Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
21 Июнь 2019, 03:05

Артур Әхмәтхановтың яҡты иҫтәлегенә

Именлекте һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү өлкәһендәге айырым ҡаҙаныштарын, улар араһында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт наградалары менән билдәләнгәндәрен иҫәпкә алып, республика етәксеһе Радий Хәбиров полиция генерал-лейтенанты Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Фото: glavarb.ru

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлегенә бағышлап, йыл һайын милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры үткәрергә; Салауат районының Малаяҙ ауылында бюст асырға; ошо уҡ райондың Торналы мәктәбенә шәхестең исемен биреү, мемориаль таҡтаһын ҡуйыу мәсьәләһен ҡарарға; йыл һайын Өфөнөң урта дөйөм белем биреү учреждениелары кадет кластары араһында Артур Әхмәтханов исемендәге башланғыс хәрби әҙерлек конкурсы булдырырға; Республика Хәрби Дан музейы майҙансығында Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенең экспозицияһын, шул иҫәптән Артур Әхмәтхановҡа бағышланған стенд эшләүҙе ҡарарға күрһәтмә бирҙе.
Бынан тыш, Өфө хакимиәтенә баш ҡала урамдарының береһенә Артур Әхмәтханов исемен бирергә тәҡдим ителде.
Указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтары республиканың Финанс министрлығы тарафынан билдәләнәсәк.
Читайте нас: