Милли батырыбыҙҙың тыуыуына – 265 йыл.
Ә. Н. Усмановтың хеҙмәте тарихи яҙмалар аша билдәле. Дөрөҫ, Юлай Аҙналиндың характерында уның старшиналыҡ вазифаһына бәйле ҡайһы бер ҡаршылыҡтар ҙа юҡ түгел. Дөйөм алғанда, ҡобайырҙа ул һәр эшен уйлап башҡара торған аҡыллы, абруйлы, дәрәжәле шәхес итеп һүрәтләнгән. Бер үк ваҡытта ул тәүәккәл дә.
“Илем менән бергә янырмын...”
Юлайҙың гражданлыҡ позицияһы кәңәшкә (сходҡа) йыйылған халыҡ алдындағы телмәрендә айырыуса асыҡ яҡтыртыла:
Күңелендә ил тойғоһо, иңендә ил хәстәре булған ир-азамат тәрбиәһе алып үҫкән Салауат алда атаһының һүҙҙәрен яңыртасаҡ әле. Ҡобайыр тиккә генә ил һәм шәхес проблемаһын күпте күргән, күпте белгән Юлай теле менән әйттермәгән.
Әҫәрҙә Юлай образының ярайһы уҡ киң яҡтыртылыуы төп герой – Салауат образының асылын яҡшыраҡ, тәрәнерәк аңларға булышлыҡ итә. Тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләү менән бер рәттән, быуындар бәйләнешенең мәғәнәһе, кешеләрҙә рух юғарылығы һыҙаттарының бөрөләнеүе һәм артабан үҫеш сәбәптәре кеүек тормош фәлсәфәһен аңға һеңдерергә тырышҡан сәсәндәребеҙ. Ҡобайырҙа Салауаттың поэтик биографияһының бирелеүе осраҡлы түгел.
Батырҙың бала сағынан алып һөргөнгә ебәрелгән осорға тиклемге ғүмере һүрәтләнгән унда. Салауатта батырлыҡ сифаттарының, аҡыл ҡеүәһенең, шиғри һәләттең йәштән тәрбиәләнеүенә баҫым яһала. Фольклор традицияларына таянып, башҡорт сәсәндәре уға эпик баһадирҙарға хас сифаттарҙы биргән. “Ат – тауҙа, батыр яуҙа һынала”, – ти халҡыбыҙ. Салауаттың барлыҡ шәхсән һыҙаттары яу йылдарында, азатлыҡ көрәшенә күтәрелгән сағында асыла. Йыйылған халыҡ алдында Бүгәсәүгә ҡушылырға өндәп һөйләгән телмәрендә ул үҙен башҡорт халҡының ғына түгел, башҡа халыҡтарҙың да әйҙәүсеһе итеп күрһәтә.
Салауаттың халыҡ менән тығыҙ бәйләнеше, тыуған еренә оло мөхәббәте түбәндәге юлдарҙа бигерәк тә аныҡ итеп әйтеп бирелә:
“Юлай менән Салауат” эпосының поэтикаһында, сюжет-композиция ҡоролошонда, нигеҙе халыҡсан булыуына ҡарамаҫтан, урыны менән шәхси ижад башланғысының күмәк башланғыстан өҫтөнлөк итеүе һиҙелә. Был йырҙар формаһында бирелгән диалогтарҙа – Салауат менән уның һөйгәне Гөлбәзир “дуэттарында” – айырыуса асыҡ сағыла. Бында сәсән Мөхәмәтша Буранғоловтың драматург тәжрибәһе үҙен һиҙҙерәлер, моғайын. Ул хикәйә стиленә үҙенсәлекле төҫ бирә: ете юллыҡ ҡобайыр структураһына сәсән үҙе ижад иткән туғыҙ-ун ижеклек йыр тексын ҡушыу шиғри хикәйәләүҙең тәбиғилеген бер ни тиклем кәметә. Әҫәрҙә боронғо туй йолалары элементтарын индереүҙә лә (ҡыҙ баланың ҡолағын тешләтеү, малайға таҡыя кейҙереү...) башҡорт туйының оло белгесе М. Буранғоловтың стиле тойола. Тотош алғанда, әҫәрҙең халыҡсан нигеҙе бәхәсһеҙ: эпоста әлегәсә халыҡ араһында йәшәп килгән күп һанлы риүәйәттәр һәм легендалар таныла.
“Байыҡ-Айҙар сәсән” эпосында Байназар тархан улы Байыҡтың Аҙналиндар нәҫеле менән күптәнге элемтәләре, Байыҡ менән Юлай Аҙналиндың бер ихтилалда (1755 – 1756) бергә ҡатнашыуы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар, әммә Байыҡ-Айҙар сәсәндең йәш Салауат менән осрашыуын һүрәтләү айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Айҙар ҡушаматлы сәсән (айҙар – йәмғиәттә ирҙәрҙең айырым урын алып тороу билдәһе булараҡ кешенең түбәһендә ҡалдырылған оҙон сәстәр. Байыҡты, айырыуса һәләтле булыуы сәбәпле, Айҙар тип атағандар, күрәһең. Яу еңелгәндән һуң, уның ошондай исем менән йәшеренеп йөрөгән булыуы ла ихтимал). Салауатҡа үткәндәр тураһында, хандар тураһында, йөҙ егерме ауылды көлгә ҡалдырған Тәфтиләүҙең (Тевкелевтың) яуызлыҡтары, яу ҡырында башын һалған йәки тыуған еренән һөрөлгән батырҙар, шул уҡ ваҡытта үҙенең илен һаҡлап ҡалған халыҡ тураһында тулҡынланып, шиғри формала һөйләй:
Барыһы ла бөткән, ҡалмаған –
Бәйеттәрҙә – батырҙың фажиғәһе
Төп геройы Байыҡ сәсән булғанлыҡтан, ҡобайырҙа Салауат Юлаев тураһында мәғлүмәт аҙ. Сәсәндәр Салауаттың был ҡартты аңлауы һәм уны үҙе менән атаһы янына алып барыуы тураһында ҡыҫҡаса хәбәр итеү менән сикләнгән. 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилал, уның баҫтырылыуы тураһындағы мәғлүмәт тә бик ҡыҫҡа итеп бирелгән. Шулай ҙа, ошо юлдар аша ла, Салауат менән Юлай Аҙналиндың баш күтәреүселәр хәрәкәтендәге мөһим әһәмиәте тураһындағы фекер шаҡтай аныҡ үткәрелә. “Байыҡтың һүҙен ишеткәс, Салауат та аңлаған. Байыҡ ҡартты үҙе менән алып ҡайтып киткән. Юлай менән өсәүһе һөйләшеп, һүҙ үткәндәрен саҡыртып, яу башларға булғандар”.
Байыҡ образына килгәндә, Н.Т. Зарипов уның “Юлай менән Салауат” ҡобайырындағы Салауаттың һәр аҙымын күҙәтеп барған һәм тегеһе юл сатында ҡалғанда дөрөҫ юлды күрһәткән ҡарт образы менән оҡшашлығын дөрөҫ билдәләгән. (Ғөмүмән, эпос геройының юлында осрап, уға аҡыллы кәңәш биргән ҡарт образы — фольклорҙа йыш күренгән традицион образ). Был сюжеттарҙа образдарҙың ныҡ оҡшашлығы теманың яҡынлығы һәм ике ҡобайырҙың да Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан бер сәсәндән – Ғәбит Арғынбаевтан (1856—1921) яҙып алыуы менән аңлатыла булһа кәрәк.
Ихтилалдың баҫтырылыуы, баш күтәреүселәрҙең юлбашсыларын язалау бәйеттәр ижад ителеүгә лә сәбәпсе булған. Беҙҙең көндәргә килеп еткән бәйеттәрҙең бөтәһе лә Салауат Юлаевҡа бағышланған (“Салауат йырауы”, “Онотмабыҙ һине, Салауат”, “Салауат Юлай”). Был бәйеттәргә фажиғәле һәм емөтлө (оптимистик) мотивтарҙың үрелеп бирелеүе хас: бер яҡтан – батырҙың фажиғәһе, халыҡтың уны һағыныуы, әрнеүе, икенсе яҡтан – үҙенең батыр йөрәкле юлбашсыһы менән ғорурланыуы, уның көрәшен дауам итергә әҙер тороуы, ғәҙел эштең тантана итәсәгенә ышаныуы. Был мотивтар 1948 йылда Башҡортостандың Ҡыйғы районына ҡараған Арыҫлан ауылында Зәйтүнә Тажетдинованан Мөхәмәт Рафиҡов яҙып алған “Онотмабыҙ һине, Салауат” бәйетендә айырыуса асыҡ сағылған.
