Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
21 Август 2019, 17:15

Назарбаев йырлай башлаған...

Ҡаҙағстандың беренсе президенты Нурсолтан Назарбаев үҙенең мөкиббән китеп яратҡан тыуған иле хаҡында йыр яҙған һәм уға видеоклип төшөргән.

Ҡаҙағстандың беренсе президенты Нурсолтан Назарбаев үҙенең мөкиббән китеп яратҡан тыуған иле хаҡында йыр яҙған һәм уға видеоклип төшөргән.


Видеола уның киң баҫыуҙар буйлап йырлай-йырлай йөрөүе, ал мәк сәскәләре үҫкән яланда балаларҙы ҡосағына алып ултырыуы һүрәтләнә. Ошо уҡ йырҙы профессиональ артистар ҙа күтәреп алған. Йырҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе былай: “Мин бик күп сит-ят илдәрҙе гиҙҙем, әммә уларҙың береһе лә минең ҡаҙаҡ ерен алмаштыра алмай. Бында минең Алатауым, бала сағым, бында минең тыуған тамырҙарым”. Йырҙың һүҙҙәренә көйҙө композитор Алтынбәк Ҡораҙбаев яҙған.


Ҡаҙағстандың беренсе президенты ниндәй йырҙарҙы яратҡанын ҡаҙаҡтар яҡшы белә: “Йондоҙом”, “Күҙемдең ҡараһы”, “Сәләм” һәм башҡалар. Тыуған илгә һөйөү, Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоғо, илһөйәрлек тураһындағы йырҙарҙы ул айырыуса яратып, илһамланып башҡара, тиҙәр. Ҡаҙағстан менән 30 йылдан ашыу етәкселек иткән сәйәсмән башҡаса булдыра ла алмайҙыр.


Фото: Poslednie-news.ru
Читайте нас: