Был йырҙы, моғайын, хәтерләйһегеҙҙер. Заманында бик популяр ине ул. Йырҙы башҡарған Фән Вәлиәхмәтов "Сәхнә" журналында йәшлек йылдарын, тәүге мөхәббәтен хәтерләп: "Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда бер бейеүсе ҡыҙ менән танышҡайным... Күбәләк кеүек, бәләкәй генә буйлы ҡыҙыҡай. Алып ҡайттым атай-әсәй менән таныштырырға. Киленегеҙ ошо булыр, тим. Атай ҡарап торҙо-торҙо ла аулаҡта ғына: "Һин, малай, нәҫелде ваҡларға йөрөйһөңмө? Кәрәк түгел беҙгә бындай “кнопка”. Ҡатын ул ҡарап торорға түгел, тормош көтөр өсөн. Тормошта төрлө хәлдәр була, ҡатын ҡара-ҡаршы һуғышырлыҡ булһын ул", – тине. Атай менән шулай бер, берәгәйле һөйләштек. Шунан бына кәүҙәлерәктәрҙе ҡарап йөрөй башланым", – тигән.