1974 йылда Яңауыл районының Кесеҡор ауылында Рәйхана Шәрәфетдинованан Ниғмәт Шоңҡаров яҙып алған бәйет вариантында иҫ киткес матур шиғри юлдар бар: уларҙа Салауат Юлаевтың донъяға килеүе күктә Салауат күпере ҡалҡыу менән сағыштырыла, уның эштәренең бөйөклөгө билдәләнә. Фажиғәле мотив бәйеттең һуңғы куплетында ҡара туҙан ҡаплаған юл образы аша һүрәтләнгән. Был образ халыҡтың ҡайғы билдәһе һәм батырҙың ауыр яҙмышы тураһында иҫкә төшөрә (“Шул юлдар ғына шаһит шул, – һағынып һөйләргә ҡалған”. Ҡарағыҙ: 2-се том, № 41).
Салауат Юлаев тураһындағы бәйеттәрҙең поэтикаһына халыҡтың йыр ижады ҙур йоғонто яһаған. Теге йәки был йыр куплетының бәйет тексына тулыһынса индерелгән осраҡтары күҙәтелә (“Салауат йырауы”), фажиғәле ваҡиғаларҙың тулыһынса йыр стилендә һүрәтләнгәндәре бар (“Салауат Юлай”). Был, бер яҡтан, 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилал осоронда башҡорт халыҡ ижадында тарихи йыр жанры традицияларының шаҡтай көслө булыуы, икенсе яҡтан, фольклор жанрҙарының тәбиғәте, уларҙың үҙ-ара бәйләнешкә, бер-береһенә үтеп инеүгә “һәләтлелеге” менән аңлатыла. Төрлө жанрҙар, был осраҡта йырҙар һәм бәйеттәр билдәләрен үҙ эсенә алған сәнғәти формалар һуңғыһы нәтижәһендә барлыҡҡа килә лә инде.
Баш күтәреүселәр хәрәкәтенә бағышланған тарихи йырҙар (улар араһында Салауат Юлаев тураһындағы йырҙар төп урынды биләй) күп һанлы исемһеҙ дүрт юллыҡтарҙан, шулай уҡ “Салауат”, “Салауат тураһында йыр”, “Салауатҡа дан йыры” кеүек исемле текстарҙан тора. 1945 йылда “Салауат тураһында халыҡ йырҙары” тигән дөйөм баш аҫтында Ә.Н. Усманов баҫтырған дүрт юллыҡ йырҙар Ә.И. Харисовтың “Салауат” исемле йыйынтығында (Өфө, 1953) “Салауат”, “Салауат батыр”, “Салауат каторгала” тигән темалар буйынса төркөмдәргә бүленгән. Архив яҙмаларынан күренеүенсә, уларҙы Әнүр Вахитов төркөмләгән. Бындай бүленеш Әхнәф Харисовтың 1954 йылда сыҡҡан китабында, ә һуңыраҡ Салауат Галиндың хеҙмәттәрендә һаҡланған.
Халыҡ менән Салауат айырылғыһыҙ
Музыкаль яҡтан йырҙар төрлөсә: улар, нигеҙҙә, оҙон йә ҡыҫҡа көйгә башҡарыла. Марш характерындағылары ла осрай. “Салауат тураһындағы йыр-көйҙәрҙең төрлөлөгө уларҙың ниндәй төбәктә сыҡҡан йыр стиленә, йырҙың һүҙҙәре ҡайһы һөйләштең үҙенсәлектәренә бәйләнгән булыуынан килә. Шул уҡ ваҡытта Салауат хаҡындағы халыҡ йырҙарының бөтәһенә лә хас булған уртаҡ һыҙаттар бар: уларҙа импровизациялы ритмлы ҡатмарлы биҙәктәр юҡ, көйҙәрҙең моң ағышы тотороҡло, ритмдары билдәләнгән, аныҡ”.
Салауат Юлаевҡа бағышланған йырҙар мәғлүмәткә ифрат бай. Уларҙа батырҙың иң әһәмиәтле тормош осорҙары сағылыш тапҡан: Салауат – данлы Юлай улы, һөйөклө ир; Пугачев бригадиры, баш күтәреүселәр юлбашсыһы; Салауат Балтик портында ғүмерлеккә һөргөндә. Уның көрәштәштәре – Кинйә Арыҫланов, Ҡәнзәфәр Усаевтың исемдәре лә, алыш барған Әй йылғаһы үҙәне, Оло Ҡатау, Сарслан, Алағуз... кеүек урындар иҫкә алына.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, халыҡ Салауат Юлаевтың кешеләрҙе милли һәм ижтимағи иҙеүҙән азат итеүгә йүнәлтелгән ғәҙел ынтылыштарын дөрөҫ аңлаған.
Тарихи йырҙарҙа батырҙың көрәшенә ҙур иғтибар бирелгән, уның образы, талантлы хәрби етәксе һәм йырсы-шағир образы оло һөйөү тойғоһо менән һуғарылған.
Салауаттың менгән кир аты
Батыр ғәскәрҙәргә юл башлай.
Кир ат өҫтөндәге Салауат,
Яуға дәртләндереп, йыр башлай.
Милли һәм социаль иҙеүҙең барлыҡ михнәттәрен кисергән халыҡ Салауат Юлаев йөҙөндә үҙенең юлбашсыһын һәм яҡлаусыһын күргән. Халыҡ һәм Салауат айырылғыһыҙ – йыр фольклорының төп идеяларының береһе бына шул.
Яндар ғына тарттым, уҡ аттым,
Иҫ китерлек эштәр эшләнек,
Салауат тигән иргә таянып.
Мәғлүм булыуынса, Салауат Юлаевтың күренекле тарихи роле шунда ки, ул азатлыҡ көрәшенә башҡорттарҙы гына түгел, башҡа халыҡтарҙы ла күтәрә алған:
Салауат та тигән, ай, баһадир
Башҡорт халҡының рус халҡы менән дуҫлығы Пугачев һәм Салауат образдары аша күрһәтелгән:
Бүгәсәү ҙә менән, һай, Салауат –
Йырҙарҙа Салауат Юлаев образы, нигеҙҙә, аныҡ ерлектә һүрәтләнгән. Шул уҡ ваҡытта уға утта ла янмаған, һыуҙа ла батмаған эпик герой сифаттары бирелгән текстар ҙа осрай. Батыр образына поэтик ҡараш ыңғай баһалауға ҡоролған сағыштырыуҙарҙа кәүҙәләндерелгән. Ул – бөркөт, ыласын, арыҫландай сая һәм көслө ир-егет:
Ҡыйғыр бөркөт кеүек, ай, Салауат
Батыр ғәскәрҙәрҙең башында.
Ихтилалдың еңелеүе, Салауат Юлаевтың әсиргә алыныуы һәм һөргөнгә оҙатылыуы менән бәйле фажиғәле ваҡиғалар халыҡ күңелендә тәрән әрнеү тыуҙырған:
Салауат та батыр илдән киткәс,
Йөрәктәрҙе баҫты зар, һағыш.
Салауат та батыр булмағанда,
Был илдәрҙең беҙгә ни күрке?
Йырҙарҙа ҡайғылы мотивтар булыуы тәбиғи, әммә, дөйөм алғанда, уларҙың нигеҙен өмөтлө ынтылыштар, һүнмәҫ батырлыҡ идеялары тәшкил итә. Түбәндәге юлдар шул хаҡта һөйләй:
Салауат китте, тип, шатланмағыҙ,
Унан ғәййәр тыуыр донъяға.
Ҡараңғы ла төндә юл яҡтыртҡан
Салауат менгән кирҙең ҡашҡаһы.
Салауатҡай китте, тыумаҫ тимә
Арыҫландай ирҙең башҡаһы.