Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
9 Август 2019, 15:00

Халыҡ батырын онотмай

Быйыл августа бөтә республика хөрмәт иткән, халыҡ батырына әйләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тула.

Ҡаһармандың бала саҡ эҙҙәренән...


Быйыл августа бөтә республика хөрмәт иткән, халыҡ батырына әйләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тула.


Ошо айҡанлы, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң үҙәгендә – Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласағы хаҡында белдерҙе.



Улар ғаиләлә бишәү булған


Миңлеғәле Шайморатовты тыуған ерендә лә онотмайҙар, Ҡырмыҫҡалы районының үҙәгендә лә, тыуған ауылы Шайморатовта ла (Биштәкә) батырҙың тормош юлын өйрәнеү дауам ителә. Беҙ уларҙың береһе – Чугункин исемендәге мәктәптең китапхана мөдире, тыуған яҡты өйрәнеүсе Резидә Шамил ҡыҙы Әхтәмова менән осраштыҡ.


– Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһы менән 80-се йылдарҙан уҡ ҡыҙыҡһына башланыҡ. Шул саҡта һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәрҙең анкеталарын төҙөп, фотоларын йыйҙыҡ. Был ҙур эш булды, сөнки уларҙың үҙ ҡулы менән яҙған иҫтәлектәре тарих битендә ҡалды. Хәҙер инде 40 йыл был йылъяҙ­маларҙы һуғыш тураһындағы тарихи мираҫ итеп ҡулланабыҙ. Тора-бара видеояҙмаларға яҙҙырта башланыҡ. Был эшкә һуғыш ваҡытында мәктәп директоры булған, тарихсы Мәрйәм Хәлим ҡыҙы Даянова ҙур өлөш индерҙе. Уның менән бергә эшләнек, әле башланғыстарын дауам итәбеҙ. 2013 йылда Чугункин мәктәбенең тарихы тураһында китап сығарҙыҡ. Уны әҙерләүҙә Венер Мортаҙа улы Юлдашев өлөш индерҙе, – тине Резидә Шамил ҡыҙы.


Шәжәрәһен төҙөгәндәр


“Башҡортостан мәғрифәтселәре” республика Шәжәрә байрамы тәүге тапҡыр Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелә. Уға әҙерлек барышында ҡырмыҫҡалылар ҡыҙыҡлы мәғлүмәт­тәргә юлыға.
Резидә Шамил ҡыҙы белде­ре­үенсә, Мөхәмәҙинур Шәһинур улы Шаһиәхмәтов 1913 йылда Биштәкә ауылында беренсе мәктәп төҙөтә. Шул арҡала Биштәкә халҡы белем алыуға өлгәшә. Ул мәктәптә Миңлеғәле Шайморатов, Мәхмүт Хафизов (1948 йылда беренсе башҡорт һүҙлеген төҙөгән кеше) уҡый. Миңлеғәле Шайморатов Мөхәмә­ҙинур Шаһиәхмәтов менән ике туған булһа, Мәхмүт Хафизов менән уларҙы яҡын дуҫлыҡ ептәре бәйләй.
Республика кимәлендәге икенсе ошондай Шәжәрә байрамы Көйөргәҙе районында уҙа, ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә бағышлана.
– Миңлеғәле Шайморатов минең туғаным булғанға, уның шәжәрәһен өйрәнеп, материал туплай башланым. Атайым да ошо Биштәкә ауылынан. Батыр ағайыбыҙҙың туған­дарын табып, хәҙер улар менән аралашып йәшәйбеҙ, – тине Резидә Шамил ҡыҙы.


Бәләкәй сағы...


Резидә ханым һүҙҙәренсә, архив документтары буйынса, Миңлеғәле Шайморатов 1899 йылдың 10 мартында Биштәкә ауылында тыуған, ә уны 15 август тип йөрөтәләр.
Атаһы – Минһажетдин Фәхрислам улы, әсәһе – Бибикәфиә Мөхәмәт­гәрәй ҡыҙы. Ғаиләлә биш бала үҫә: Миңлеғәле, Абдулла, Әхмәтгәрәй, Кәмилә, Ғәлимә.
Әсәләре иртә вафат була, уларҙы атайҙары аяҡҡа баҫтыра. Миңлеғәле башланғыс белемде Биштәкә ауылында уҡытыусы Носратулла Фәй­зуллинда ала.
“Миңлеғәле бала саҡтан бик шуҡ булған, уйнағанда ла, һабантуйҙа көрәшкәндә лә алдынғылыҡты бирмәгән, һәр саҡ еңер булған. Ошо хаҡта Фәнил Ғәниевкә атаһы “ул бүрәнәне үҙе күтәреп баҫтырыр көскә эйә ине” тип һөйләп ҡалдырған. Элек урам малайҙары үҙ-ара көрәшкән, уларҙың яғы еңгән. Ул бала саҡтан ат яратҡан, малҡайҙарҙы йылғаға төшөрөп, йыуып, таҙартып торған. Сәкән һуғып, аттың ҡойроғонан туп эшләп уйнағандар. Оҫта балыҡсы тигән даны ҡалған. Ғәлимә һеңлеһе һөйләүенсә, ҡышын “Ҡәлғә” уйынын уйнағанда, уны тауҙан бәреп төшөрөүе ауыр булған”, – тип уның бала сағы хаҡында йыйған мәғ­лүмәттәре менән уртаҡлашты Резидә Шамил ҡыҙы.
Миңлеғәле Шайморатов 11 йәштән Сәҙретдин Алмутдин һәм Нурғәле байҙарҙа ялсы булып йөрөгән. 13 йәшендә “Якимов” пароходсы­лығының “Урал” пароходына йөрөп эшләй. 16 йәштән Өфөгә күсә, пароходсылыҡҡа ныҡлап урынлаша.

Ауылдарында мәктәпкә нигеҙ һалған зыялы Мөхәмәҙинур Шаһи­әхмәтовтың ағаһы Мәхмүт Ҡазанға уҡытырға китә. Аҙаҡ Миңлеғәле Шайморатовты һәм йәнә ике сыуаш малайын да үҙ янына ала. Алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы Мәхмүт Шаһиәхмәтовты 20-се йылдарҙа Мәскәүгә Үҙәк аппаратҡа күсерәләр. Ул аҙаҡ та М. Шайморатовты ҡурсалай, ҙур тормошҡа аяҡ баҫыуына булышлыҡ итә.


Ул – беҙҙең ғорурлыҡ!


– Уның халыҡ геройы булып йөрөүенә шатмын. Әлегә гәзит-журналдарҙа Герой исемен йөрөт­кәндәр хаҡында Миңлеғәле Шайморатов кеүек шул тиклем күп яҙғандарын уҡығаным юҡ, – ти Резидә Шамил ҡыҙы.
Батырҙың ике туғанының ейәнсәре Динә Мөхәмәтйәнова Ҡырмыҫҡалыла йәшәй. Уның һүҙҙәренсә, М. Шайморатов бөтә туғандарының хәлен килеп белешеп торған. Таҙа кәүҙәле, мөһабәт ҡиәфәттә килеп инә торғай­ны, кешелекле, ярҙамсыл булды, тип һөйләгән данлы ағаһы тураһында.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Миңлеғәле Шайморатовтың үҙенең нәҫел ебе өҙөлгән. Ҡыҙы Октябрина Ригала йәшәгән. Уның 1956 йылда тыуған Сергей исемле улы 2008 йылда вафат була. Уның балалары тураһында мәғлүмәттәр әлегә юҡ. Ә Миңлеғәле Шайморатовтың туғандарының, атаһы һәм әсәһе яғынан нәҫеле дауам итә.
Мәғлүм булыуынса, райондан 100-ҙән ашыу кеше Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән. Әле улар Башҡорт кавалерия дивизияһы составында булған яугирҙәрҙең исемлеген төҙөй, фотоларын йыя, документтарын, туғандарын эҙләй. Ошо атлы дивизияның яугирҙәренән торған “Үлемһеҙ полк”ты төҙөү ниәте менән яна ҡырмыҫҡалылар.
– Миңлеғәле Шайморатовҡа һәй­кәл ҡуйыуҙарына күңелем менән шатмын. Миңлеғәле Минһажетдин улы, ысынлап та, быға лайыҡлы шәхес. Ул бит тәүге командир! Яугирҙәрҙе берәмләп йыйып, һәр береһен өйрәтеп, хәлдәрен белешеп торған мәрхәмәтле кеше. Ҡырмыҫҡалыға үҙе килеп аттарҙы йыйған, – ти әңгәмәсем.

Исеме мәңге онотолмаҫ


Ҡырмыҫҡалы еренә барып төшкәс, батырҙың исеме бер ваҡытта ла онотолмаясағына аҙым һайын инанаһың.

– Миңлеғәле Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡарылды һәм әле лә дауам итә. Райондың һәр ауылында тиерлек уның исеме бирелгән урам бар. Шайморатов ауылындағы мәктәп тә уның исемен йөрөтә. Элек “Шайморатов” колхозы булһа, хәҙер ул хужалыҡ “Шайморатов” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип атала. Йыл да уның иҫтәлегенә республика кимәлендә волейбол турниры, көрәш уҙғарыла. 2015 йылда тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылды. Балалар Бөйөк Еңеү байрамы алдынан инша, тикшеренеү эштәрен яҙа, – тип теҙеп китте Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәрғәт Ҡотлобаев.


