яңылыҡ, тип тә өҫтәргә мөмкиндер, моғайын.


Ошо урында икенсе бер нәмә хаҡында әйтеү зарур: “Яңғыҙ ҡайын” пьесаһы менән Мостай Кәрим, беренсенән, драматургия жанрына ныҡлап аяҡ баҫты, икенсенән, башҡорт драматургияһының яңы үҫеш дәүерен башлап ебәрҙе. Сәғит Мифтахов пьесаларынан һуң ике тиҫтә йылға һуҙылған торғонлоҡтан ҡотолоп, 50-се йылдар башында ике әҫәр – “Яңғыҙ ҡайын” һәм “Бажалар” (1951, И. Абдуллин) – театр сәхнәһендә урын алды. Былар социаль-сәйәси драматургиянан социаль-психологик драматургияға күсеүҙең беренсе ҡарлуғастары ине.


Кешегә теләктәшлек Мостай Кәримдең бөтә ижадына йән өрә. 1966 йылда меңәрләгән уҡыусыны һәм башҡорт әҙәбиәте донъяһын һиҫкәндереп ебәргән “Айһылыуҙың күҙ йәштәре” исемле шиғыр донъя күрә. Һиҫкәндергәне шул: үтә лә ябай тормош күренеше алынған (әҙәби тәнҡиттә быны “прозаизм” тип тә атайҙар): ҡоштар үҫтергән ун алты йәшлек Айһылыуҙың көҙгөлөккә ике себеше тулмай, шуның өсөн Әбҡадирҙан “ауыр, яман һүҙҙәр” ишетә. Һөҙөмтәлә “нурҙар сәсеп торор ине күҙҙән ике шишмә булып йәш аға”. Бындай хәл-әхүәлдәр, белеүебеҙсә, илдә тулып ята, уға күнегеп тә бөтөлгән төҫлө. Ә Мостай Кәрим быны ҡаты бәғерлелек, “дәүләт һағында тороусы”ның үҙ вазифаһын йөҙ ҙә бер процентҡа еткереп үтәүе тип баһалай һәм юҡ-барға, кескенә ғәйеп өсөн “бысраҡ атып таплау”ға ҡаршы шағир-граждан тауышын күтәрә.


“Ай тотолған төндә”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” трагедияларында Мостай Кәримдәге кешегә теләктәшлек төп геройҙарҙы кәүҙәләндереү фәлсәфәһендә сағылыш ала. Аҡъегет, Салауат, Прометей – кешеләр бәхете хаҡына үҙен ҡорбан иткән трагик геройҙар. Аҡъегеттең ҡаһарманлығы, йола ҡанундарын тәү башлап емереп ташлап, ырыуҙаштарының яҡты киләсәккә аңын аса; Салауаттың ҡаһарманлығы батшалыҡҡа ҡаршы көрәшкә күтәрелеүҙең алдағы бәхетле тормоштоң берҙән-бер юл булыуын халыҡ аңына еткерә; Прометей дөм-ҡараңғыла йәшәгән кешеләргә ут килтереп, уларҙы яҡтылыҡҡа алып сыға. Мостай Кәрим шул рәүешле кешелектең азат һәм камил киләсәге өсөн фиҙакәр көрәшен, геройҙарҙы данлай. Яҙыусының теләктәшлеге геройҙарына күсә, ә уларының теләктәшлеге ырыуҙаштарына, халҡына йоға.


Шағир көндәлек тормошта ла кешеләр яҙмышына һиҙгер ине. Ҡәләмдәштәренә теләктәшлек, кәңәш йәки ярҙам кәрәк кешеләргә булышлыҡ тормоштағы һәйбәт, танһыҡ мәшәҡәт иҫәпләнде. Бәләгә тарыған, башына ауыр ҡайғы төшкән кешеләргә иң кәрәк саҡта уның теләктәшлек күрһәтеүе ҡисса итеп һөйләрлек.


Мәшһүр шағир Александр Твардовский “Новый мир” журналының баш мөхәррире вазифаһынан бушатылғас, Мостай Кәрим, уның хаҡында ҙур мәҡәлә яҙып, яҙмышын еңеләйтте. Константин Симоновтың да, уға ауыр көндәр тыуған саҡта, дуҫтарса һүҙе менән хәлен уртаҡлашты. Әҙәбиәткә килгән йәш ижади көстәргә теләктәшлегенең иң матур өлгөһө – “Ҡәләмдәш дуҫтарға хаттар” (1956 – 1957). Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримов, Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин – дүртеһе бер юлы – тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып өлгөргән, байтаҡ әҙәби тәжрибә туплаған яҙыусының, етмәһә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең изге фатихаһын ала. Нәҡ Мостай Кәримдән күрелгән теләктәшлек ошо дүртәүҙе артабан яуаплылыҡ йөкмәп, тынғыһыҙ ижад юлы үтергә рухландырғандыр, бәлки.

Кешегә теләктәшлек Мостай Кәрим өсөн ижад философияһы ла, көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ бер өлөшө лә ине. Был йәһәттән дә Мостай Кәрим бөгөнгө ҡәләмдәштәргә өлгө.


“Мөхәббәткә баш эйҙем”


Бер саҡ Мостай Кәрим: “Батшаларға баш эй­мәнем, мөхәббәткә баш эйҙем”, – тигәйне. Шағирҙар – ғашиҡ йәндәр. Шулай ҙа шағирҙың ысын мөхәббәте берәү була. Пушкин – Наталья, Ғамзатов – Патимат, Мостай Кәрим – Рауза. Ҡатыны менән бергә алтмыш ике йыл ғүмер кисерәләр. Раузанан һуң йәшәлгән көндәре (өс йыл) хаҡында ул: “Мин уның тураһында уйланыуҙан туҡтаған юҡ”, – тип таный.


“Сағыу тауышлы, ҡарағусҡыл йөҙлө” (М. Кәрим яҙған һүҙҙәр) был ҡыҙҙы ул 1938 йылдың 31 декабрендә тәүге тапҡыр күрә. Уларҙың осрашыу-ҡауышыуы – үҙе бер әкиәт. Уның башы былай башлана: “Бер саҡ, киске сәй ваҡытында, атайым әйтә һалды: “Былай булғас, боронғонан килгән юрау раҫҡа сыға бит, ҡаш араһы яҡын кеше, имештер, кәләште яҡын ерҙән төшөрөр. Ана, Мортазаға ҡарағыҙ әле, ҡашы ҡашҡа тоташҡансы. – Шунан ул башын миңә табан борҙо. – Ә Мостафаның уң ҡашы – мәғриптә, һулы – мәшриҡтә. Хәләлен уға Хаҡ Тәғәлә бик алыҫтан тәғәйенләмәгәйе бит әле”. Ошоно ишетеп ултырған Мостафаға ун йәш тә тулмаған. Ә бына юраған юш килә. Хәләле ситтән яҙған: белмәгән, күрмәгән Шәрип ауылы (Кушнаренко районы) ҡыҙы Рауза. Тиҙ арала улар үҙҙәрен тәү күрешкән түгел, оҙаҡ-оҙаҡ айырылышҡандан һуң табышҡан кешеләр шикелле һиҙә. Ә тормош уларға артабан береһенән-береһе ҡаты һынауҙар ҡуя. Уның иң тәүгеһе – Бөйөк Ватан һуғышы. Фронтовик шағирҙың һөйөүе яу яландарында көйрәй, әммә һүрелмәй, нығыраҡ сыныға. Мөхәббәт хисе берсә үтә нескә тойғоло, берсә үтә ҡәтғи шиғыр юлдары булып сыңлай.


Ул юлдарҙа бер ыңғайҙан миллионлаған яугирҙең хис-тойғоһо ла кәүҙәләнмәйме ни?! Шәхси яҙмыштың Ватан, халыҡ яҙмышы менән ҡушылыуы Мостай Кәрим лирикаһын әҙәбиәтебеҙҙең оло юлына алып сыға. Ә Мостай – Рауза араһы, ғүмер миҙгелдәрен артылған һайын, үҙ-ара ихтирам, ышаныс, бер-береңде һаҡлау, ҡәҙер итеү кеүек көндәлек күренештәр менән нығытыла. Йәшәйешендәге шикелле, мөхәббәткә сорналған геройҙар Мостай Кәрим әҫәрҙәренән туранан-тура әҙәбиәт донъяһына атлай. Улар араһында Айгөл – Ричард Ғәлин, Аҡъегет – Зөбәржәт, Салауат – Гөлнәзирә, Агазия – Прометей, Любомир Зух – Мария Тереза, Мәрәһим – Аҡйондоҙ һәм башҡалар балҡый.


...Һуғышта алған йәрәхәттәр ҡаты үпкә ауырыуына әүерелеп, Мостайҙы үлем быуып алғанда, Раузаның, фәрештә шикелле, йәненең бөтә шифаһын биреп хәстәрләүҙәре, Кавказ тауҙарында автомобиль һәләкәтенә осрап, Рауза йәнтәслим ятҡан саҡта Мостайҙың, пәйғәмбәр һымаҡ, ҙур йөрәгенең ҡайнар йылыһын биреүе... Һанай китһәң, мөхәббәт һәм тоғролоҡто һынаған бындай ваҡиғалар бихисап. Шулай ҙа уларҙың иң ауыры Мостай өлөшөнә төштө. Раузаны баҡыйлыҡҡа оҙатҡас, икәү мөхәббәтен бер үҙе йөкмәп ҡалды. Был саҡтағы әрнеүле, ҡатмарлы тойғо-кисерештәрен ул шиғырҙарына һалды. Ул юлдарҙа Раузаға табыныу ҙа, аңлатҡыһыҙ һағыш та һулҡылдай.


Кескәй генә бер күбәләк ине,

Донъялыҡта донъя йәмләтте.

Тегендә лә һоро шәүлә булмаҫ,

Йәне уның биҙәр йәннәтте.

* * *

Һинән башҡа ерем күкһеҙ, рухым үкһеҙ,

Һин өн түгел, һин төш хәҙер, уйым ғына.

Бөгөн төндә ай нурҙары, бөгәрләнеп,

Йомарланып һыйындылар ҡуйыныма.

Йоҡом ҡасҡан ошо һалҡын аяҙ төндә

Мин йылыһын тойҙом тулған ай нурының,

Үткәндәргә ҡайтып-килеп мең ураным,

Ҡуйынымда һинең йәнең, тип юраным.


Раузанан ҡалғас үткән йылдар нисек кенә ауыр булмаһын, йыуанырлыҡ һәм һыйынырлыҡ бер ҡәғбәһе бар ине Мостай Кәримдең. Ул – Раузаның әйтеп ҡалдырған һүҙе. Шағир уны былай тип килтерә: “Үлер алдынан бер мәл миңә: “Мостай, һин һәйбәт кеше икәнһең”, – тине. “Нишләп улай уйлайһың әле”, – тим. “Уйланым инде, һәйбәт икәнһең”, – ти. Шулай итеп, ул мине шәпкә сығарҙы. Фатиха биреп китте”. Хәҙер инде улар тағы мәңге бергә.


Беҙҙең өсөн кем ул?


Мостай Кәрим... Беҙҙең өсөн кем ул? Икенсе Мостай Кәрим тыуырмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар башты зыңҡыта. Ғәҙәттә, бындай саҡта сағыштырыуҙарға төшөп китәһең. Мостайҙа Салауат, Аҡмулла, Бабичтың шағирлығы һәм ярһыулығы бар; Өмөтбаевтағы энциклопедик күп яҡлылыҡ һәм патриотлыҡ бар; Рәшит Ниғмәти менән Рәми Ғариповтың юғары намыҫсанлығы бар; Баязит Бикбайҙың бөтә төр һәм жанрҙарҙа берҙәй көс менән ижад итеү һәләте бар. Ә Мостай Кәрим – барыбер Мостай Кәрим. Халыҡ шағирына һикһән биш йәш тулыуҙы билдәләгән тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Рауил Бикбаев һүҙен ошолай тамамлағайны: “Мостай Кәримде кем менән сағыштырып була? Мостайҙы бары тик уның үҙе менән генә сағыштырырға мөмкин!”


Эйе, Мостай Кәрим башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ рухи хазина ул.
Читайте нас: