Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
27 Август 2019, 15:30

Данлыҡлы яҡташыбыҙ – хәрби, дипломат, ойоштороусы, педагог

Уның кеүек генерал Миңлеғәле Шайморатовтың шәхесенә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар ошо теманы тәрән өйрәнгән башҡа кешене белмәйем. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәрит ВАХИТОВ хаҡында һүҙем.

Онотторорға тырыштылар...


Уның кеүек генерал Миңлеғәле Шайморатовтың шәхесенә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар ошо теманы тәрән өйрәнгән башҡа кешене белмәйем. Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәрит ВАХИТОВ хаҡында һүҙем. Батыр генералдың юбилейы уңайынан уның менән маҡсатлы рәүештә әңгәмә ҡорҙоҡ. “Аҡ аманат – һалдат хаттары” китаптары (1-2-се китап, 2000 – 2005) авторы ижадында күптән Бөйөк Ватан һуғышы темаһына ҙур иғтибар бирә. Советтар Союзы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары, онотолған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәр тураһындағы очерктары, мәҡәләләре республика матбуғатында даими баҫылып килә.


Ә бөгөн беҙ уның менән данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, уның батыр генералы Миңлеғәле Шайморатов тураһында әңгәмәләшәбеҙ.


Тыйылған мәғлүмәттәр


– Кем ул Шайморатов генерал? Беҙ уның хаҡында нимә беләбеҙ? Ниндәй мәғлүмәттәргә хәбәрҙар түгел?

– Мин был турала күптән уйлап йөрөйөм. Шайморатов генералды күптәр өҫтән-мөҫтән генә белә. Хатта яҙған кешеләр ҙә уның хаҡында аныҡ белеп яҙмай: ҡайҙандыр ишетеп, кемдәндер уҡып, яңылыш фекерҙәр аша бөтөнләй хаталы образ тыуҙыра.
Бер мәл Ҡазандан теплоходта ҡайтып киләбеҙ. Бер төркөм уҡымышлы ир-егеттәр аралашып, һөйләшеп ултырабыҙ. Шайморатов тураһында һүҙ сыҡҡайны, берәү тотто ла: “Уны бит немецтар алып киткән, ҡаҙаҡтар менән киткән, ул бит унда һәләк булмаған, язалап үлтергәндәр”, – тигән хәбәр әйтеп ысҡындырҙы. “Ҡайҙан был хаҡта уҡының?” – тинем. “Ишеттем. Кешеләр һөйләй бит был хаҡта...” – ошолай булды танышымдың яуабы. “Кемдәр һөйләй, һин үҙең кем?” – тип артабан ҡыҙыҡһынам. Ул бухгалтер булып сыҡты, үҙенә күрә уҡымышлы кеше бит инде, әммә һөйләгән хәбәренә яуаплы ҡара­мағанлығын аңланым. Ә бит легендар генерал хаҡында ана шундай легендалар бихисап.
Хатта бер мәл үҙебеҙҙәге бер баҫма Шайморатов хаҡында ике бит мәғлүмәт бирҙе. Мәҡәләне ҡыҙыл ҡәләм менән төҙәтә-төҙәтә уҡып сыҡтым. Ул баҫма әле булһа һаҡлана. Миндә Башҡорт атлы дивизияһы тарихы менән хыялыйҙарса ҡыҙыҡһыныу ҙа, шул уҡ ваҡытта уның тарихын боҙоп күрһәткәндәргә ҡарата уҫаллыҡ та бар. Баш мөхәрриргә барып, тәнҡит һүҙҙәремде әйттем. Әлбиттә, ҡабул итмәнеләр. Бер ҡараһаң, был бит тәнҡит тә түгел әле ул, ә “Шайморатов тураһында мәҡәләлә киткән хаталарҙы төҙәтегеҙ” тигән үтенес, әммә мәҡәлә ҡайтанан төҙәтелеп баҫылманы. Төҙәтмә лә бирелмәне. Быйыл да матбуғат баҫма­ларының береһендә ошондайыраҡ мәҡәлә баҫылды. Уны “генерал-лейтенант”, “дивизия начальнигы” тип яҙып бөттөләр. Бына шуның кеүек хаталар даими ҡабатлана килә, сөнки баҫмалар бер-береһенән күсереп яҙа.
– Баҫмаларҙың, авторҙарҙың иң төп хатаһы нимәлә һуң?

– Төп хата шунда: дивизия ветерандары заманынан иҫән ҡайтҡандар араһында насар хәбәр һөйләүселәр, шуны теркәүселәр булды. Әйтәйек, бер генерал Шайморатов исеменә ҡарата дөрөҫлөккә тап килмәгән хәбәр һөйләне: имеш, уны әсирлеккә алғандар, ул бөтөнләй икенсе юлдан киткән, һәләк булмаған һәм башҡалар. Эйе, дөрөҫлөккә тап килмәгән хәбәр һөйләгән кешене ҡулға алдылар, әммә ул үҙенең ялғанын таратып өлгөрҙө.
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында “Кызыл таң”да эшләп йөрөгәндә, баш мөхәррир Дашкин саҡырҙы ла: “Иди, твои кавалеристы собираются!” – тип мине Октябрьскийға ебәрҙе. Барҙым. Ундағы мәктәптә бер уҡытыусы дивизия ойошторолған көнгә ҡарата Октябрьскийҙа йәшәгән кава­лерис­тарҙы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын йыйған, улар араһында мин белгәндәр ҙә бар. Был ҡалала йәшәп киткәйнем, шуға күрә ҡайһы берҙәре менән танышмын да. Сараға полковник Хәбиров ағай килеп төштө.
Уҡытыусы ҡатын сығышы менән Ҡыр­мыҫҡалы районынан һәм Шаймо­ратовтың сыбыҡ осо туғаны булып сыҡты. Ул Хәбировҡа һүҙ бирҙе һәм полковник былай тине: “Шайморатов юҡ, ниңә уның хаҡында һөйләргә? Бына мин һеҙҙең ҡаршыла торам, минең хаҡта һорашығыҙ, мин – герой!” – тине. Баяғы уҡытыусы ҡаушап ҡалды, нимә әйтергә белмәне. Эйе, Хәбиров ағай – герой, бик күп батырлыҡ күрһәткән, әммә Герой исеме уға бирелмәгән. Уның данлыҡлы генерал хаҡында һөйләргә теләмәүе йыйылған халыҡҡа бик ауыр тәьҫир итте. Ғөмүмән, Шайморатов шәхесенә ҡарата ана шулай кире ҡараш йәшәп килде, уның батырҙарса һуғышыуы хаҡында һөйләргә теләгән кешеләр аҙ булып сыҡты.
1998 йылда Тәминдәр Әхмәҙиев ағайҙың китабы баҫылды. Ул Тарих, тел, әҙәбиәт институтында эшләне. “Башкирская кавалерийская легендарная” тигән ҡалын монография сығарыуға өлгәште ул. Күп дәлилдәрҙе, яҙмаларҙы анализлап, яҡшы китап килеп сыҡты. Әммә был баҫмала Шайморатов тураһында ситен-ситен генә һүҙ әйтеп китә.
Музейҙа эшләгәндә бер мәл Тәминдәр Әхмәҙиев ағайҙың ҡатыны менән осраштым. Ул миңә иренең Шайморатов тураһындағы брошюраһын бирҙе. Дәфтәр ҡалынлығы был йыйынтыҡта генерал тураһында байтаҡ мәғлүмәт йыйылған булған, әммә ни сәбәптәндер китапҡа инмәгән, баҫылмай ҡалған. Тимәк, әле ул ваҡытта ла Шайморатовҡа әллә ни иғтибар булмаған тигән һүҙ! Ошо брошюраны йөҙ дана тираж менән Башҡортостан Фәндәр академияһы баҫтырып сығарҙы. Миндә лә һаҡлана.
Милли кавалерия дивизиялары бары тик егерме генә була, улар 1941 йылдың 13 ноябрендә сыҡҡан махсус бойороҡ буйынса ойошторола. Башҡорттарҙа – ике, үзбәктәрҙә, ҡаҙаҡтарҙа, төркмәндәрҙә, чечендарҙа, ингуштарҙа, ҡалмыҡтарҙа берәр дивизия була. Әле әйткәнемсә, бөтәһе бергә егерме дивизия төҙөлә. Һуғышҡа китәләр, әммә барып керә торалар, юҡҡа сыға баралар.
Ил башлығы Сталин кавалерия дивизиялары тураһында яҙыуҙы тыя. Башҡа милләттәрҙең дивизиялары ғәмәлдә һуғышҡа яраҡлы булмай сыға, дошман уларҙы ҡырып ташлай. Һуғыш бөтөүгә, Башҡорт кавалерия дивизияһы ғына тороп ҡала. Ватан алдында үҙенең хәрби бурысын үтәй. Дивизиялар тураһында яҙа башлаһаң, беренсенән, уларҙың ысын хәлен күрһәтергә кәрәк булыр, икенсенән, милли мәсьәлә өҫкә ҡалҡып сығыр ине. Өсөнсөнән, берҙән-бер Башҡорт кавалерия диви­зияһының ғына лайыҡлы рәүештә Бөйөк Ватан һуғышын үтеп сығыуының күренәсәге көн кеүек асыҡ була.


“Билдәһеҙ ҙур командирҙың ҡәбере”


– Шайморатовтың ҡәбере тураһында ла мәҡәлә яҙып сыҡҡайнығыҙ...

– Һуғыш ваҡытында Башҡортостанға Днепропетровскиҙан Задеонченко килә. Ул 1943 йылға тиклем беренсе секретарь була. Был осорҙа, 1941 йылда, Ваһапов – Совнарком рәйесе. Ә ул Башҡорт кавалерия дивизияһын ойошторғанда республика комиссияһы башлығы була һәм хәрби составты булдырыуға бик күп көс һала. Задеонченко киткәс, уның урынына беренсе секретарь булып Игнатьев килә. Ваһапов үҙ вазифаһында саҡта 1948 йылда эксгумация ойошторола. Ни өсөн кәрәк була һуң ул? Баҡтиһәң, мәҙәниәт хеҙмәткәре, опера театры директоры Ҡадиров Хөкүмәткә тынғы бирмәй. Уның талаптарына ярашлы, Комиссия төҙөлөп, Шайморатов һәләк булған һәм күмелгән урынды өйрәнергә тейеш була.
Ул ваҡытта Шайморатов Штыревка ауылында мәктәп алдында ерләнгән була. Урынды асыҡ­лағас, эксгумация ойошторорға ниәтләйҙәр, тик бына был сараға комиссияны ебәрер­гәме-юҡмы, тип уйлана баш­лайҙар. Бәхәс бара. Игнатьев – ҡаршы, Ваһапов – йәне-тәне менән риза. Башҡорт түрәләре береһе лә яҡлау һүҙен әйтмәй, шулай ҙа Ваһаповтың ынтылышы еңә, комиссия Штыревкаға юллана. Комиссия ҡәберҙә Шайморатов ятыуы хаҡында ыңғай фекер алып ҡайта. Асып ҡарап өйрәнәләр ҡәберҙе.
Генералдың икенсе ҡатыны Ольга Павловна был эштәрҙә ҡатнаша, бында ире ятыуын ул да раҫлай. Әммә, донъя ҡаршы­лыҡтарҙан тороуын раҫлап, был ҡарашты хупларға ашыҡмайҙар. Баҡтиһәң, был ҡәбергә генерал Дудконың ҡатыны килеп, сәскә һалып йөрөй икән. Ул дивизиянан юғарыраҡ торған корпуста етәкселектә була. Дудко һуғыш ваҡытында ҡайҙалыр юғала, ҡәбере бил­дәһеҙ, һәләк булғанын да әйтә алмайҙар. Ә уның ҡатынына, балаларына ҡәбере кәрәк. Улар әҙер зыяратҡа “хужа” булырға уйлай.
– Ә ни өсөн? Нисек?!

– Шәп һорау! Шайморатов “тело неизвестного большого командира” исеме аҫтында күмелә. Уны урындағы халыҡ ерләй. Командир кейемендә, погондары юҡ. “Неизвестный” тип яҙылғас, Дудконыҡы тип әйтергә теләйҙәр. Ярай әле Ваһапов, Ҡадиров эксгумация эшләп, унда Шайморатов ерләнеүен раҫлаған.
– Эксгумация бит бик ҡатмарлы экспертиза...

– Эйе, ҡатмарлы булһа ла, был осраҡта ул башҡа төрлө эшләнә. Ҡәберҙе асалар, кәүҙәне алалар, тикшерәләр. Хәрби кейемдәре тарҡалмаған була. Шунан кейемен сисеп, тәнен ҡарайҙар. Бот төбөндә граждандар һуғышында алған йәрәхәте була, шуны табалар. Ольга Павловна быға бик иғтибар итә. Шунан сәс, йөҙ төҙөлөшөн тикшерәләр. Уның йөҙөн һүрәттәрҙән ҡарап та беләбеҙ бит инде, һәр хәлдә Дудконыҡы кеүек түгел. “Монгольского типа” тип яҙыла унда. Лаборатория тикшереүҙәре үткәреп тормайҙар, сөнки барыһына ла был ҡәберҙә Шайморатов ятыуы көн кеүек асыҡ була. Ворошиловград өлкә комитеты был хаҡта белә, унан вәкил, урындағы компартия ойошмаһы ла ҡатнаша.
Урындағы халыҡ, тәү тапҡыр ерләүҙә ҡатнашҡандар ҙа була был сарала. Ҡатыны Ольга Павловнаның һүҙе иғтибарға алына. Шунан Шайморатовтың кәүҙәһен Штыревка ауылынан алып, Петровский дары заводы биләмәһендә бөтә хәрби дан талаптарына ярашлы ерләйҙәр.
Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығы көнөндә генерал кәүҙәһен завод биләмәһенән алып, Петровский ҡалаһының туғандар зыяратында Шайморатов майҙанын булдырып, шунда күсереп күмәләр. Шунда уҡ Шайморатов урамы ла һуҙылып киткән.


Дивизияның тулы исемлеге ҡайҙа?


– Фәрит ағай, Башҡортостандан яу юлына сыҡҡан кавалерия дивизияһы яугирҙәренең исемлеге бармы ул? Тәүге составты күҙ уңында тотоп һорайым.

– Ул Подольскиҙа бар. Унда мин ике тапҡыр булдым, Подольск үҙәк ҡыҙыл армия архивында бик күп мәғлүмәт һаҡлана. Ун бишәр көнлөк ике командировкала булдым унда. Тулы исемлекте күсереп алыу маҡсатын ҡуймағайным ул саҡта, минең теләгем Шайморатов тураһында яҙыу ине. Музейға эшкә килгәс тә, үҙемә данлыҡлы генералды өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым һәм етәкселек шуға ярашлы эш ҡушты.
Айырым-айырым исемлектәр бар миндә, әммә тулы түгел, шуға күрә дөйөм картинаны бирә алмай. Шулай ҙа һуғышҡа киткән саҡта Башҡорт кавалерия дивизияһына яҡынса биш мең тирәһе кеше алына.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тәүге составында башҡорттар 81,5 процент булған, 14,5 процент – татарҙар, 3,3 процент – урыҫтар, 0,7 процент – башҡа милләттәр. Советтар Союзы Геройҙары, дүрт орден кавалеры буйынса ҡоро ер ғәскәрҙәре араһында Башҡорт кавалерия дивизияһы иң алдынғыһы, иң абруйлыһы, иң данлыҡлыһы! Ундай башҡа юҡ. Был минең генә һығымта түгел, был – ысынбарлыҡ.
– Һуғыш бөтөүгә башҡорттар күпме ҡалды икән?

– Һуғыш бара. Липецк өлкәһендә була тәүге ҡырылыш. Туймазыла запастағы 9-сы кавалерия полкы, яугирҙәрҙе әҙерләп, ут эсенә сығарып тора. Сталинград алышында халыҡ күп ҡырыла, ул тамамланыуға тағы 900-ҙән артығыраҡ кеше килеп ҡушыла кавалерияға. 1943 йылдың көҙөндә яңынан дивизияны тулыландырған ваҡытта йәнә Туймазынан һалдаттар килә. Иҫәпләп ҡарау буйынса, Башҡорт кавалерия дивизияһында 15 меңдән ашыу башҡорт башын һалған. Бында берәүҙе лә ғәйепләп булмай, был – һуғыш.
1943 йылдың февралендә Шайморатов һәләк була. Ошо ваҡыттан һуң дивизия тылға, әммә йыраҡҡа түгел, сығарыла. Шунда яңынан тергеҙелә, шунда уҡ күнекмәләр бара, йәнә яуға ебәрелә. Шул ваҡытта бик күп башҡа халыҡтар килеп ҡушыла. Тарҡатылған дивизияларҙан төркмәндәр, ҡаҙаҡтар, украиндар өҫтәлә. Улар – төрлө милләт кешеләре, әммә һәр береһе үҙен шайморатовсы тип һанай.
Белов дивизияны ҡабул итә, был ваҡытта ул полковник була. Ул, Шайморатовтың исеме онотолоп ҡалһын өсөн, бөтә “ҡәбәхәтлеген” һалған кеше. Беҙҙең матбуғат уны маҡтап та яҙҙы, бигерәк тә 100 йыллығы ваҡытында, дивизия ветерандары иҫән сағында ла ҡараш шулай ине. Әммә “беҙ – шайморатовсылар!” тигән лозунгты бер кем дә юҡ итә алманы, ул һәр ваҡыт йәшәп килде.
Дивизияның исемлеген тергеҙеү генә түгел, ғөмүмән, башҡараһы эш байтаҡ әле.


Али Карнай яҙмышындағы серҙәр


– 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейын да беҙгә байытырға кәрәк. Унда дивизияның “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең мөхәррире Али Карнай тураһында ла стенд булырға тейештер?

– Али Карнай шәхесенә мин “Башкирская вышка” гәзитенең бер һаны аша барып юлыҡтым. Фәҡәт шул баҫма буйынса диплом да яҡланым әле. Али Карнай күренекле яҙыусы була тороп, Ишембайға күп тиражлы баҫмаға баш мөхәррир булып килә. Был – гражданлыҡ ҡаһарманлығы. Али Карнай, КПСС-тың Өлкә комитеты ҡушҡанса, Башҡорт кавалерия дивизияһына ла баш мөхәррир булып килә. Ул – иҫ китмәле тура һүҙле, эше, ҡәләменең ҡеүәте менән абруй ҡаҙанған яҙыусы. Ул тура юлдан атлай, ғәҙел коммунист була. Гәзиткә мәғлүмәт туплар өсөн һуғыштың алғы һыҙығында йөрөй. Һуғыш ваҡытында бер ҙур начальник килә һәм Карнайҙы политотделға саҡыралар. Шул көндә иғәнә түләп ҡайтҡандан һуң, тартмаға партбилетен һалып ҡуйған була. Кире алайым тиһә, документы юҡ! Ә ул ваҡытта партбилетты юғалтыу үлемдән дә ҡурҡынысыраҡ була. Эҙләп ҡарай, таба алмай. Карнай, ғәҙел коммунист булараҡ, был хәлдең айышына төшөнөп бөтмәҫ элек пистолетты сикәһенә терәй... Әлбиттә, эштең кем менән бәйле булыуын етәкселәр һиҙемләй, ул кешенең исемен телгә алып тормайыҡ. Ағай-эне уның үҙен дә был эштән ситкә тибә, ул ниндәйҙер Александр исеменә документ йүнәтеп, ситкә ҡасып китә.
– Заманында миңә дивизияла яугирҙәрҙе фотоға төшөргән Мөхәммәт Усманов олатай менән аралашырға насип булғайны. Дивизияға бағышланған альбом да бүләк иткәйне. Ул: “Али Карнай үҙе сикәһенә пистолет терәмәне, ә икенсе кеше уны юҡ итте”, – тигәйне...

– Мөхәммәт Усманов дивизияның фотографы түгел. Ул гәзит хеҙмәткәре булмай. Политотделға яугирҙәрҙе фотоға төшөрөр өсөн фотограф кәрәк була, шул рәүешле ул да фотоға төшөрөү бурысын үтәй. Дивизияла ике фотограф булыуы бик ыңғай күренеш икәнлеген бына хәҙер беҙ йылдар үткәс баһалай алабыҙ, сөнки политотдел фотографы һүрәттәре бик йыш ҡулланыла.
Али Карнайҙың яҙмышы нисек тамамланғанын хәҙер берәү ҙә аныҡ ҡына әйтә алмай, әммә шуныһы ап-асыҡ: ул – ҙур яҙыусы, ҡаһарман әҙип!


Легендар дивизия тураһында легендалар бихисап


– Һеҙ бер яҙмағыҙҙа, дивизия тура­һында легенда уйлап сығарыусылар күп була, тип әйтәһегеҙ.

– Эйе, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡында КПСС-тың Өлкә комитетында “легенда”лар уйлап сығарыусылар табыла. Шундайҙарҙың береһендә, әйтәйек, дивизия еңелеү белмәгән, тигән фекер таратыла. Яуҙа төрлө хәлдәр осрай, еңелгән саҡтары ла була.
Йәнә 1943 йылдың февралендә дивизия Луганск, Донецк өлкәләрендә рейдта була. Дебальцевоға хәтлем баралар. Кире ҡайтҡанда, 22 февраль кисендә, инде иртәгә фронт һыҙығын үтербеҙ, тип ятҡан ваҡытта дивизия ҡатмарлы хәлгә тарый. Шайморатов, хәлдең торошон аңлап, дивизия байрағын һаҡлап ҡалыу сараһын күрә. Ул байраҡты разведчик, Баймаҡ егете Вәлиевкә тапшыра. Бер нисә кеше бер ниндәй хәүеф-хәтәрһеҙ был эште атҡарып сыға. Әммә был хәл етәкселәргә яп-ябай кеүек тойола, нисектер ошо килеш халыҡҡа еткерһәң, тәьҫир көсө кәмей. Легенда уйлап сығарыла. Уны Ҡадиров ағай уйлап таба: байраҡты тотоп, дошманға ҡаршы барғанда, яугир пулянан ҡоланы ла байраҡ ерҙә ятып ҡалды. Уны икенсеһе эләктәреп алып, артабан дошманға ташланды. Ул да яраланып йығылды, өсөнсө кеше, байраҡты алып, алға ынтылды.

Уныһы, таяҡтан байраҡты сисеп алып, күкрәге тирәләй урап, изге әләмде юғалтыуҙан ҡотҡара...
Вәлиев менән күрешкәнем булды. Ул өлкә комитетына ла, ветерандарға ла, башҡаларға ла байраҡты алып сығыу тарихын һөйләп ҡарай, яҙып та бирә. Архивта һаҡлана ул яҙмалар. Ҡадиров: “Нисек яҙылған, шулай тороп ҡалһын инде”, – ти.
– Шайморатов темаһына яңынан әйләнеп ҡайтып, һеҙҙең ҡарашты белге килә: ни өсөн уның тураһында мәғлүмәттәр йәшерелгән һуң?

– Бының сәбәбе яп-ябай. Шайморатовтың шәхесе – Совет Армияһы тарихында бик үҙенсәлекле күренеш. Бер ҡараһаң, ни бары генерал-майор, ни бары дивизия командиры. Ул Ҡытайҙа ваҡытында ил өсөн бик мөһим бурыстар үтәй. Генераль штабтың үҙендә ҙур яуаплы эштәр атҡара.
Шайморатов – юғары мәҙәниле хәрби хеҙмәткәр. Был хаҡта юғары хәрби органдары етәкселәренең яҙған характеристикаларында теркәлгән. Автобиографияһында ул “ауыл мәктәбендә бер нисә ай уҡыным” тип яҙа. Ауылдарында матур ғына земство мәктәбе була, әммә ул унда өс-дүрт ай ғына белем ала, урта мәктәп программаһын үҙаллы үҙләштерә. Шуның менән академияға барып керә, уны “отлично”ға тамамлай. Әйтеүҙәренә ҡарағанда, уның портреты әле булһа академияның миҙалсылар таҡтаһында тора. Ул бер нисә тел белә, музыка ҡоралдарында уйнай, башҡорт халҡының боронғо йырҙарын башҡара. Уның милләтен башҡа тип әйтергә теләгәндәр ҙә, баш­ҡортлоғона ҡырын ҡараған ағайҙар ҙа булды.

Шайморатов, командир булараҡ, эскелек менән мауыҡмай. Ә бит башҡалар ошо насар ғәҙәттән хатта яфаланған була. Ул һәр яҡлап өлгөлө һәм көслө була. Киң билдәле В. Роговтың “Офицеры” фильмындағы төп геройҙың прототибы – Шайморатов. Уны яҡшы белгән кеше шул рәүешле образ тыуҙырыуҙы һораған. Был хаҡта миңә Шайморатов менән ҡыҙыҡһынып яҙа башлағас һөйләнеләр. Бына ошоно иҫбатларға кәрәк ине.
Шайморатов – ул дипломат, иҫ китмәле педагог. Ә. Ихсан тигән яҙыусының дивизия хаҡында “Саҡма тояҡ аттарҙа” тигән китабында Шайморатов тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Бына был күренеш тә илдәге генералға ҡаршы алып барылған сәйәсәт хаҡында һөйләй. Шайморатов – шундай үҙенсәлекле шәхес. Уның тураһында яҙыу өсөн киң даирәле белем, мәғлүмәт кенә түгел, уның тамырҙарын, рухын аңлап яҙыу кәрәк. Башҡорт милләтле командирҙы, берҙән-бер данлыҡлы дивизияның етәксеһен күрһәтеү – ул шулай уҡ шәхестең үҙенә генә түгел, милләткә ҡаршы алып барылған сәйәсәт күренеше. Яуап бирә алдыммы һорауыңа?
– Ни өсөн Башҡорт кавалерия дивизияһы яуға әҙерлекле була алған?

– Дивизияны яуға өйрәткәндә, Шайморатов дөрөҫ маҡсат ҡуя. Ул “тәрән тылда яугирҙе һуғышҡа әҙерләүҙе ойоштороу” эшен юғары кимәлдә атҡарып сыға. Мәскәүҙән, округтан килеп, комиссия юғары баһа бирә. Шайморатов һалдаттарға һүгенмәй ҙә, ҡысҡырып та өндәшмәй, уларҙың шәхесен юҡҡа сығарып һөйләшмәй, һәр береһенең абруйын һаҡлай. Бик асыуы килгәндә лә: “Ну, художники!” – тип әйтеп ҡуя. Шайморатов яуға юғары кимәлдәге дивизия әҙерләй.
– Шайморатов Төркиәлә лә була...

– Был осоро тураһында әллә ни аныҡ ҡына бер нимә лә әйтә алмайым, сөнки “Личное дело”һында был хаҡта яҙылмаған. Башҡа сығанаҡтар аша ғына ошо хаҡта белдем. Оҙаҡ булмай ул унда, аңлауымса, тәү башлап дипломатик эш башҡарыуы – бик мөһим күренеш. Ҡытайға сығыр алдынан уның эшлекле сифаттарын тикшереү ҙә булғандыр. Ҡытай телен өйрәнеүе – был да батырлыҡҡа тиң күренештәрҙең береһе. Генерал үҙе ошо хаҡта яҙа, үҙ алдына төҙөгән һүҙлеге лә бар. Ҡыҙы Октябринаның яҙмаларында атаһына ҙур етәксенең килеүе, тәржемәсеһеҙ арала­шыуҙары, яҙып фекер алышыуҙары тура­һында мәғлүмәт бар.


Вариҫтары кем?


– Генералдың балаһы Октябрина менән күрешкәнегеҙ булған икән...

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Шайморатовтың бер генә балаһы – ҡыҙы Октябрина була. Беҙ уның менән күрештек. Телевидениела эшләп йөрөй инем. Ул Офицерҙар йортона килгәс, осрашыуға барҙыҡ. Октябрина атаһына шул тиклем оҡшағайны. Ейәне Сергей ҙа килгәйне, әммә әллә ни әңгәмәләшә алманыҡ. Октябрина – тәүге ҡатыны Елена Степановна тапҡан ҡыҙы. Әммә Шайморатов Ҡытайҙан ҡайтҡансы бер офицерға кейәүгә сығып китә ул. Шайморатов ҡайтҡас, буш фатирҙы күрә, шунан ул Ольга Павловнаға өйләнә. Был ике ҡатын бер-береһе менән таныш була. Ольга Павловнаның балаһын Шайморатов үҙенеке кеүек итеп тәрбиәләй. Яҙмыш ғәҙелһеҙлеге: Бабич, Туҡай, Шайморатов кеүек легендар кешеләрҙең балалары ҡалманы. Был бик үкенесле, әлбиттә.
Бөгөн халыҡҡа уның исемен яҡынайтырға, кире ҡайтарырға теләйҙәр икән, быға ифрат шатмын, сөнки Шайморатов кеүек офицерҙар СССР дәүләтендә лә һирәк булғандыр, тигән фекерҙәмен.
Читайте нас: