Бөгөн – иҫке календар буйынса ((15) 27 август) 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл.
Ошо айҡанлы республикабыҙҙа төрлө саралар уҙа. Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә урынлашҡан Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге Өфө айырым отрядында ла был датаны тантаналы рәүештә билдәләнеләр.
Хеҙмәткәрҙәргә Салауат Хәмиҙуллиндың Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы документаль фильмы күрһәтелде.
Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музей етәксеһе Фәриҙә Йосопова, Башҡорт дәүләт университетының доценты Нурислам Ҡалмантаев генерал-майорҙың һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы, яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында һөйләне. Ошонда уҡ М. Шайморатовтың тормош юлына ҡағылышлы күргәҙмә ойошторолғайны.
Подполковник Евгений ЛИСИЦА: "Республика етәксеһе Радий Хәбировтың генераль-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласағы тураһындағы белдереүен ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттек. Был башланғысты бар яҡлап та хуплайбыҙ һәм ярҙам итергә әҙербеҙ. Тәҡдимдәр менән хакимиәткә сығырға йыйынабыҙ. Һис шикһеҙ, һәйкәлде асыу эшендә ҡатнашасаҡбыҙ. Беҙҙе генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов менән ваҡыт айырһа ла, беҙ барыбер үҙебеҙҙе "шайморатовсылар" тип иҫәпләйбеҙ".