Батыр тыуған ауыл һулышы


Шайморатов ауылына килеп ингәс тә, беҙҙе төҙөкләндерелгән матур паркта һыбайлы генерал Шаймора­товтың ғорур һыны ҡаршы алды. Ауыл урамынан әле лә арба егелгән аттар үтеп торғанын күргәс, батырҙың йылҡы малына һөйөүе ҡайҙан килеүе аңлашылып тора.
Шайморатов ауыл биләмәһе ха­кимиәте алдында ла беҙҙе М. Шай­моратовтың алтын ялатылған бюсы ҡаршы алды, мәктәп ихатаһында ла уның һыны киләсәк быуынды яҡшы эштәргә әйҙәп тора.
Ауыл хакимиәте башлығы Илвир Миҙхәт улы Моратшиндан ауылдың хәле тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.

– Һәр ваҡыттағыса, ҙур пландар менән йәшәйбеҙ. Беҙҙе борсоған мәсьәләләр ҙә бар. 1973 – 1977 йылдарҙа төҙөлгән үҙәк һыу үткәргес ауыл хакимиәте балансында тора, уны хеҙмәтләндергән компания юҡ. Һигеҙ километр оҙонлоғондағы торбалары яңыртыуҙы талап итә. Генерал Шайморатовтың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата ауыл урамдарына тулыһынса асфальт түшәлде. Әле соҡорҙар күренеү менән, юлды ямап торабыҙ, сөнки ярылған урындарҙы ваҡытында яҡшылап ремонтламаһаҡ, бер нисә йылдан боҙолоп бөтөр ине. Әлеге юбилей көнөнә был эштәр атҡарылып өлгөрмәһә лә, киләсәктә көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителер, тип ышанабыҙ, – тип теҙеп һөйләне ул.
Ауыл урамдарын яҡтыртыу эше лә дауам итә. Шайморатовта һәм Илтирәктә өсәр урамға яңынан яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйғандар. Шайморатовтар был төбәк програм­маһы өсөн республика етәксеһе Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, быға тиклем дә ауыл урамдары яҡтыртылған булған, әммә улар электр утын күп сарыф иткән, ә яңылары заман талаптарына яуап бирә. Ауыл клубына ла быйыл ремонт эшләгәндәр, хәҙер уның ихатаһын матур итеп төҙөкләндереү хыялы менән яна етәксе.


Шайморатов шишмәһе


Ауыл хакимиәте башлығы менән аралашҡандан һуң, инде М. Шай­моратовтың һәләк булыуына 76 йыл уҙһа ла, батырҙың исеме ауылдаштарына әле лә ярҙам итеүен тойҙоҡ. Әммә шайморатовтар үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай: яңыраҡ ауыл эргәһендә аҡҡан шишмәгә яңы һулыш өрөп, уға “Шайморатов шишмәһе” тип исем дә ҡушҡандар. Был эшкә “Рус географияһы” йәмғиәтен, Баш­ҡортостандың Тәбиғәттән файҙала­ныу һәм экология министрлығын йәлеп иткәндәр. Шишмәнең сығана­ғын таҙартып, торба төшөргәндәр, тирә-яғын кәртәләгәндәр. Әлегә төҙөкләндереү мәшәҡәттәре бөтмәгән.
– 1999 йылда колхоздан киткәс, ошо ерҙә ҡамыш саба башланым. Был ҡойоно шул саҡта күреп ҡалдым. Мәғлүм булыуынса, 1815 йылда Атнасыр тигән кеше уны ҡаҙҙырып, ҡарағастан бура төшөргән булған. Ауыл халҡы ғүмер буйы шунан һыу алып эскән. Аҙаҡ Артур Ирек улы Нурғәлиевкә әйтеп, таҙартып, ҡойоно тергеҙеү эшен башланыҡ. Һыу шул тиклем тәмле, халыҡ хәҙер бында йөрөй. Шишмә эргәһенә асфальт түшәһәләр, туй мәлендә йәштәргә һыу башларға уңайлы булыр ине, тип уйлайым, – тине ауылдың имам-хатибы Әфҡәт Ниғмәтуллин.
Әйткәндәй, Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы 1987 йылдан Шайморатов исемендәге колхозда баш агроном, колхоз рәйесенең беренсе урынба­ҫары, 1992 – 1999 йылдарҙа колхоз рәйесе булып эшләгән. Шуға ла ул ошо йылдарҙа ауылдың нисек үҫеүе, төҙөкләндерелеүе тураһында бик күп мәғлүмәтте белә, үҙе лә ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәй. Ул заманында колхозсыларға предприятие иҫәбенә газ үткәреүгә лә булышлыҡ иткән, ауыл менән Өфө–Белорет юлы арауығына юл һалыуға ла үҙенең тос өлөшөн индергән.
– Ололар генерал Шайморатовты һәр саҡ яҡшы яҡтан ғына иҫкә алды. Нәҫеле ауыл зыяратында ерләнгән. Улар ятҡан зыярат юлын да ипкә килтерергә кәрәк, – тине Әфҡәт Ниғмәтуллин.


Кәмиләнең күршеһен күрҙек


Алдан әйтеп китеүебеҙсә, Миң­леғәле Шайморатовтың биш туғаны булған. Уның Кәмилә һеңлеһенең күршеһе Фәриҙә Ғәлийән ҡыҙы Хәбибуллина (Кәримова) әле иҫән.
Ул 1926 йылда Биштәкә ауылында тыуған. Фәриҙә инәй, инде 94 йәштә булһа ла, хәтере яҡшы, матур ғүмер кисерә.

– Кәмилә һеңлеһе беҙгә күрше торҙо. Уға Ғәлимә апаһы Арыҫлан ауылынан килә торғайны. Кәмиләнең ире Йомаҙил булды, Шамил һәм Рәсил исемле балалар үҫтерҙеләр. Элек ауыл өс колхозға бүленгәйне: “Коммунар”, “Искра”, “Сигнал”. Миңлеғәле Шайморатовтар “Коммунар” колхозына ҡараны. Тыуған йорто магазин эргәһендә булды, – тине Фәриҙә инәй.

– Кәмиләнең улы Рәсилгә гене­ралдың 100 йыллығында Хөкүмәт исеменән йорт һалып бирҙек, – тине Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы.
Фәриҙә Хәбибуллина – 44 йыл Шайморатов исемендәге колхозда хеҙмәт итеп, маҡтаулы эшсе булып хаҡлы ялға сыҡҡан сөгөлдөрсө. Тырыш ҡатын үҙ заманында көн дә тиерлек Өфөгә көйәнтәләп йомортҡа алып барып, урынына ризыҡ тейәп ҡайтып донъя көткән.
– Ашлыҡ һуҡҡысҡа май һалғанда атайҙың ҡулы өҙөлдө, шуға ла донъя минең ҡулға ҡалды. Бик ауыр шарттарҙа йәшәнек, хәҙер тормош арыуланды. Берәр ҡапсыҡ үлән, балтырған, алабута алып ҡайтып, картуф һәм он өҫтәп аш бешерә инек. 16 йәштән фермала һыйыр һауҙым. Дүрт-алты гектар майҙанда сөгөлдөр сәсеп, утап, 300-350 центнер уңыш алыуға өлгәшә инек, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Фәриҙә инәй.
Ысынлап та, Шайморатов ауылы ла матур, халҡы ла тырыш, батырҙың рухына тап төшөрмәй йәшәй.

Өфөлә тағы ла бер һәйкәл ҡалҡасаҡ


– Беҙ легендар генерал, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов­тың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы лайыҡлы билдәләргә тейешбеҙ. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Донбасс өсөн ҡаты бәрелештәр мәлендә геройҙарса һәләк булды. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һын тантаналы рәүештә фронтҡа оҙатыу 1942 йылдың 25 мартында, баш ҡаланың Совет майҙанында ойошторола. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә хәрбиҙәрҙең фронтҡа китергә әҙерлеген шунда еткерҙе, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитетына был маҡсатта халыҡтан да аҡса йыйырға тәҡдим итте. Ҡоролтай делегаттары яңылыҡты дәррәү алҡыштар менән хупланы. Әле был йәһәттән дә эш башланды.

Тимәк, тиҙҙән Совет майҙанында тарихты, данлы үткәнебеҙҙе һәр кемгә хәтерләтеп торған парк бар­лыҡҡа киләсәк, унда мөһабәт һәйкәл ҡуйыласаҡ, ә автомобилдәр туҡтал­ҡаһы ер аҫтында урынлашасаҡ.
Шулай уҡ Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһын (16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) ойошторған командир, генерал-майор, дипломат һәм разведчик Миңле­ғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуҙы байрам итеү маҡса­тында Радий Хәбиров махсус Указға ҡул ҡуйҙы, шуға күрә был йәһәттән республикабыҙҙа матур саралар ойошторола.
Читайте нас: